Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
27 Март 2025, 06:18

Сәхнә – ул хыял, сәхнә – ул яҙмыш...

Бөгөн – Халыҡ-ара театр көнө.  Районда күп йылдар уңышлы эшләп килгән һәм әлеге көндә Рәсилә Иштуғанова режиссерлығында эшмәкәрлеген дауам иткән “Сатҡылар” халыҡ театрында бик күп талантлы яҡташтарыбыҙ ҡатнаша. Шуларҙың береһе – талантлы, шиғри күңелле яҡташыбыҙ Гөлсиә Бикҡужина.

Сәхнә – ул хыял, сәхнә – ул яҙмыш...Сәхнә – ул хыял, сәхнә – ул яҙмыш...
Сәхнә – ул хыял, сәхнә – ул яҙмыш...

Гөлсиә Бикҡужина юғары белемле башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ун йылдан артыҡ Түбән­ге Төкөн ауылы мәктә­бендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Әлеге көндә район кита­пханаһында эшләй. “Сат­кылар” халыҡ театрына ул 2016 йылда килә. Тәүге йылдарҙа ҡыҙы һәм улы менән бергә үҙе яһаған композициялар менән шиғыр һөйләү буйынса ғына сығыш яһаһа, һуңғы ваҡытта спектаклдәрҙә ролдәр ҙә башҡара башла­ны.

- Театрға булған һөйөүем бәләкәй саҡтан килә. Аҙнаһына бер тапҡыр телевизорҙан спек­такль күрһәтәләр ине. Алдан барлыҡ эштәрем­де тамамлап ҡуйып, шул спектаклдәрҙең береһен дә ҡалдырмай ҡарай торғайным. “Ғәлиәбаныу”, “Тапшырылмаған хат­тар”, “Ҡыҙыл паша”, “Тиле йәшлек” һәм башҡа бик күп иҫ киткес спек­таклдәрҙе күреп үҫтем. Шулай уҡ тыуған ауылым Үрге Төкөндә һәм Түбәнге Төкөн мәктәбендә уҡыған осорҙа балалар менән бергә клубҡа йыйылып, концерттар, төрлө инс­ценировкалар әҙерләй инек. Мин күберәк бейер­гә яраттым, шиғырҙар ҙа һөйләй торғайным. Хатта, киләсәктә бейеүсе булырға хыялландым, - ти ул театрға булған һөйөүе ту­раһында.

“Сатҡылар” театрын­да ошоға тиклем ҡайһы бер эпизодтарҙы сәхнәләштереүҙә генә ҡатна­шҡан яҡташыбыҙға Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклендә яңғыҙ ҡатын ролен ышанып тапшыралар. Ролгә инеп китеү еңелдән булмай. Шулай ҙа режис­сер Нәркәс Хәлитованың, уның ярҙамсыһы Флүрә Низамованың ҙур тырыш­лығы менән ролде еренә еткереп башҡарырға ирешә ул. Ошо ролде сәх­нәләштергәндән һуң күп таныштары: “Оҫта башҡарҙың, илаттың, килеш­тереп уйнайһың”, - тигән һүҙҙәр менән ҡанатланды­ралар.

- Сәхнә кеше яҙмышында ниндәйҙер кимәл­дә ҙур роль уйнай, тип әйтер инем. Ул үҙ-үҙеңә ышаныу тойғоһо бирә. Үҙеңдең күңелеңдә ҡай­наған хистәрҙе сәхнә аша кешеләргә еткерергә мөм­кин. Әсә булараҡ миңә әсәйҙәр, үҙемдең йә­шемдәге ҡатын-ҡыҙ ролдәре яҡын. Шулай ҙа оло йәштәге әсәй-өләсәй ро­лен дә сәхнәләштерә алыр инем тип уйлайым. Сәх­нәлә сығыш яһау өсөн ҙур яуаплылыҡ талап ителә. Уй-хистәреңде таратмай­ынса, ҡаушап төшмәйен­сә халыҡ күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарыу мөһим. Сәхнәгә сығыу өсөн яҡшы әҙерлек кәрәк. Аллаһҡа шөкөр, оҙон-оҙон шиғырҙар менән сығыш яһарға тура килгәндә лә, ошоға тиклем мин сәх­нәлә бер ҡасан да юғалып ҡалманым, ҡаушаманым һәм үҙ фекеремде халыҡҡа еткерә алдым. Киләсәк­тәге сығыштарымда ла Хоҙай Тәғәлә ярҙам итһен инде, - ти ижади күңелле әңгәмәсем.

Әйткәндәй, Гөлсиә Гәрәй ҡыҙы улы Илмир менән “Әсә һәм ул һөй­ләшеүе” шиғырын йөрәк­тәргә үтеп инерлек итеп һөйләп, “Йөрәк һүҙе” мәртәбәле шиғриәт бәй­геһе финалында районы­быҙ данын яҡланы.

- Башҡортостандың халыҡ сәсәне Фәүзиә апай Ҡотлогилдинаға рәхмәт­лемен. Бер көн эсендә ул шундай тәрән мәғәнәле, тетрәндергес шиғыр яҙып бирҙе. Шулай уҡ беҙгә ышанған, уңышлы сығыш теләгән, әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәткән ғаиләм, туғандарым, дуҫтарым бу­лыуы менән бәхетлемен, - тип хәтергә ала Гөлсиә Бикҡужина был сығышта­ры тураһында.

Тасуири һөйләү буйынса төрлө кимәлдәге фестиваль-конкурстарҙа алдынғы урындар алған, үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәр булараҡ Гөлсиә Бикҡужина ошо көндәрҙә район мәҙәниәт бүле­ге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева ҡулынан “Художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусы” номинацияһы Дипломы һәм мәҙәниәт өлкәһен­дәге лайыҡлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Талантлы яҡташыбыҙға киләсәктә тағы ла ҙуры­раҡ сәхнәләрҙе биләргә, төрлө ролдәре, сығышта­ры менән тамашасыларҙы ҡыуандырырға яҙһын. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен-һүрелмәһен, яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын!

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Сәхнә – ул хыял, сәхнә – ул яҙмыш...
Сәхнә – ул хыял, сәхнә – ул яҙмыш...
Сәхнә – ул хыял, сәхнә – ул яҙмыш...
Автор:
Читайте нас