Даирә
+21 °С
Болотло
Байрамдар
11 Март 2025, 07:02

Күркәм сифаттары менән ихтирам яулай

Әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылына, Башҡортостандағы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына бағышлап, “Ватанды һаҡлаусылар” Дәүләт фондының төбәк филиалы координаторы Ғәлиә Бикбаева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Күркәм сифаттары менән ихтирам яулайКүркәм сифаттары менән ихтирам яулай
Күркәм сифаттары менән ихтирам яулай

- Ғәлиә Наил ҡыҙы, беҙ һеҙҙе шундай наҙлы һәм нәзәкәтле, шул уҡ ваҡытта көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ булараҡ беләбеҙ. Бындай күркәм сифаттарҙы күңелегеҙгә кем һалды?

- Ишле ғаиләбеҙҙең иң олоһомон. Ата-әсәйебеҙ беҙҙе һөйөү һәм наҙға төрөн­дөрөп кенә тәрбиәләнеләр. Үзбәкстанда тыуып, 25 йәшемә тиклем шунда йәшә­нем. Тыуған илебеҙгә ихтирам һәм Ва­тан алдында бурыслы булыу тойғоһонда тәрбиәләнгән Совет осоро балаһы мин. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Үзбәкстанда ты­уһам да, минең тамырҙарым Башҡорто­стандан, Рәсәйҙән. Шуға күрә 2000 йылда тормош иптәшем һәм дүрт йәшлек улыбыҙ менән өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың тыуған төйәктәренә йәшәргә ҡайттыҡ. 2014 йылда Олокүл ауылынан йорт һатып алып, шун­да төпләндек. Улыбыҙға һәм ҡыҙыбыҙға ла үҙебеҙҙеке кеүек илһөйәрлек тәрбиәһе би­реп үҫтерҙек.

- Һеҙ ниндәй ҡатын-ҡыҙ?

- Ғаиләмде һәм туғандарымды өҙөлөп яратыусы йомшаҡ күңелле, алсаҡ, ярҙам­сыл ҡатын-ҡыҙмын. Яҡындарымды үҙ ҡул­дарым менән әҙерләгән төрлө-төрлө тәмле ризыҡтар менән һыйларға яратам.

- Ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә?

- Үҙ-үҙемә йыш ҡына “Нимә ул ҡа­тын-ҡыҙ бәхете?” тигән һорауҙы бирәм. Әлбиттә, күптәр өсөн бәхет ул – йәшәүгә илһам һәм ҡеүәт биреүсе күңел торошо. Әммә уның тағы бер мөһим өлөшө бар – дөйөм ҡабул ителгән ҡанундарға, ижти­мағи нигеҙҙәргә ҡарамайынса, үҙең булып ҡала белеү. Бының өсөн, һис шикһеҙ, ҡыйыулыҡ талап ителә. Ә был ҡыйыулыҡ ҡай­ҙан килә һуң? Үҙ-үҙеңде сағылдырыуҙан һәм шулай уҡ тойғоларың, тирә-яҡ донъя, йәшәү шатлығын тойоу менән бәйләнеш­тә булыу теләгенән. Яҡындарыңа ярҙам итеү, битараф булмау, һәр саҡ кәрәкле һәм мөхәббәтле булыу ҙа ҙур бәхет ул.

- Нисек итеп ирекмән, координатор бу­лып киттегеҙ?

- Һөнәрем буйынса иҡтисадсы булһам да, күңел торошом менән ижади ҡарашлы кешемен. Тирә-яҡтағы кешеләргә һәр саҡ ярҙам итергә ашығам. Хәҙерге заман­да күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙа лидерлыҡ сифаттары бар, әммә уларҙың күптәре үҙҙәрен танытырға ҡурҡа һәм һайлау мөмкинлегенән үҙҙәрен-үҙҙәре мәхрүм итәләр. Мин дә көнкүреш мәшәҡәттәре һәм балалар тәрбиәләү менән шөғөл­ләнгән ябай ғына әсәй, йорт хужабикәһе инем. Әммә 2022 йылдың февраль айы күптәребеҙҙең аңдарын үҙгәртте... Шул саҡтарҙа тәүҙә төрлө хистәр кисерҙем һәм үҙемде ҡулға алғас, хәлдең үтә етди­легенә төшөндөм. Ошо ваҡыттан алып, үҙебеҙҙең яугирҙәргә ярҙам итергә кәрәк тигән ҙур теләк тыныслыҡ бирмәне һәм мине ирекмәнлек эшенә алып килде. Рухи яҡтан да һәм улдарыбыҙға, ирҙәре­беҙгә, туғандарыбыҙға ярҙам итеү телә­ге менән яныу яғынан да берҙәм булған ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә “Беҙҙең патриот” ирекмән хәрәкәтенә нигеҙ һал­дыҡ. Ваҡыт үтеү менән күрше ауылдар, район-ҡалалар халҡы беҙгә ҡушылды.

Илебеҙ Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы­ларға ярҙам итеү маҡсатында “Ватанды һаҡлаусылар” Дәүләт фондын булдырыу указына ҡул ҡуйғас, Башҡортостанда ла был фондтың филиалы асылды. Уны БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депута­ты Гөлнур Ҡолһарина етәкләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – беҙҙең фондтың төп маҡсаты, тип бил­дәләй Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Тап бөгөнгө көн ваҡиғалары Ты­уған илебеҙ һағында торған хәрбиҙәргә ярҙам итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле ни тиклем ҙур икәнлеген күрһәтте. Мин дә әсә, Рәсәй Армияһы офицеры әсәһе һәм минең бурысым – тылдың ярҙамы еңеү килтерергә ғәйәт ҙур булышлыҡ итеүен үҙ миҫалдарында раҫлаусы ата-бабала­рыбыҙ өлгөһөнә эйәреү.

- Әсә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ бөгөнгө хәл­дәр ниндәй хистәр уята?

- Хәүеф тойғолары кисерергә, күп уй­ланырға тура килә, әммә беҙ – әсәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һәр саҡ ныҡ булырға тейешбеҙ. Беҙ – ғаилә усағын һаҡла­усылар, беҙҙең бурыс – көтөргә һәм ярҙам итергә! Беҙ – улдар, Геройҙар тәр­биәләүселәр! 2023 йылдың ноябренән алып төп эшем – “Ватанды һаҡлаусы­лар” Дәүләт фонды менән бәйле. Бында төрлө ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға, күп мәсьәләләрҙе хәл итергә, ярҙам ҡулы һуҙырға тура килә. Шуға күрә мин ныҡ булырға, хистәргә үтә бирелмәҫкә ты­рышам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡа­тын-ҡыҙҙар тылда ғына түгел, фронтта ла ҙур ярҙам күрһәткәндәр. Мәҫәлән, минең өләсәйем Розия Чембарисова 19 йәшендә генә Бүздәк районы хәрби ко­миссариатынан мобилизация буйынса фронтҡа алынған, аэростатсы булған. Сталинградты һәм Совет Заполярьеһын обороналауҙа ҡатнашҡан, бик күп миҙалдарға эйә булған. Шулай булғас, беҙгә һис ҡасан бирешергә ярамай. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар – төп тыл! Кем нисек бул­дыра ала, шулай ярҙам итеү – беҙҙең төп бурыс!

- Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Ғәлиә Наил ҡыҙы! Изге эшегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.

Күркәм сифаттары менән ихтирам яулай
Күркәм сифаттары менән ихтирам яулай
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас