Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
31 Ғинуар 2025, 09:51

Байрам көндәре тураһында яңылыҡ

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республикала йәшәүселәрҙе байрам көндәре тураһында яңылыҡ менән таныштырҙы.

Байрам көндәре тураһында яңылыҡБайрам көндәре тураһында яңылыҡ
Байрам көндәре тураһында яңылыҡ

Быйыл Башҡортостан халҡы Ватанды һаҡлаусылар көнөнән һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнән һуң өҫтәмә ялһыҙ ҡаласаҡ.

Эш шунда: 23 февраль - йәкшәмбегә, ә 8 Март шәмбегә тура килә. Чиновниктар халыҡты иркәләмәҫкә булды һәм өҫтәмә ял көндәрен майға һәм июнгә күсерҙе. Хәҙер республика халҡы февраль һәм март айҙарындағы байрамдарҙан һуң ял итеү урынына 8 майҙа һәм 13 июндә ял итәсәк.

Быларҙың барыһы ла «ял графигын оптималләштереү» өсөн, тип ышандыралар министрлыҡта. Ләкин барыһы ла бик үкенесле түгел: мартта республика халҡын өс көнлөк ял көтә. 30 мартҡа тура килгән Ураҙа байрамы республика халҡына өс көн рәттән - шәмбенән дүшәмбегә тиклем ял бүләк итәсәк.

Автор:
Читайте нас