Байрамса кейемдәр кейгән шат йөҙлө малай һәм ҡыҙҙарҙы ишек төбөндә үк тылсымлы әкиәт геройҙары ҡаршы алды.
Икенсе ҡаттағы фойела ҙур шыршы ҡуйылған. Уның тирәләй матур байрам программаһы ойошторолдо, балаларҙы төрлө геройҙар, Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу сәләмләне. Шыршы тирәләй ҙур әйлән-бәйләндән һуң уларҙы залға саҡырҙылар.
Яңы йыл байрамында ҡатнашыусы балаларҙы ҡотлап, муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров иң матур теләктәрен еткерҙе һәм Яңы йылда барлыҡ хыялдар ҙә ҡабул булһын тип теләне. Уҡыуҙа һәм мәктәп тормошонда айырылып торған уҡыусыларға Грамоталар тапшырылды. Район Мәҙәниәт һарайы артистары һоҡландырғыс театрлаштырылған тамашалары менән балаларҙы мөғжизәле әкиәт солғанышына индереп, улар өсөн иң тылсымлы минуттар бүләк итте. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм уларҙың ярҙамсылары - уйын һәм конкурстарҙы шәп ойоштороусылар ҡыҙҙарға һәм малайҙарға байрам кәйефе, көр күңел байлығы өләште. Балалар Яңы йыл бүләктәре алып та ҡыуанды.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, был байрам балалар өсөн генә түгел, ә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡын туғандары, әсәйҙәре һәм тормош иптәштәре өсөн дә мөһим. Бында улар бер-береһе менән аралаша, хөкүмәтебеҙҙән бик ҙур терәк тоя ала.
Шундай сағыу, мәңге онотолмаҫ байрам ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтеп, иҫ киткес шәп тәьҫораттар алып таралышты улар.
Ынйы Бикҡужина.
Гөлфиә Искәндәрова, Бишауыл Уңғар ауылы: - Яңы йыл иртәлеге балаларға бик оҡшаны. Яратҡан геройҙары менән бергә уйнанылар, Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләп, бүләктәр алып ҡыуандылар. Район мәҙәниәт һарайы артистары күрһәткән “Морозко” әкиәтен балаларға ғына түгел, үҙебеҙ ҙә яратып ҡараныҡ.
Байрамға ҡәйнәм һәм балалар менән бергә килдек. Тормош иптәшем Рәйеф мобилизацияның тәүге көндәренәк үк хәрби операцияла. Әлеге ваҡытта Донецкиҙа хеҙмәт итә, уның менән шылтыратышып торабыҙ. Махсус операция тамамланып, ир-егеттәребеҙ тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар ине, тип көнө-төнө теләйбеҙ. Донъяларыбыҙ тынысланып, бар кешеләр ҙә шатланып-ҡыуанып йәшәһен ине.