Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Декабрь , 10:44

Улар булғанда, ҡараңғы төндәр яҡтыраҡ

Энергетика – иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһе, йорттарҙағы именлек һәм тыныслыҡ, район предприятиелары­ның һәм учреждениеларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге уның тотороҡло эшләүенә бәйле.

Улар булғанда, ҡараңғы төндәр яҡтыраҡ
Улар булғанда, ҡараңғы төндәр яҡтыраҡ

22 декабрь – Энергетиктар көнө

Улар булғанда, ҡараңғы төндәр яҡтыраҡ

Энергетика – иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһе, йорттарҙағы именлек һәм тыныслыҡ, район предприятиелары­ның һәм учреждениеларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге уның тотороҡло эшләүенә бәйле.

2015 йылдан алып “Ҡырмыҫҡалы­сельхозэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә хеҙмәт итеүсе Илнур Ғилә­жетдинов үҙ эшен яуаплы башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе.

Илнур Хәсән улы Ишембай районын­да тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһын­да электр һәм газ менән иретеп йәбеште­реүсе һөнәрен үҙләштерергә һәм Ватан алдындағы бурысын үтәргә лә өлгөрә ты­рыш егет. “Ҡырмыҫҡалысельхозэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә води­тель-электр монтеры булып эшкә урын­лашҡас, Өфө яғыулыҡ-энергетика кол­леджында ситтән тороп уҡый. Яуаплы эше өсөн уны быйыл участка начальнигы итеп үрләткәндәр.

- Беҙҙең төп бурыс – ҡулланыусыларҙы сифатлы электр энергияһы менән тәьмин итеү. Ҡырмыҫҡалы, Яңы Шайморатов ауылдарын һәм “Нефтяник” баҡсаларын хеҙмәтләндерәбеҙ. Бригадабыҙҙа өс кеше – водитель-электр монтеры Сергей Кисе­лев һәм электр монтеры Илгиз Мансуров менән бергә тырышып эшләйбеҙ, - ти ул.

Һөйөклө ҡатыны Резеда Ришат ҡыҙы менән ғаиләләрендә ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Илзирә әле Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктә­бендә 3-сө класта белем ала, ә биш йәшлек Искәндәр балалар баҡсаһына йөрөй.

- Ир-егеттәр өсөн кәрәкле булған һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем. Эшебеҙ үтә тынғыһыҙ булһа ла, уны яратып башҡарам. Төндә лә эшләргә тура килгән саҡтар була. Электр линиялары өҙлөкһөҙ эшләһен, халыҡты һәр саҡ электр менән тәьмин итер өсөн күмәкләп тырышабыҙ. Авария арҡаһында электр энергияhы менән тәь­мин итеүҙә өҙөклөктәр булған осраҡтарҙа беҙҙең бригада тиҙ арала ул урынды табып, авария эҙемтәләрен бөтөрә. Өҙөклөк­тәр күпселек осраҡта электр сымдарына ағастар ҡолау, епшек ҡар йәбешеүе, йәшен арҡаһында килеп сыға, - тип өҫтәй үҙенең яратҡан эше хаҡында Илнур Ғиләжетди­нов.

Бынан тыш, улар үҙҙәренең участкаһы­на беркетелгән электр линияларына hәм уға ҡараған ҡоролмаларҙы график буй­ынса кәмендә йылына ике тапҡыр ҡарап сығып, планда ҡаралған техник хеҙмәтлән­дереүҙәр үткәрә, асыҡланған етешһеҙлек­тәрҙе бөтөрә, эшләнгән эштәргә отчеттар бирә.

- Хеҙмәттәштәремдең барыһын да һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм еңел булмаған эшебеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, илебеҙҙең тыныс булыуын теләйем, - тигән теләктәрен дә белдерҙе әңгәмәсем.

Эйе, энергетиктарҙың эшмәкәрлеге тынғыһыҙ, ауыр, үтә яуаплы ла. Ҡараңғы төндәрҙе яҡтыраҡ итеү өсөн тырышып эшләгән яҡташтарыбыҙға беҙ ҙә тик изге теләктәр генә яуҙырабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: