Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Ноябрь , 12:02

Ғаиләләр ярышы сәмле барҙы

 Ғаилә йылы сиктәрен­дә һәм Йәштәр көнө уңай­ынан “Аҡкүл” паркында “Геройҙар ярышы” спорт бәйгеһе үтте.

Ғаиләләр ярышы сәмле барҙы
Ғаиләләр ярышы сәмле барҙы

“Геройҙар ярышы” эстафетаһында өс ке­шенән торған ғаилә командалары ярышты. Команда ағзала­рын ямғырлы көн дә ҡурҡытманы. Үҙҙәре­нең көстәрен һынарға теләүселәр – Прибель­ский ауыл Советы данын яҡлаусылар Белов һәм Матросовтар ғаиләһе, Ҡабаҡ ауыл Советы биләмәһенән Мусиндар ғаиләһе һәм Ҡырмыҫҡа­лы ауыл Советынан Таһировтар ғаиләһе.

Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик куль­тура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәй­ертдинов ярышта ҡатна­шыусыларҙы сәләмләп изге теләктәрен еткерҙе.

- Ағымдағы йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә бөгөнгө сарала йәш ғаиләләрҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Әлбиттә, конкурсанттарыбыҙға бәйгелә ҡатнашҡанда­ры өсөн оло рәхмәтле­мен һәм бөтәгеҙгә лә уңыштар юлдаш булһын.

Ғаиләләр ҡатна­шлығында йыл һайын беренсе июнгә күңелле старттар эстафетаһы, Яңы йыл ғаилә уйын­дары уҙғарыла, Ғаилә йылы уңайынан Йәштәр көнөнә һәм тағы бер нисә спорт саралары ойоштороласаҡ, - тине Руслан Илдус улы.

“Йәшлек” йәштәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Владлен Курунов бәйге шартта­ры менән таныштырғас, ярышҡа старт бирҙе. Беренсе булып Беловтар ғаиләһе старт һыҙығы­на баҫты. Икенсе булып Матросовтар командаһы йүгерҙе. Матросовтарҙан һуң Мусиндар ғаиләһе бәйге трассаһына сыҡты. Эстафетаны Таһировтар ғаиләһе тамамлап ҡуй­ҙы. Улар араһында ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Әйткәндәй, күп балалы Таһировтарҙың көйәрмән ғаилә ағза­лары ла ярышта ҡатна­шыусыларҙың артынан бергәләп йүгереп, дәрт өҫтәп барҙы. Бын­дай әүҙем көйәрмән­дәр булғанда, уңышҡа ирешмәү мөмкин түгел. Уларға афарин тип кенә әйтәһе ҡала.

Эстафета бәйгеһе алты этаптан торҙо: спортсыларға автомат­ты һүтеп йыйырға, мина яланы аша үтергә, авто­мат “магазины”нан па­трондарҙы һүтеп-йыйыу күнекмәләрен, кәрзин­гә тупты ырғытырға, “змейка” фигураһын һәм тағы бер мина яла­нын үтергә кәрәк ине. Был уйын балаларға ғына түгел, атай-әсәй­ҙәрҙең үҙҙәренә лә оҡ­шаны. Ни тиһәң дә, до­нья мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, бергәләп уйнап, ял итеү - үҙе үк ғаиләне берләштереүсе ҡыуаныслы бер мәл. Бөгөнгө ҡатнашыусы­ларыбыҙ ҙа сәмләнешеп кемуҙарҙан ярышта көс һынашты. Улар төрлө ҡаршылыҡтар аша уҙып етеҙлеккә, теүәллеккә, сабырлыҡҡа һынал­ды. Һауа торошо ла ярыштың ысынлап та көсөргәнешле булыуын дәлилләне.

Бәйге һуңында йый­ылған мәрәйҙәр буй­ынса урындар түбән­дәгесә билдәләнде. Шулай итеп, көсөргәне­шле алыштарҙан һуң Му­синдар ғаиләһе барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, еңеүсе тип табыл­ды. Икенсе урынға Таһи­ровтар ғаиләһе лайыҡ булды, өсөнсө урынды Беловтар яуланы. Дүр­тенсе урынды Матросо­втар алды. Сарала ҡатна­шыусы һәм еңеүсе ғаилә командалары Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.

- Бөгөнгө спорт байрамы беҙгә бик оҡшаны, сараны ойоштороусылар ентекле әҙерләнгәнгә, ул бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм иҫтәлекле булды. Бындай ҙур күләмдә үткәрел­гән ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашһаҡ та, спорт менән шөғөллә­нергә ваҡыт табабыҙ. Эстафетала тормош иптәшем Рәфис, ҡыҙы­быҙ Адель һәм мин ҡат­наштым. Бөгөн һәр ко­манданың еңеүгә теләге шул тиклем көслө ине. Беренсе урын алмаһаҡ та, һәйбәт һөҙөмтә күрһәтергә тырыштыҡ, - тине Прибельский ауылынан Гөлбикә Бело­ва. Ярышсылар күтәрен­ке кәйеф, күңелле ял алып ҡайтҡандарҙыр, тип ышанабыҙ. Ошон­дай сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барған, берҙәм, татыу һәм ты­рыш ғаиләләр күберәк булһын ине.

Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: