14 ноябрь - Халыҡ-ара логопедтар көнө
Яҡшы педагог һәм психолог та улар
Яҡты донъяға тыуған һәр баланың тиерлек һөйләшә башлаған сағында ниндәйҙер кәмселектәре булыуы ихтимал. Бындай етешһеҙлектәр, ғәҙәттә, 5-7 йәштәрҙә үҙенән-үҙе бөтә, әммә ҡайһы бер балаларға махсус белгестең – логопедтың ярҙамы кәрәк була.
Хәҙерге заманда һәр балалар баҡсаһында өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеүсе, телмәрҙәге ҡатмарлыҡтарҙы яйға һалыусы белгестәр шөғөлләнә.
Логопедҡа бер үк ваҡытта яҡшы педагог һәм психолог та булырға тура килә. Бөгөн бай педагогик тәжрибәле, 20 йылдан ашыу үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалыусы алдынғы ҡарашлы белгестәр менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Прибельский ауылының “Әкиәт” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопедтары Әлфирә Фәнис ҡыҙы Сәғитова менән Гөлүзә Зиннур ҡыҙы Әбделмәнова һәр бер ата-әсәне лә уйландырырға мәжбүр иткән һорауҙарға яуап биргәндер тип ышанабыҙ.
- Логопед һөнәрен һайлауға нимә этәргес булды һәм эш тәжрибәгеҙ ҡасандан башланды?
Әлфирә Сәғитова: - 1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының мәктәпкәсә йәштәге педагогика факультетын тамамланым. 2002 йылда ошо уҡ уҡыу йортонда логопед һөнәре буйынса курстар үттем. Бына шунан алып, хәҙер инде 23 йыл балалар баҡсаһында телмәр төҙәтеү, өндәрҙе әйтергә өйрәтеү хеҙмәтен башҡарам. Үҙ эшемде һәм балаларҙы ныҡ яратам һәм тап ошо һөнәрҙе һайлағаным өсөн бер ҡасан да үкенмәйем.
Гөлүзә Әбделмәнова: - М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла логопед һөнәре буйынса квалификациямды үҙгәртеп, мин был профессияға 2004 йылда килдем. Мине балалар баҡсаһына эшкә саҡырған Елена Барановаға, эш башлаған саҡта оло ярҙам күрһәтеүсе, тәжрибәләре һәм белемдәре менән бүлешеүсе Наталья Әһлетдинова менән Әлфирә Сәғитоваға оло рәхмәтлемен. Бына хәҙер мин дә 20 йыл балаларға һәм уларҙың ата- әсәләренә ярҙам итәм. Үҙемдең эшемде иң кәрәкле һәм иң ҡыҙыҡлы, тип һанайым.
- Логопед ниндәй эштәр башҡара? Ниндәй проблемалы балалар йөрөй һеҙгә?
Г.Ә.: - Беҙҙең балалар баҡсаһында телмәрҙәрендә кәмселектәр күп булған балалар өсөн төркөмдәр эшләй. Бында махсус комиссия ярҙамында балалар һайлап алына. Беҙҙең эш телмәр үҫешенә төҙәтмәләр индереү һәм уларҙы бөтөрөүҙән генә тормай. Шулай уҡ мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә уҡыу һәм яҙыуҙа етешһеҙлектәрҙе профилактикалау, тәрбиәселәргә һәм ата-әсәләргә консультациялар биреү, логопедик белемде пропагандалау эштәре лә беҙҙең өҫтә. Балалар менән эшләгәндә төрлө уйын алымдарын ҡулланабыҙ. Бөтөнләй балалар баҡсаһына йөрөмәгән балаларҙың ата-әсәләре өсөн дә бында консультация үҙәге эшләй.
Ә.С.: - “Логос” грек теленән тәржемә иткәндә “һүҙ” тигәнде аңлата. Һүҙ бөйөк көскә эйә. Уның ярҙамында беҙ бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, хистәребеҙҙе һәм фекерҙәребеҙҙе белдерәбеҙ. Кешенең мәҙәниәтле булыуы ла уның телмәре аша күренә. Шуға күрә беҙҙең төп эш – балаларҙы дөрөҫ һөйләшергә, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү. Был буласаҡ уҡыусылар өсөн дә бик кәрәкле. Ҡайһы бер өндәрҙе дөрөҫ әйтә алмаған, ваҡытында телмәре үҫешеп етмәгән балалар килә беҙгә. Уларға бар көсөбөҙ менән ярҙам итергә тырышабыҙ.
- Һеҙҙең практикала ниндәй ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы хәлдәр булғаны бар?
Г.Ә.: - Әле эшләй генә башлаған саҡта балалар баҡсаһына бер малай килде. Нимә һораһаң да, тик “а” тип кенә яуап бирә ине. Был бала менән эшләүе оҙаҡ һәм ауыр булыр инде, тип уйлап ҡуйҙым. Малай үҙе шундай хисле, әүҙем ине, дәрестәргә лә ҙур теләк менән килә торғайны. Ә иң мөһиме, уның әсәһе көн һайын алған белемде нығытыу өҫтөндә ныҡ эшләне. Ошо малай мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, бөгөнгө көндә иң яҡшы юғары уҡыу йорттарының береһендә белем ала. Беҙҙең эштә ата-әсәләрҙең ярҙамы ҙур әһәмиәткә эйә шул.
Ә.С.: - Эйе, күп йыллыҡ хеҙмәт юлында төрлө балалар менән эшләргә тура килә. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр осрап ҡуя, әлбиттә. Ысынлап та, хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәле булһын өсөн бергәләшеп эшләү мөһим. Оло ярҙамдары өсөн барлыҡ ата-әсәләргә рәхмәт әйткем килә. Шулай уҡ һәр яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, уңыштарыбыҙ өсөн ҡыуана белгән хеҙмәттәштәрем-фекерҙәштәремдән дә уңдым, тип әйтә алам.
- Телмәр боҙолоу, өндәрҙе дөрөҫ әйтә алмау нимәнән килә?
Ә.С.: - Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның сәбәптәре күп. Биологик, социаль проблемалар булырға мөмкин. Бигерәк тә хәҙерге заманда балаларҙың тыуғас та тиерлек күберәк телефон һәм телевизор менән “аралашыуы” телмәрҙең боҙолоуына, өндәрҙе дөрөҫ әйтә алмауына булышлыҡ итә. Баланың телмәре бер-берең менән аралашҡандан ғына үҫә. Ата-әсәләрҙең балалары менән даими аралашмауы йәки дөрөҫ аралашмауынан да ошондай проблемалар килеп сыға. Күптәр сабый ҡулына телефон тоттороп йә телевизор ҡабыҙып ҡуя ла, үҙ эштәре менән була. Иң мөһиме – бала менән аралашыу, бергә уйнау кәрәк.
Г.Ә.: - Телмәр дөрөҫ булмауҙың биологик йүнәлешенә бала тапҡан саҡтағы йәрәхәттәр, сабыйҙың ваҡытынан алдараҡ йәки һуңыраҡ тыуыуы, ҡорһаҡтағы сабыйҙағы гипоксия йәки бала тапҡан саҡтағы асфиксия һәм башҡа бик күп факторҙар сәбәпсе була. Ә психологик яҡтан инде артыҡ иркәләү, аралашыуҙың етмәүе, билингвизм кеүек сәбәптәрҙән килә. Шуға күрә ваҡытында белгестәргә мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Баланы иғтибарһыҙ ҡалдырыу төҙәтеп булмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтерәсәк.
- Балалар менән эшләүҙә иң мөһиме нимә?
Ә.С.: - Иң тәүҙә балаларҙы яратырға кәрәк. Шулай уҡ түҙемлек, үҙ эшеңде яратыу һәм еренә еткереп башҡарыу ҙа мөһим.
Г.Ә.: - Эйе, тағы ла быларға яҡшы кәйеф, балаларға беҙҙең ярҙам мөһимлеген аңлап ҡабул итеү, ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сығырға ынтылыштың мөһимлеген өҫтәргә була.
- Хәҙерге заман балалары, үткән йылдар балаларынан айырыламы?
Г.Ә.: - Эйе, айырыла. Юғарыла әйтеп үткәнебеҙсә, хәҙерге балаларҙың тормошо гаджеттар һәм интернет менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Элегерәк тыуған балаларҙан айырмалы рәүештә, улар бергә осрашҡан саҡта ла бер-береһе менән бик аҙ аралашалар. Шулай ҙа хәҙерге балалар талантлыраҡ һәм уларға үҙҙәренең һәләттәрен үҫтереүгә мөмкинлектәр күберәк тип әйтергә була.
Ә.С.: - Эйе, был фекер менән мин тулыһынса килешәм.
- Гәзит уҡыусыларға, ата-әсәләргә ниндәй теләктәр, кәңәштәр әйтерһегеҙ?
Ә.С.: - Беҙҙең эш ғаилә һәм ата-әсәләр менән туранан-тура бәйле. Баланың телмәрен үҫтереү өсөн уларҙың ярҙамы ныҡ кәрәк. Бергә-бергә эшләгәндә генә эш һөҙөмтәлерәк килеп сығыуын һәр бер ата-әсә аңлап ҡабул итһен ине тигән теләктә ҡалам. Балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн беҙ дәрестәрҙә төрлө алымдар ҡулланабыҙ, шулай уҡ ата-әсәләр менән берлектә төрлө ижади саралар үткәрәбеҙ, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Иң әүҙемдәрҙе һәм тырыштарҙы билдәләп үтәбеҙ. Логопед төркөмөндә шөғөлләнгәндәрҙең мәктәптә яҡшы уҡыуын, төрлө уңыштарға өлгәшеүен, үҙебеҙҙең хеҙмәт емештәрен күреү беҙҙең өсөн дә оло ҡыуаныс. Балалар – беҙҙең киләсәк, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ, ваҡытында бергәләп ярҙам итәйек. Эш тип, уларға ваҡыт бүлергә онотмайыҡ. Мөмкинлекте файҙаланып, Халыҡ-ара логопед көнөндә – иң мөһим социаль профессияның береһе булған һөнәр вәкилдәренең барыһын да һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, ижади уңыштар, сәләмәтлек, ҡыҙыҡлы идеялар, киләсәккә ышаныс һәм бөтмәҫ дәрт-дарман теләйем.
Г.Ә.: - Мин дә гәзит уҡыусыларға, ата-әсәләргә, хеҙмәттәштәремә иң тәүҙә һаулыҡ теләйем. Ваҡытында белгестәргә мөрәжәғәт итһендәр. “Бала менән шөғөлләнергә ваҡыт етмәй”, - ти ҡайһы бер ата-әсәләр. Бала менән эш араһында ла шөғөлләнергә була. Мәктәптән, поликлиниканан, магазиндан һәм башҡа ерҙән ҡайтып барған саҡта йә машинала шиғыр ятлағыҙ, ишетеү һәләтен үҫтереү өсөн төрлө һүҙҙәр әйтеп, уларҙы төркөмдәргә бүлергә тәҡдим итегеҙ. Шулай уҡ балаға бер минут өндәшмәй торорға ҡушығыҙ, шунан һуң уның был ваҡыт эсендә ниндәй ауаздар, тауыштар ишетеүен һорашығыҙ. Төрлө өндәргә башланған һәм тамамланған һүҙҙәр табыу уйынын да уйнарға мөмкин. Ҡамыр менән булышҡанда балағыҙ һеҙгә ярҙам итһен, ҡамырҙан хәрефтәр әүәләһен. Йорт эштәрен башҡарғанда ла әкиәт тыңларға, йырларға була. Иң мөһиме теләк кенә булһын.
- Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, иң изге теләктәр юллайбыҙ.
Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.