Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Ноябрь , 15:23

Милләт-ара татыулыҡты һаҡлайыҡ

4 ноябрҙә бөтә ил Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй.

Милләт-ара татыулыҡты һаҡлайыҡ
Милләт-ара татыулыҡты һаҡлайыҡ

Милләт-ара татыулыҡты һаҡлайыҡ

4 ноябрҙә бөтә ил Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө – төр­лө милләттәр берләшеүе, бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булы­уыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул.

Был байрамды билдәләп, беҙ күп мил­ләтле Рәсәй халҡының ватансылығына һәм берҙәмлегенә, ауыр һынауҙар осо­ронда бөйөк Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалған Рәсәй халҡының барлыҡ быуындарына тәрән ихтирам белдерәбеҙ.

Районыбыҙҙа төрлө милләт вәкил­дәре берҙәм ғаилә булып тыныс һәм та­тыу йәшәй. Бер-береһенең теленә, ди­ненә, ғөрөф-ғәҙәтенә, мәҙәниәтенә һәм тарихына ихтирам итә. Быны тормошта ла, төрлө саралар ваҡытында ла күрергә мөмкин.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан район үҙәгенең Ленин майҙанында байрам концерты уҙҙы. Сәхнәнән район Мәҙәниәт һарайы артистары һәм үҙешмәкәрҙәре тамашасыларға сағыу, матур сәнғәт программаһы тәҡдим итте, йыр-моң тирә-яҡҡа таралды. “Ря­биновый звон” (етәксеһе – Валентина Куприянова), “Ләйсән” (Ләйсән Нә­зирова), “Родник” (Алина Степанова) Фәрит Яҡшығолов, Дамир Ишембаев, Елена Мостафина, Лилиә Ғәҙелшина, Гөлшат Ильясова, Марсель Алдаҡаев үҙ сығыштары менән тамашасыларҙы моңло тауыштарына ғашиҡ иттерҙе. Сәх­нәлә сығыш яһаусыларға ҡушылып йы­рлап, бейеп тороусылар байтаҡ булды. Көҙгө һалҡын көн булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың кәйефе күтәренке ине.

Шулай уҡ был көндө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә акцияһы ойошторолдо. Теләгән һәр кем яугирҙәре­беҙгә кейем, көнкүреш химияһы, аҙыҡ- түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ тапшырып, ярҙам итә алды. Һалдатта­рыбыҙ ҡаты һуғыш шарттарында, үлем ҡурҡынысына дусар булып, тыныслыҡ өсөн көрәшә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға яҡташтарыбыҙ дәррәү ярҙам итеүен дауам итә. Был эшкә тото­ноусыларҙың, уны ойоштороусыларҙың бихисап булыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Әйткәндәй, сентябрь-октябрь айҙарын­да бөтә белем биреү учреждениеларында хәйриә акцияһы үтте. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик әүҙем ҡатнашты. Уҡыусыларҙың тауарҙары өсөн алынған бөтә аҡса яугирҙәр өсөн кәрәкле көнкүреш әйберҙәрен һатып алыуға йүнәлтелде.

Яуҙағы ир-егеттәребеҙ тыныс тормо­шобоҙ өсөн көрәш алып бара, беҙ уларға оло рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ. Әлбиттә, уларға тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

“Йәшлек” йәштәр үҙәге ойошторған оҫталыҡ дәресендә балалар төҫлө буяуҙар менән һүрәт төшөрҙө, пластилиндан төр­лө һындар әүәләне.

Байрам хөрмәтенә Киров урамын­да ауыл хужалығы һәм көҙгө муллыҡ йәрминкәһе гөрләне. Район үҙәгендә йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға ауыл ху­жалығы продукцияһының, халыҡ ҡул­ланыуы тауарҙарының, дөйөм туҡланыу продукцияһының киң ассортиментын һайлап алыу мөмкинлеге тәҡдим ителде. Уңған хужабикәләр, ҡул эше оҫталары, эшҡыуарҙар үҙҙәренең тауарҙарын ма­тур итеп теҙеп, халыҡты әйҙүкләп, ихлас ҡаршы алды. Унда халыҡ кейем-һалым, һөт ризыҡтары, баҡса емештәре һатып ала алды.

Сара аҙағында байрамда ҡатнашыу­сылар “Дуҫлыҡ хороводы”нда әйләнде.

Киләсәктә лә илебеҙҙә, республика­быҙҙа һәм районда тотороҡло үҫеш, мил­ләт-ара татыулыҡ һаҡланһын.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас: