Берҙәмлектә көс
Халыҡтар берҙәмлеге көнө тамырҙары менән 1612 йылғы данлы ваҡиғаларға барып тоташа.
Был байрам 1612 йылда Минин менән Пожарский халыҡ ополчениеһының Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү символы булып тора.
Илебеҙ тарихының яңы осоронда барлыҡҡа килгән байрамда Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, ҡаһарманлығы, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда бер бөтөн булып туплана алыуы сағыла. Дүрт быуаттан ашыу элек булған ваҡиға Рәсәйҙең бөтә халыҡтарын да берләштерә. Уның асылы Рәсәйҙең ысын көсө милләттәр төрлөлөгөндә һәм берҙәмлегендә икәнен күрһәтә.
Башҡортостан яугирҙәренең дә азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. Рус дәүләтенә ҡушылғандан алып ир-азаматтарыбыҙ Рәсәйҙе яҡлап барлыҡ һуғыштарҙа ла яу саба.
Республикабыҙҙа бөгөн 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең күркәм йолалары, ҡабатланмаҫ мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Уларға милли ҡомартҡыларын, үҙ телен һаҡлау һәм үҫтереү мөмкинлеге тыуҙырылған. Быларҙың барыһы ла – татыулыҡ һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ миҫалдары.
Ил тарихының сағыу биттәрен мәңгеләштереү маҡсатында барлыҡҡа килгән байрам 2005 йылдан Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө тип билдәләнә. Был байрам иһә беҙҙең гражданлыҡ тойғоларыбыҙҙы нығыта, барыбыҙҙы ла берләштерә. Тыуған ергә һөйөү, берҙәмлеккә ынтылыш, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеү, һынауҙарға әҙер тороу беҙҙе тағы ла көсәйтә, йәмғиәт һәм дәүләт үҫешенең яңы кимәленә күтәрелеүгә булышлыҡ итә.
Фәнил ГӘРӘЕВ.