20 октябрь - Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө
Юлдарға күңел йылыһы ла һалына
Районыбыҙ юлдарын төҙөкләндереү, тәртиптә тотоу – тулыһынса Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы яуаплылығында. Ҡышҡыһын – ҡарҙан, боҙҙан таҙартыу, яҙғыһын – ремонтлау, йәй һәм көҙ айҙары яңы юл һалыу, төҙөкләндереү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн бар көстәрен һала улар. Быйыл да уларҙың тырышлығы менән район юлдары төҙөкләндерелде, ҡайһы бер асфальт юлдар яңыртылды.
Ошо көндәрҙә генә район үҙәгендәге “Толпар” магазинынан алып Рафиҡов урамында урынлашҡан яңы “Находка” магазинына тиклем юлға яңы асфальт түшәлә башланы. Бында эшләгән эшселәр менән яҡындан танышыу ниәте менән беҙ ҙә шул яҡҡа юл алдыҡ.
Төҙөлөш-монтаж эштәре буйынса мастер Юнир Ҡорманғолов ихлас ҡаршы алды, әммә эше бик тығыҙ булыу сәбәпле, уның менән һөйләшер өсөн бер аҙ көтөп торорға тура килде. Шул ярты сәғәт тирәһе генә көтөү ваҡыты эсендә уларҙың эшенең ни тиклем ҡатмарлы булыуын, ниндәй ҙур көс һәм һәләт талап ителеүен күрҙек. Тип-тигеҙ асфальттан бейек үксәле туфлиҙар кейеп тыҡ-тыҡ атлауы йә еңел автомобилдә елдереүе генә рәхәт икән шул.
Юнир Дамир улы биш минут ваҡытын бүлеп, эше һәм үҙе тураһында бер кәлимә һүҙ әйтте.
Ул Өфө Автотранспорт колледжының төҙөлөш бүлегендә, Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетында белем алған. Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығында 2012 йылдан алып эшләй. Хеҙмәт юлын ябай юл эшсеһе булараҡ башлай. Һуңыраҡ юл тигеҙләй торған машинаның машинисы хеҙмәтен үтәй. 2017 йылдан алып төҙөлөш-монтаж эштәре буйынса мастер дәрәжәһендә. Шәрипҡол ауылында тыуып үҫкән егет бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалыла йәшәй. Ҡатыны Альбина Дамир ҡыҙы “Газсервис”та эшләй. Улдары Кәрим гимназияның 3-сө класында, Данил 1-се класында белем ала.
- Эшем еңелдән түгел, әлбиттә. Ҡайһы ваҡыт ялһыҙ ҙа эшләргә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан хеҙмәтемдән ҙур кинәнес алам. Кемдәрҙер йылдар буйы бер кабинетта ултыра, ә беҙ бөгөн бер урында, иртәгәһенә – икенсе юлда тиерлек. Әле бында 770 метр юлдың асфальтын яңыртабыҙ. Минең менән бергә дүрт юл хеҙмәткәре, бер машинист, бер юл һалыусы эшләй. Шулай уҡ беҙгә һыу ташыусылар, регулировщиктар ярҙамға килә. Әлбиттә, барлыҡ эште лә сифатлы башҡарыу коллективтың берҙәмлегенән тора. Шулай уҡ юлдарға беҙҙең күңел йылыһы ла һалына, – ти тәжрибәле юлсы.
Асфальт һалғандарын ситтән күҙәтеп торған саҡта, Юнир Дамир улының минут һайын ниндәйҙер экранға күҙ һалыуына иғтибар иттем. Был турала һорағас:
- Асфальт тигеҙ ятһын өсөн уның ауышлығын һәм ҡалынлығын даими күҙәтеп барырға тура килә, - тигән яуап алдым.
Шулай уҡ миңә юл хеҙмәткәрҙәре асфальтты бик тиҙ һала кеүек тойолдо. Был турала ла әйткәс:
-Тағы ла тиҙерәк һала алыр инек тә ул, юлда автомобилдәр хәрәкәте бигерәк күп. Шуға тотҡарлыҡтар килеп сыға, - тинеләр.
- Мөмкинлектән файҙаланып, районыбыҙҙа хеҙмәт иткән барлыҡ юлсыларҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым. Еңел булмаған һәм шул уҡ ваҡытта үтә яуаплы ла эшебеҙҙә гел уңыштар йылмайһын, ғаиләләребеҙ имен, илебеҙ тыныс булһын, - тигән изге теләктәрен дә еткерҙе Юнир Ҡорманғолов.
Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы йылына бер генә тапҡыр билдәләнә, әммә уларҙың эше көндәлек. Яҡшы юлдар – ул уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек сараһы ғына түгел, кешеләрҙең именлеге һәм йәшәү сифаты ла. Байрамығыҙ ҡотло булһын, юлсылар!
Райондың юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Муниципаль район хакимиәте исеменән һеҙҙе Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым.
Хәҙерге ваҡытта автомобиль транспорт магистралдәренең һәм юлдарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар беҙҙең райондың социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнай. Быларҙың барыһы артында юл төҙөүселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ҙур хеҙмәте ята. Һеҙҙең коллективтың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә беҙҙең район юлдары төҙөк һәм ремонтланған.
Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек, оҙон ғүмер, рух күтәренкелеге, районыбыҙ һәм Башҡортостан именлеге хаҡына эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Илдар ЛАТИПОВ,
муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.