Данлыҡлы Шайморатов ауылында тыуып үҫкән Рәмилә Наил ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен алырға уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, диплом алғас, тыуған ауылына эшкә ҡайта һәм алдынғы “Шайморатов” колхозына бухгалтер-иҡтисадсы булып эшкә урынлаша. Үҙгәртеү елдәре ҡағылып, колхоз тарҡалғас, ул ошо исемдәге йәмғиәттә дүрт йыллап эшләй. 2010 йылда 36 йыл почта бүлексәһе начальнигы булып эшләгән Дания Хәлфетдин ҡыҙы Хәбирова хаҡлы ялға киткәс, был эшкә уны ышанып саҡыралар. Яңы хеҙмәтте ул тиҙ үк төшөнөп, тырышып алһыҙ- ялһыҙ хеҙмәт итә башлай. Үҙенең шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй эшләүе һөҙөмтәһеҙ ҡалмай, әлбиттә. Кеше менән уртаҡ тел таба белеүе арҡаһында хеҙмәттәштәре – почтальондар һәм ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар уға ылыға. Уның тырышлығы менән йылдан-йыл ҡуйылған план үтәлеп килә.
- Гәзит-журналдар таратыуҙан тыш, коммуналь хеҙмәттәр өсөн килгән квитанцияларға түләүҙәр башҡарыла, заказ хаттар, төрлө инстанцияларҙан бик күп извещениелар, интернет-магазиндарҙан посылкалар, бандеролдәр килә. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер хеҙмәтебеҙгә аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары һатыу ҙа инә. “Почта Банк” акционер йәмғиәте менән эшләйбеҙ. Программалар йыш үҙгәрә, шуға ла уҡыуҙар үтеп торам. Беҙҙең эштә бер төрлөлөк юҡ, шуға ла ялҡытмай. Мин кешеләр менән аралашырға яратам, шуға эшемде яратып башҡарам. Почта хеҙмәте бер кешенең генә эше түгел. Почтальондарыбыҙҙың барыһы ла үҙ эштәренә бирелгән кешеләр. Улар матбуғат баҫмаларына яҙылыу декадаларында ҙур тырышлыҡ һалалар, иң тәүҙә тоғро гәзиткә яҙылыусыларыбыҙҙы күҙҙән ысҡындырмайынса, өйҙәренә барып яҙҙырталар. Йәштәр хәҙер күберәк интернетта ултырһа, ололар гәзит уҡыуҙы кәрәкле таба бит, - ти почта бүлексәһе начальнигы.
Шулай ҙа Рәмилә Наил ҡыҙы ауылда гәзит алдырыусы кешеләрҙең һаны кәмеүенә борсолоуын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, йәштәрҙең йыраҡта эшләүҙәре, ә өлкәндәрҙең ҡартайыуы, фани донъянан китеүҙәре быға сәбәпсе булып тора.
Үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәр яҡын киләсәктә почта бинаһының заманса итеп төҙөлөүен көтә. “Ул үҙенең форматында булһа, эшләргә лә, килгән клиенттарға ла һәйбәт булыр ине”, - ти ул.
Рәмилә Мөхәмәтйәнованың 1982 йылда асылған хеҙмәт кенәгәһе әлеге көнгә тиклем өҙөлмәй дауам итә. Ул ҡайҙа эшләһә лә, эшен яратып башҡара. Төрлө йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы почтамт
начальнигы булған етәкселәр Илшат Яхъя улы Абдуллинға, Азамат Муса улы Ғәйфуллинға эште дөрөҫ алып барыуҙары, ойоштороуҙары өсөн һаман да рәхмәтле. Әлеге ваҡытта шулай уҡ Талбазы почтамт начальнигы Гүзәл Рәис ҡыҙы Тимербулатова менән килешеп эшләүен әйтте.
Фиҙаҡәр хеҙмәте, эшенең һөҙөмтәһе өсөн Рәмилә Наил ҡыҙы етәкселек тарафынан баһаланып тора. Быйыл да ул «Рәсәй Почтаһы»ның генераль директоры М.Ю.Волков исеменән Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Уңған ҡатын ғаиләһенән дә уңған. Тормош иптәше Хәлит Фәрит улы менән матур итеп донъя көтәләр. Улар ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Өлкән ҡыҙҙары БДУ-ның Хоҡуҡ институтын тамамлап, Эске эштәр органдарында эшләй. Ул әлеге көндә Хоҡуҡ институтында студенттарҙы уҡыта. Икенсе ҡыҙҙары - Өфө дауаханаларының береһендә шәфҡәт туташы. Ғаиләһе, балаларының уңыштары уға эшендә рухи көс бирә.
Гәзит сығарыусыларҙың эше почта хеҙмәткәрҙәренең эше менән бәйле. Шуға ла почта бүлексәләре менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда хәлдәрен белешеп, килеп сыҡҡан проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итергә тырышабыҙ. Форсаттан файҙаланып, Рәмилә Мөхәмәтйәнованы һәм барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә БАТЫРШИНА.