Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Сентябрь , 14:03

Аҡ сабаҡтар уйнай Ҡыҙылғыла

Ибраһим ауылы янындағы Ҡыҙылғы йылғаһы буйында ошондай исем аҫтында йәмле байрам сараһы уҙҙы.

Аҡ сабаҡтар уйнай Ҡыҙылғыла
Аҡ сабаҡтар уйнай Ҡыҙылғыла

Аҡ сабаҡтар уйнай Ҡыҙылғыла

Ибраһим ауылы янындағы Ҡыҙылғы йылғаһы буйында ошондай исем аҫтында йәмле байрам сараһы уҙҙы.

 “Айыҡ ауыл – 2024” республика конкурсы сиктәрен­дә уҙғарылған фестивалгә ибраһимдар дәррәү әҙерләнгән. Ауылдың һәр урамы әҙерлә­гән өҫтәлдәр һыйҙан һығылып торһа, уңған ауылдаштарҙың ҡул эштәре, М.Өмөтбаев музейының күргәҙмәләре күҙҙең яуын алды.

Йола буйынса ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән ҡаршы алғас, йәмле Ҡыҙылғы буйында йылғаның тәүге – “Ҡыҙ батҡан” исеменең килеп сығышына ар­налған театрлаштырылған тама­ша күрһәтелде, ҡатын-ҡыҙҙар ан­самбленең йылғаға бағышланған йыры яңғыраны. Һуңынан бай­рам сәхнә түрендә дауам итте. Сараны районыбыҙҙың Табын ырыуы башҡорттарының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев асып, изге теләктәрен еткерҙе:

- Ибраһимдар-йомрандар менән районыбыҙ тәбиғәте­нең иң гүзәл ерендә осрашы­уыма шатмын. Һеҙ ҙур акцияға ҡушылаһығыҙ. Алда һеҙҙе мөһим эштәр көтә. Бергә һәм берҙәм бу­лып еңеп сығырға яҙһын!

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәк­сеһе Рушания Хәмәтғәлимова ла үҙ сығышында:

- Шундай оло байрам ойо­шторғанһығыҙ. Бөгөн беҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеп сығырығыҙға һәм Ҡыр­мыҫҡалы районын республика кимәлендә лайыҡлы күрһәтә алырығыҙға бөтә мөмкинлек­тәрегеҙ булыуын күрәбеҙ, - тигән дәртләндереү һүҙҙәрен әйтте.

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни ойошмаһының “Өләсәйҙәр мәк­тәбе” етәксеһе, Ибраһим ауылы ҡыҙы Тәнзилә Бикбаева ауыл­даштарын:

- Бөгөн бай тарихлы Йомран ерендә байрам. Барығыҙ ҙа күңелгә хуш килеп тораһығыҙ, күңелдәрҙе тултыраһығыҙ. Йомран ере – ул ғалимдар, зы­ялылар, мәғрифәтсе һәм мөғәл­лимдәр, эшсән халыҡ, таланттар ере. Ситтән килгән кешеләр һәр ваҡыт ауылыбыҙға матур баһа биреп китә. Айыҡ ауыл исеменә лайыҡ булырға яҙһын! Айыҡлыҡ – ул һаулыҡ, мәҙәнилек, - тип сәләмләне.

Шулай уҡ башҡорт ҡа­тын-ҡыҙҙары советы ағзаһы Фәү­зиә Латипова ла ауылдаштарына хискә тулы һүҙҙәрен еткерҙе.

Һәүәләй ауыл Советы хаки­миәте башлығы Тимур Ғәләүет­динов үҙ сиратында ауыл халҡы­на рәхмәтен белдерҙе һәм йәмле табын әҙерләүселәргә бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Күңелле концерт програм­маһында моңло һандуғастар – Өфө артистары Зилиә Са­фиуллина һәм Ләйсән Алтынба­ева-Ибраһимовалар үҙҙәренең йырҙары менән бар тамашасы­ны әсир итте. Шиғри күңелле ибраһимдарҙың сығыштары ла дәррәү алҡыштарға күмелде. Район Мәҙәниәт һарайынан Да­мир Ишембаевтың дәртле йыры­на ауылдаштар бейеүгә лә төшөп китте.

Сара һуңында барлыҡ ҡу­наҡтар тәмле былау һәм ауыл халҡы әҙерләгән тәм-том менән һыйланды. Ғөмүмән, байрам шәп үтте! Афарин, ибраһимдар!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

 

 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИ­РОВ:

- Илебеҙҙең башҡа төбәк башлыҡтары менән аралашҡан ваҡытта мин һәр ваҡыт республикабыҙҙа халыҡтың яҡын­са 40 проценты ауылда йәшәүе тураһында ғорурланып һөй­ләйем.

Ауылда йәшәгән кешеләр – ауылдың йәне ул. Ауылдың үҫеше, яңы ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеүе, балалар тыуыуы беҙҙең өсөн бик мөһим.

“Айыҡ ауыл” конкурсына яңы көс бирҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикала суррогат алкоголь күп һатыла башланы, хәмерҙән ағыуланып үлеү осраҡтары арт­ты. Ҡайһы бер райондарҙа суррогат менән сауҙа итеүселәр­гә ҡаршы «хәрби операциялар» ойошторорға тура килде.

“Айыҡ ауыл” конкурсы ла ошо йәһәтттән беҙгә ярҙам итте. Конкурс халыҡты, ауылдаштарҙы берләштерә. Ҡыҙыҡһыныу бар, кешеләр яҡшыраҡ йәшәргә теләй. Конкурс күп милләтле.

 

Фәүзиә ЛАТИПОВА, Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары советы ағзаһы:

- Беҙ 2008 йылда ғына ошо ауылға, Йомран-табын ырыуына ки­леп ҡушылдыҡ. Ауыл ғына түгел, ауылдың халҡы ла ныҡ оҡшай. Бала сағымда ошо Ҡыҙылғы буйында һыу инмәгәнмен, уның балығын аша­мағанмын, әммә ҡайҙарҙа ғына йөрөһәм дә ошо Ҡыҙылғыны, ауыл кешеләрен һағынам. Эйе, әллә ҡайҙарға китһәк тә ошондағы кеүек халыҡты таба алмаясаҡбыҙ. Был сараны ойоштороуҙы 2013 йылда башлап ебәргәйнек. Һуңынан ул төрлө сәбәптәр менән бер нисә йыл үткәрелмәй торҙо. Былтыр был байрамды яңынан тергеҙеп ебәрҙеләр. Мин унда үҙем ҡатнаша алманым, әммә барыһы ла күңелле, матур булды тинеләр. Халыҡҡа ныҡ оҡшаған. Был ҡыуаныслы ваҡиға, әл­биттә. Быйыл да балыҡсылыҡҡа арналған байрам була тип ишеткәс, килә һалып еттем. Ошондай саралар үткәрелеп торһон. “Айыҡ ауыл” – ул яҡты рух бирә, халыҡты дуҫлаштыра, уларҙы матур йәшәү­гә дәртләндерә. Ауылыбыҙ акцияла еңеп сығыр тигән өмөт менән йәшәйбеҙ. Шулай уҡ бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтарыбыҙҙың еңеп ҡайтыуына ышанабыҙ.

Раян ӘХМӘҘИЕВ, Ибраһим ауылы:

- Бала саҡтан балыҡсылыҡ менән шөғөлләндек. Талдан мурҙа үреү оҫталығы ла шул балалыҡ йылдарынан уҡ килә. Элек йылғабыҙҙа ба­лыҡ күп булды, хәҙер генә кәмене. Быға экология шарттары ла, төрлө башҡа сәбәптәр ҙә булышлыҡ итәлер, күрәһең. Ғүмерем буйы тиерлек колхозда осеменатор булып эшләнем. 100 һыйырҙан 112 быҙау алған саҡтар ҙа булды. Бына бөгөнгө сарала борондан, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кәсепте – талдан мурҙа үреү буйынса оҫталығымды күрһә­тергә булдым.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: