Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ: - Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Бер киносценарист та бындай ғүмер юлын яҙа алмаҫ ине – хәрби, мажаралы һәм, бер үк ваҡытта, шул тиклем фажиғәле. Генерал Шайморатов дивизияһындағы һымаҡ Советтар Союзы Геройҙары һаны бөтә СССР армияһының ике хәрби подразделениеһында ғына булған. Был һыбайлылар дошмандың ҡотон алған. Шулай уҡ һуңғы походта ла. Дивизия байрағын ҡотҡарыусылар төркөмө менән бергә сигенһә, Шайморатов иҫән ҡалыр ине. Ләкин ул һуңғы алышты ҡабул итеүҙе һәм күҙгә күренеп килгән әжәлде үҙенең төп көстәре менән ҡаршы алыуҙы өҫтөн күрә... Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы, сөнки үлеменең шарттары билдәле түгел ине, ә регламент буйынса – барыһы ла асыҡланырға тейеш. Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы һәм бик һирәк була торған иҫкәрмә ҡарар ҡабул итте – Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде.
Тантаналы сарала һәм түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙә абруйлы ҡунаҡтар, билдәле тарихсылар, районыбыҙ мәктәптәре директорҙары һәм тарих уҡытыусылары, Шайморатов класы уҡыусылары ҡатнашты. Геройҙың һәйкәленә сәскәләр һалынғас, митингты асыу өсөн һүҙ район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа бирелде. - Ҡырмыҫҡалы районы тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған геройҙар исемдәре менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, уларҙы хөрмәт итәбеҙ һәм хәтерләйбеҙ. Улар беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн баштарын һалған, - тине Әлфир Фәрхәт улы һәм оло ғорурлыҡ хистәре менән легендар яҡташыбыҙ тураһында һөйләне. Махсус хәрби операция дауам итә һәм ул районыбыҙ халҡының күбеһенә ҡағылды. Бөгөнгө көндә күп кенә ирегеттәребеҙ яуҙа батырҙарса көрәшә. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашып, үҙ ғүмерҙәрен аямаған Ҡырмыҫҡалы ауылынан Рәфис Талхин һәм Радик Хөснетдиновтың ата-әсәләренә генерал Шайморатов Ордены тапшырылды һәм геройҙарыбыҙ бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алынды. Шулай уҡ тантаналы митингта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бер яҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы һәм Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде. Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Рөстәм Вәлитов та үҙенең сығышында Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығы хаҡында бәйән итте. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Краснованың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, «Мәсетле» яҡташтар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мансур Ахуновтың, БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы милли бүлегенең әйҙәүсе белгесе Миләүшә Хәбироваларҙың сығыштары тарихты белергә һәм хәтерләргә кәрәклеге, Шайморатов кластарының әһәмиәте хаҡында булды. - Республикалағы 250 Шайморатов класында дүрт мең уҡыусы белем ала. Ҡырмыҫҡалы районында иһә биш Шайморатов класы бар, тағы ла биш класс асыласаҡ. Ҡырмыҫҡалы районы барлығы ун Шайморатов класы булған берҙән-бер район буласаҡ, - тине үҙенең сығышында Миләүшә Фәйзетдин ҡыҙы. Тантанала Шайморатов класы уҡыусылары шиғырҙар һөйләне, Айнур Абакачевҡа ҡушылып “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы Артабан ҡунаҡтар ауыл мәҙәниәт йортона юлланды. Түңәрәк өҫтәл артындағы “Башҡорт халҡының данлыҡлы улы” темаһы буйынса һөйләшеүҙә тарих фәндәре кандидаты, С.Юлаев ордены кавалеры Нурислам Ҡалмантаев, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, тарих фәндәре докторы, С.Юлаев ордены кавалеры Нәзир Ҡолбахтин, Ҡырмыҫҡалының С.М.Чугункин исемендәге мәктәп директоры Дамир Әхтәмов, “Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы” етәксеһе Клара Ғәйфуллина, Шайморатов музейы мөдире Валентина Моратшина һәм башҡалар ҡатнашты. Был ваҡытта фойела төрлө күргәҙмәләр эшләне, сәхнәлә әҙәби-музыкаль программа гөрләне, ә Шайморатов мәктәбендә уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап биреп, бүләктәр алды. Легендар яҡташыбыҙҙың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған сара шаулап-гөрләп үтте. Шундай данлыҡлы яҡташыбыҙ булыуы менән беҙ сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм батыр исеме беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
Розалия ҒӘЛИЕВА.
Автор фотолары.