Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Июль , 09:31

Диңгеҙ-океандарҙы иңләгән

 Электән Ватан алдындағы изге бурысын үтәгән ир-егеттәргә хөрмәт менән ҡарайҙар. Улар араһында сикһеҙ диңгеҙ киңлектәрен­дә илебеҙҙең тыныслығын һаҡлап, хәрби бурыстарын үтәүселәр ҙә бар. Бына ошондай диңгеҙселәрҙең бе­реһе Раил Ғайсин Яңы Ҡыйышҡы ауылында йәшәй. Ул әлеге көндә лә үҙенең хәрби хеҙмәттә булып, был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүе менән ғорурлана.

Диңгеҙ-океандарҙы иңләгән
Диңгеҙ-океандарҙы иңләгән

 - Армияла хеҙмәт итеү - һәр егеттең изге бурысы, тип һана­ным. Күңелемдә илһөйәрлек тойғоһо көслө ине. Шуға ла армияға барырға бик теләнем. 1976 йылдың 30 октябрен­дә армия сафына алындым. Миңә, ябай ауыл малайына, хәрби-диңгеҙ флотына эләгеп, сит илдәрҙе, сит ҡитғаларҙы, географиянан ғына уҡып бел­гән диңгеҙ-океандарҙы күрергә насип булды. Тәүҙә Алыҫ Көнсығышҡа ебәрҙеләр. Учебка Рус утрауында булды, ундағы механиктар мәктәбен­дә газотурбинист һөнәрен үҙләштерҙем. Шунан алты айҙан һуң караптарға бүл­деләр һәм газотурбинист бу­лып хеҙмәт иттем. Тәүҙә БПК “Одареный”ҙа машинист-тур­бинист булдым, ике-өс айҙан һуң тағы ла Ҡара диңгеҙ фло­тына мобилизовать иттеләр. Ҡара диңгеҙҙә алыҫ походҡа әҙерләп, Урта һәм Ҡара диң­геҙҙәр, Һинд һәм Атлантик океандар аша Алыҫ Көнсығышҡа караптарҙы алып кит­тек. Бер айлап Урта диңгеҙҙә уларға һынау үткәрҙек. Унда Болгарияның Варна ҡалаһын­да дуҫлыҡ визиты менән бер аҙна булдыҡ. 1978 йылда Ҡара диңгеҙ менән хушлашып, Алыҫ Көнсығышҡа сығып киттек. Юлыбыҙ Төркиә, Босфор аша булды. Шунан Атлан­тик океанға сыҡтыҡ. Бында 9 баллы штормдар ҙа булды, бик ҡурҡыныс ине. Тәүлек­тәр менән тулҡындарға ҡар­шы барҙыҡ. Көньяҡ Африкаға боролорға тейеш булһаҡ та, Америка яғына боролорға тура килде. Караптар бер ҡалҡа, бер сума. Диңгеҙ ҡағиҙәһе буйынса тулҡындарға ҡаршы барҙыҡ, сөнки тулҡын эр­гәнән булһа, карапты ауҙарып һалыу хәүефе бар. Ул саҡта Анголала революция бара ине. Беҙ ярҙамсы булараҡ бер аҙна торҙоҡ, атыштарҙы ла ишеттек... Артабан географик картаның ноль нөктәһенән үттек. Шунан бер аҙнаға Аф­риканың Мозамбик ҡалаһын­да туҡталдыҡ. “Увольнение”ға сығып, Африка халҡы менән осраштыҡ. Һинд океанына сыҡҡас, Виктория утрауы­на барҙыҡ. Африка илдәрен әйләнеп сығып, Демократик Йемен Республикаһына, унан һуң Һиндостандың Помпей ҡалаһына килдек. Унда айы­рым “увольнение” булманы, бишәүләп-бишәүләп кенә йөрөнөк. Аҙаҡ Сингапур аша Алыҫ Көнсығышҡа ҡайттыҡ. Хеҙмәт барышында Һинд оке­анында йола буйынса Нептун көнө кеүек байрамдар уҙға­рылды. Бында эҫелек 55 градус ине, ҡояшта 60 градус булған­дыр, моғайын. Ә Һинд оке­анында штормдар бөтөнләй юҡ. Мин барлығы 14 диңгеҙ һәм 3 океанды (Һинд, Тымыҡ, Атлантик океандар) үттем. Барлығы өс йыл да егерме көн хеҙмәт иттем. Алған тәьҫо­раттарым иҫ киткес ҙур. Әле­ге көндә лә диңгеҙ тауышын, ярһыу тулҡындарҙы онотмайым. Ул йылдарҙы бик һағы­нам, әгәр мөмкин булһа, ошо юлды ҡабат һайлар инем, - тип һөйләне ул.

Элекке диңгеҙсе хәтер һан­дығын сискәндә, әйтерһең, йәш сағына, йәш кенә хеҙмәт­тәш моряктар янына әйлә­неп ҡайтҡандай булды. Уның күҙҙәрендә һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бәхет осҡон­дары сағылды.

Раил Фаил улы армиянан ҡайтҡас, “Урал” колхозында тәүҙә шофер, һуңынан брига­дир була. Колхоз бөткәс, Се­берҙә, аҙаҡ Өфөлә вахта ысу­лы менән хеҙмәт итә. Артабан “Башавтотранс”та һаҡсы бу­лып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әйткәндәй, уның флотта рухи һәм физик яҡтан сынығыуы тормошта ла ярҙам итә. Ҡайҙа эшләһә лә, эшен еренә етке­реп, намыҫ менән башҡара ул.

Ҡатыны Фәнәзиә Йәүҙәт ҡыҙы менән ике ул үҫтерәләр. Икеһе лә ғаиләре менән Өфөлә йәшәйҙәр. Илдар - Эске эштәр органдары ветераны, чечен һуғышы яугире, әле ул башҡа өлкәлә эшләй. Илнур ҙа баш ҡалала хеҙмәт итә. Ғай­синдар олатай-өләсәй булыу бәхетен дә кисерә - биш ей­ән-ейәнсәрҙәре бар.

Еңел булмаған, әммә бик мауыҡтырғыс та, үҙенсәлекле лә юл үткән Раил Ғайсин форсаттан файҙаланып, бар­лыҡ хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәрҙе байрамда­ры менән ҡотлай һәм сәләмәт­лек, тыныслыҡ теләй.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Диңгеҙ-океандарҙы иңләгән
Диңгеҙ-океандарҙы иңләгән
Автор:
Читайте нас: