Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Июль , 10:50

Үҙ юлын тапҡан - бәхеткә юлыҡҡан

Сауҙа өлкәһе иҡтисадтың иң мөһим секторҙарының береһе булып ҡала. Уның үҫеш кимәле буйынса төбәктең дөйөм байлығы, мөмкинлектәре тураһында һүҙ йөрөтөлә.

Үҙ юлын тапҡан - бәхеткә юлыҡҡан
Үҙ юлын тапҡан - бәхеткә юлыҡҡан

27 июль - Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө

Үҙ юлын тапҡан - бәхеткә юлыҡҡан

Сауҙа өлкәһе иҡтисадтың иң мөһим секторҙарының береһе булып ҡала. Уның үҫеш кимәле буйынса төбәктең дөйөм байлығы, мөмкинлектәре тураһында һүҙ йөрөтөлә.

Бөгөнгө көндә ҡалала ғына түгел, шу­лай уҡ ауыл ерендәге сауҙа нөктәләре лә халыҡҡа аҙыҡ-түлек тауарҙарының киң ассортиментын тәҡдим итә ала. Һатыу эшендә күп йылдар тырышып эшләгән яҡташтарыбыҙ бихисап. Шундайҙарҙың береһе, үҙ эшенең оҫтаһы – Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Раушания Мифтахова.

Олокүл ауылында тыуып үҫкән Рауша­ния Әғзәм ҡыҙы 1987 йылда Йоматау тех­никумын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Карл Маркс исемендәге колхозға иҡти­садсы булып эшкә килә. Ике йыл эшлә­гәс, Иҫке Бәпес ауылы егете менән ғаилә ҡороп, ошо ауылда төпләнәләр. Артабан Раушания Мифтахова ун йыл колхозда бухгалтер, егерме йыл ауыл Советында баш бухгалтер вазифаларын башҡара. 2019 йылда ауыл магазинына һатыусы бу­лып эшкә килә.

- Өс кеше эшләйбеҙ. Бер көн эшләһәк, ике көн ял итәбеҙ. Иҫке Бәпескә килгә­немә августа 37 йыл була. Ауылды һәм уның халҡын яраттым. Күптән түгел генә ғаиләбеҙҙең 35 йыллыҡ юбилейын бил­дәләнек, - ти ул.

Тормош иптәше Рәсил Риф улы оҙаҡ йылдар колхозда агроном, газ ҡаҙанлығы операторы булып эшләй. Әлеге көндә ул - Өфө аэропорты хеҙмәткәре.

Мифтаховтар үҙҙәренең татыу ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр, ейән һәм ейәнсәр бәхете татыйҙар. Ҡыҙҙары Лилиә ғаиләһе менән Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәһә, Айгиз улдарының ғаиләһе Өфөлә төпләнгән.

- Һәр эштең үҙенең ыңғай һәм кире яҡтары була. Ҡайҙа эшләһәм дә һәр саҡ хеҙмәтемде яратып башҡарҙым. Был эшем дә ныҡ оҡшай. Бигерәк тә көн һайын ауылдаштарым менән аралашыу күңелемә яҡын. Йәй көндәрендә кеше күберәк килә, әлбиттә. Һәр тауарҙы үҙе­беҙ ҡабул итәбеҙ, үҙебеҙ урынлаштыра­быҙ. Хеҙмәттәштәрем Рәйсә Ғимранова һәм Фаилә Фәйзуллинаға оло рәхмәтле­мен. Эштең барлыҡ нескәлектәренә улар өйрәттеләр, - ти Раушания Әғзәм ҡыҙы яратҡан һөнәре хаҡында.

Үҙ юлын табып, бәхеткә юлыҡҡан яҡташыбыҙҙың эштәре артабан да уң булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: