Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Июль , 09:30

Һеңлем яңы тыуған игеҙәктәренән баш тартмаҡсы...

"Эх, апай, миңә шул тиклем ҡыйын, етмәһә, һин йәнде үртәйһең. Нимә эшләргә белмәй йөрөгән сағым. Алдырырға һуңға ҡалғанмын, тапһам да, ҡыйын буласаҡ, УЗИ игеҙәк тип күрһәтте... Иремдән түгел шул улар..." Түгелеп илап ебәрҙе ул саҡта туғаным.

Һеңлем яңы тыуған игеҙәктәренән баш тартмаҡсы...
Һеңлем яңы тыуған игеҙәктәренән баш тартмаҡсы...

"Эх, апай, миңә шул тиклем ҡыйын, етмәһә, һин йәнде үртәйһең. Нимә эшләргә белмәй йөрөгән сағым. Алдырырға һуңға ҡалғанмын, тапһам да, ҡыйын буласаҡ, УЗИ игеҙәк тип күрһәтте... Иремдән түгел шул улар..." Түгелеп илап ебәрҙе ул саҡта туғаным.

Туғаным төпкөл ауылға килен булып төштө. Кейәү менән бер-бер артлы өс балаға ғүмер бирҙеләр. Һеңлем береһенән-береһе бәләкәйерәк балаларҙан, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙән баш та ҡалҡыта алмай донъя көтә, ә кейәү ҙур ғаиләне аҫрау өсөн Себер яҡтарына вахта ысулы менән йөрөй. Үҙ-ара мөнәсәбәттәренә килгәндә, миңә туғаным шул ҡәҙәр йәл. Ни өсөн тигәндә, был ауылда ҡатын-ҡыҙға боронғоса ҡараш, йәғни, дөрөҫмө-юҡмы, ир һүҙен өҫтөн ҡуйыу, һәр нәмәлә уға буйһоноу, өнһөҙ-тынһыҙ хеҙмәт итеү тәртибе йәшәй кеүек. Һеңлем үҙе лә бигерәк йомшаҡ, артығы менән баҫалҡы. Бәлки, шундай холҡо арҡаһында ғаиләһен тарҡатырҙай хәлдәргә тарығандыр ҙа.

Кейәү вахтала саҡта һеңлем эргәһенә йыш киләбеҙ. Йыл ярым элек тағы ауырлы икәнен күргәс, беҙҙең арала ошондай һөйләшеү булғайны: "Үҙеңә ауыр бит, ниңә һаҡланмайһың?" "Эх, апай, миңә шул тиклем ҡыйын, етмәһә, һин йәнде үртәйһең. Нимә эшләргә белмәй йөрөгән сағым. Алдырырға һуңға ҡалғанмын, тапһам да, ҡыйын буласаҡ, УЗИ игеҙәк тип күрһәтте..." Түгелеп илап ебәрҙе ул саҡта туғаным. "Һиңә хәҙер көйөргә ярамай, ярай, өсәү янына тағы икәүҙе һыйҙырырһығыҙ әле, кейәү генә һау булһын", тип тынысландырырға итәм. "Былары уныҡы түгел шул..." Бына һиңә мә! Был һүҙҙәре күпте күргән мине лә шаңҡыта һуҡты: өйөнән бер ҡайҙа сыҡмай, кеше менән аралашмай - нисек улай булған һуң?!

Һеңлемдең өҙә-йолҡа һөйләүенән шуларҙы белдем: бер туйҙа ҡоҙа тейешле ғаиләле әҙәм уға күҙ һалған, ҡатыны алдында асыҡтан-асыҡ бәйләнмәһә лә, кинәйәләп һүҙ ҡушып, тап булғанда күҙ ҡыҫҡылап, үҙенең сәләмәт булмаған мөнәсәбәтен белдерергә маташҡан. Аҙаҡтан да ауылға ҡайтҡандарында (уларҙың ғаиләһе ҡалала төпләнгән) юлына арҡыры сығып, төрлөсә йәш ҡатындың ҡылын тартҡылаған. Ә һеңлем быларҙы ҡоҙа менән ҡоҙаса арыһындағы шаяртышыу кеүек ҡабул итеп, артыҡ әһәмиәт бирмәгән. Бер көн, ире юҡтан файҙаланыптыр инде, төнгә ҡарай юҡ йомошон бар итеп килеп ингән. Таныш кешенең яман уй менән йөрөгәнен белһә, ишегенә биш ҡат бик һалыр ине лә бит... Балалар йоҡлап киткәнсе юҡ-бар һүҙ һөйләп ваҡыт үткәргән, сәй ҡуйҙырған. Килгән кешене ҡыуып сығарыу ғәҙәте юҡ беҙҙә - шунан файҙаланған да инде. Тиҙҙән һүҙҙән эшкә лә күскән... Балаларының уяныуынан ҡурҡып, урамда үткенселәр ишетеүенән оялып, ҡураныс кәүҙәле Сөмбөл ҡысҡыра ла, көслө ҡулдарҙан ысҡынып ҡаса ла алмаған. Ҡара эшен ҡылғас, әҙәм аҡтығы, кешегә һөйләһәң, үлтерәм, тип тә янаған. Бына шулай ышаныусанлығы, йомшаҡлығы харап иткән дә инде һеңлемде. Нимә эшләргә миңә артабан, йәшәгем килмәй, тигәс, кейәүгә барыһын да һөйләргә кәңәш иттем. Нимә булһа ла булыр, тип тәүәккәлләгән Сөмбөл. Әлбиттә, һөйләшеү ауыр булған, ни тиһәң дә, ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ир намыҫы ла кәмһетелгән осраҡ, шулай ҙа бергә йәшәйҙәр әле.

...Яңыраҡ әсә ҡарынында уҡ ҡәҙерһеҙгә, кәрәкһеҙгә әйләнгән сабыйҙар тыуҙы. Кейәүҙең эшләмәгән сағы тура килһә лә, уларҙы дауахананан барып алышманы, өйҙә лә эргәләренә яҡын килмәне, һөмһөрө ҡойолоп йөрөнө лә вахтаһына сығып китте. Икенсе ҡайтҡанында уларҙан баш тартып ғариза яҙған. "Балаларҙың ни гонаһы бар?" тип тә әйтеп ҡараныҡ, ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙар ҙа уны был аҙымынан кире дүндерергә тырышты, тик кейәү әлегә һүҙендә ныҡ тора: үҙ аталары ҡараһын һәм вәссәләм. Ә һеңлем ике ут араһында. Тик ире шулай тип торғас, ышанаһығыҙмы, улай булғас, миңә лә кәрәкмәй улар, ти. Туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөтөп, илай-һыҙлана тапҡан сабыйҙар тураһында нисек шулай әйтергә мөмкин?! Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүен, бар нәмәгә битарафлығын күреп, үҙенә бер-бер хәл ҡылып ҡуймаһын тип әсәйем менән алмаш-тилмәш эргәһендәбеҙ, ҡарауыллайбыҙ. Ә теге яуыз ниәтле бәндә ваҡиғаны үҙ файҙаһына бормаҡсы, һеңлемә ҡара яғырға маташа, йәнәһе, ике яҡтың да ризалығы менән булды, тип ышандырырға маташа. Уға ҡарата ғариза енәйәттән һуң бик күп ваҡыт үткәс кенә яҙып һалынған, берҙән-бер дәлил - мәсхәрәләнгән һеңлемдең уға ҡаршы һүҙе һәм игеҙәктәр.

Әсә ҡарынында ятҡанда уҡ талаш алмаһына әүерелгән, хыянат кисергән сабыйҙар ныҡ йәл. "Дошман балалары" тип ҡырын ҡараған "ата", күңеле китек, намыҫы таплы әсә янында типкеләнеп үҫкәнсе, балалар йорто яҡшы булыр ине, тигән уй ҙа килмәй түгел. Ә шулай ҙа Хоҙайым ата-әсәнең күңеленә миһырбанлыҡ биреп, күңел күҙҙәре асылыр, балаларға йөҙ менән боролор, улар ҙа башҡалары кеүек һөйөү-хәстәрлек солғанышында бәхетле, кәрәкле булып үҫер, тигән өмөт ҡуҙы бар...

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Башҡортостант гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: