Үтәгән мәктәбенә - 60 йыл
Тарихка күҙ һалайыҡ
1919 йылдың 26-сы декабрендә Халыҡ Комиссарҙары Советы «РСФСР халҡы араһында наҙанлыҡты бөтөрөү тураһында декрет» ҡабул итә. 1921 йылда ошо документҡа ярашлы Үтәгәндә лә мәсет бинаһында мәктәп асыла.
Көндөҙ балалар, ә кисен өлкәндәр уҡырға һәм яҙырға өйрәнәләр. Ошо мәктәп 1964 йылға тиклем эшләй. 1959 йылда яңы мәктәптең проекты төҙөлә һәм нигеҙ һалына башлай. Был эште мәктәп директоры Сания Бикҡужина һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батыровалар башҡара. 1964 йылдың ғинуар айында мәктәп тәүге уҡыусыларын ҡабул итә. 1989-1996 йылдарҙа филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы отличнигы Рим Сәйетбаттал улы Искәндәров мәктәпкә ике ҡатлы төкәтмә төҙөтә, кабинет системаһын барлыҡҡа килтереп балаларға урта белем биреү шарттарын булдыра.
Лидия ИҪӘНБАЕВА,
Үтәгән мәктәбенең хаҡлы ялдағы уҡытыусыһы.