Үтәгән мәктәбенә - 60 йыл
Күп эштәр алып барылды
Үтәгән мәктәбе асылғандан бирле бер быуат кимәлендә туған телде өйрәнеү өҫтөндә күп эштәр алып барылған. Быға мәктәптә уҡып сыҡҡан ике академик Ғайса Хөсәйенов һәм Роберт Байымов миҫал булып тора. Шул уҡ йүнәлеш оҫтаһы - Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Үтәгән урта мәктәбе республика уҡытыусыларының белемдәрен камиллаштырыу институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү майҙансығы булып торҙо. Филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы отличнигы Рим Искәндәров һәм халыҡ мәғарифы отличнигы Зәкирә Нафиҡова башҡорт телен тәрәнәйтеп өйрәнеү программаһы буйынса эш алып барҙы. Ул йылдарҙа башҡорт телен өйрәнеү аҙналыҡ сәғәттәрҙә күп ине. Мәктәптә республика кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса байтаҡ семинарҙар үткәрелде. Мәктәп шулай уҡ Башҡорт филологияһы факультеты студенттарының практика үтеү өсөн база учреждениеһы ла ине. 50-нән ашыу уҡыусының артабан белем алыу өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын һайлауы шундай ҙур эштәрҙең һөҙөмтәһе булып тора ла инде. Араларында Ҡоролтай депутаттары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, «Дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнгәндәр ҙә бар.
Гөлгөнә БАТТАЛОВА,
Үтәгән мәктәбенеңе хаҡлы ялдағы уҡытыусыһы.