Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Июль , 11:18

Үтәгән мәктәбенә - 60 йыл

Әминә Ҡыҙрасова, РФ мәғариф ал­дынғыһы, Фаягөл Байгилдина, Мәүлиҙә Тажетдинова (Ишкилдина)

Үтәгән мәктәбенә - 60 йыл
Үтәгән мәктәбенә - 60 йыл

 Әминә Ҡыҙрасова, РФ мәғариф ал­дынғыһы:

- Республика, Бөтә Рәсәй конкурста­рында ла уҡыусылар үҙҙәрен һынап ҡа­райҙар, бындай конкурстар уҡыусыларға артабан үҫергә, камиллашырға ярҙам итә. «Башҡорт мозаикаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Саби­на һәм Линара Батталовалар «Тыуған яҡ» йырын башҡарған өсөн 1-се урынға лайыҡ булдылар. Фаягөл Бикташева - «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүе өсөн 3-сө урын­ды яуланы. “Спорт - һаулыҡтың нигеҙе” икәнлеген һәр уҡыусы яҡшы аңлай, улар төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡат­нашалар. Төрлө спорт ярыштарын ата-әсәләрҙән башҡа ойоштороу мөмкин түгел. Баһауетдиновтар ғаиләһе зона буйынса үткәрегән ярыштарҙа ҡатна­шып еңеүгә өлгәштеләр. Уҡытыуҙы ин­тенсивлаштырыу инновация режимы балаларҙың сәләмәтлегендә лә сағыла. Коллектив уҡыусыларҙың һаулығын даи­ми контролдә тота. Мәктәп эргәһендә ойошторолған лагерҙарға уҡыусылар ҙур теләк менән йөрөй. Лагерь тормошонда төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмайҙар, бер үк ваҡытта төрлө по­ходтарға экскурсияларға йөрөп, танып белеү эшмәкәрлеген дә үҫтерәләр. Та­лантлы балаларҙы үҫтереү йүнәлешендә лә маҡсатлы эш алып барыла: йыл һайын уҡыусылар Гагарин Кубогына үткәрел­гән предмет-ара конкурста ҡатнашып белемдәренең нигеҙле булыуын иҫбатлай. Республика, муниципаль кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡат­нашыу һәм юғары уңыштарға өлгәшеү мәктәп коллективының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Һәр еңеүҙең, һәр уңыштың башында әлбиттә, уҡытыусы - уҡыусы берҙәмлеге, тырышлығы тора.

Фаягөл Байгилдина:

- Мәктәпте тамамлағанға инде ун дүрт йыл да үтеп киткән. Әле генә бе­ренсе класҡа белем үрҙәренә үрмәләргә тип, мәктәп ишектәрен тәү тапҡыр асҡан инек.

Ошо 60 йыл эсендә беҙҙең тыуған мәктәбебеҙ нисә кешегә ҡанат ҡуйған, тормош юлдарын үтергә тәжрибә бир­гән. Балаларҙың күңеленә белемгә булған һөйөүҙе дөрләтеп ебәргән беҙҙең уҡытыу­сыларыбыҙ Зәкирә Мәхмүт ҡыҙы, Гәүһәр Мәхмүт ҡыҙы, Клара Хәмит ҡыҙы, Фәнүзә Сәйезбәк ҡыҙының дәрестәре ни тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә ине.

Закирә Мәхмүт ҡыҙына айырым рәхмәтемде белдергем килә. Сөнки уның тырышлығы арҡаһында беҙ барлыҡ рай­он күләмендә уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында ҡатна­шып, призлы урындар яулап, республика күләменә сыға инек. Клара Хәмит ҡыҙы иһә балалар йөрәгендә тәбиғәткә һөйөү һәм ихтирам уятты.

Гәүһәр Мәхмүт ҡыҙы беҙҙе бик күп походтарға йөрөттө, уның менән Ти­мур командаларына бүленеп ололарға ярҙам ҡулы һуҙған ваҡыттар әле лә иҫемдә. Фәнүзә Сәйетбәк ҡыҙының дәре­стәре аша беҙ рус теле һәм әҙәбиәтенең серҙәрен астыҡ, яңы үрҙәргә ирештек.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар барыһы ла баҡыйлыҡҡа күстеләр инде. Ошо яҙмала булған рәхмәт һүҙҙәре уларға доға булып барып ирешһен ине, урындары йәннәттә булһын.

Мәүлиҙә Тажетдинова (Ишкилдина):

- Мәктәптең юбилейы була тигәс, һәр нимәне барлайһың. Беҙҙе уҡытҡан уҡытыусылар һәр береһе күҙ алдына килә. Уларҙың тормош, эш тәжрибәһе ҙур булған. Беҙгә, уҡыусыларына, тор­мошта үҙ урындарын табыр өсөн төплө белем бирҙеләр. Һүҙем мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән Йәғәфәр Ташбулатов һәм Ғәзизә Сәхәпова тураһында булыр. Йәғәфәр Харис улы беҙгә физика, ә Ғә­зизә Хажимөхәмәт ҡыҙы биология, хи­мия фәндәренән белем бирҙеләр. Улар һәр дәресте ҡыҙыҡлы, аңлайышлы итеп алып баралар ине. Һәр уҡыусыны тигеҙ күреп, киләсәктә илгә кәрәкле кеше булһын өсөн тырышты. Йәғәфәр Харис улы оҙаҡ йыл­дар директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләне. Улар икеһе лә үҙ балаларына өлгө булып торалар. Юҡҡа ғына Лена һәм Риф Сәхәповтар, Әлиә Йәғәфәр ҡыҙы уларҙың юлын дауам итеп, педагог һөнәрен һайламағандыр. Беҙҙе лә иҫкә алдылар тип, рухтары шат булһын остаздарыбыҙҙың.

Автор:
Читайте нас: