Мәктәп йәшәһә, ауыл да йәшәй
Һәр беребеҙҙең бала сағы, үҫмер йылдары мәктәп менән бәйле. Оло тормошҡа аяҡ баҫыр алдынан һәммәбеҙ ҙә ошо белем усағында ҡанат нығытабыҙ.
Ғүмеребеҙҙең иң сағыу, шаян, ҙур маҡсаттарға ынытылып йәшәгән мәле бит ул мәктәп йылдары. Был йылдарҙы беҙ һәр саҡ һағынып иҫкә алабыҙ. Үтәгән ауылы мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаған, хәҙерге ваҡытта илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә тормош көтөүсе класташтар һәм ошо мәктәптә хеҙмәт итеүселәр белем усағының 60 йәшлек юбилейына йыйылды.
- “Хужаһыҙ йорттоң йәме булмай”, - ти халыҡ мәҡәле. Тәүге һүҙҙе хужа башлай, был башҡорттоң изге йолаһы, - тип, алып барыусылар тәүге һүҙҙе мәктәп директоры Зорина Иҙрисоваға бирҙе. Зорина Наил ҡыҙы байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, иң изге һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан һүҙ сараның мәртәбәле ҡунаҡтарына бирелде.
- Үтәгән мәктәбе алтмыш йыл дәүерендә бик күп лайыҡлы уҡыусылар тәрбиәләне. Мәктәп үҙенең уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала, - тине район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова һәм бер төркөм уҡытыусыларҙы бүләкләне.
Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова, Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова, район мәғариф бүлегенең профсоюз ойошмаһы рәйесе Рөстәм Әминев, Ҡырмыҫҡалы сәнғәт мәктәбе директоры Хәниф Батталов һәм башҡалар ҙа үҙҙәренең изге һүҙҙәренә ҡушып, мәктәпкә бүләктәрен тапшырҙы.
- Беҙ 1960 йылда ошондағы ике ҡатлы ағас мәктәпте тамамланыҡ. Шул йылды яңы мәктәп өсөн нигеҙ һалына башлағайны. Ул нигеҙҙе һалыу эшенә беҙҙең дә ҡул тейҙе. Ошо ағас мәктәпте академиктарыбыҙ Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымов тамамлаған. Был инде ауылыбыҙ мәктәбенең ни тиклем көслө булыуы тураһында күпте һөйләй. Мәктәбебеҙ әле лә үҙенең ошо көсө менән эшмәкәрлеген дауам итә, - тине үҙ сығышында ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов.
Төрлө йылдарҙа мәктәпте етәкләгән директорҙарға, ошо мәктәптә төрлө йылдарҙа эшләп киткән һәм хаҡлы ялдағы уҡытыусыларға, сығарылыш класы уҡыусыларына ла һүҙ бирелде байрамда. Уларҙың һәр береһе Үтәгән мәктәбендә хеҙмәт иткән йылдарының йылы хәтирәләре менән бүлеште. Төрлө йылдарҙа мәктәптә төрлө хеҙмәт башҡарыусылар ҙа ситтә ҡалмайынса гөлләмәләргә эйә булды. Мәрхүм булған һабаҡташтар, уҡытыусылар, яҡташтар хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡ урынлаштырылды.
Үтәгән мәктәбенең юбилей сараһында һәр бер сығыш яһаусы тиерлек: “Мәктәп йәшәһә, ауыл да йәшәй!” - тигән һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Эйе, мәктәпһеҙ ауыл ул айһыҙ мәсет кеүек. Ауылда мәктәп – белем биреү учреждениеһы ғына түгел, мәҙәни һәм рухи үҙәк тә, ауыл тормошо үҫешенең көслө факторы ла. Киләсәктә лә мәктәптәребеҙ ҙә, ауылдарыбыҙ ҙа гөрләп йәшәһен!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.
Хәҙерге көндә Үтәгән мәктәбенең татыу коллективында алты уҡытыусы, ике йыйыштырыусы, ике ҡарауылсы, ашнаҡсы хеҙмәт итә. Уҡытыусыларҙың дүртәүһе юғары категорияға эйә. Белем усағында 27 уҡыусы белем ала. Улар Бөтә Рәсәй, республика конкурстарында призлы урындар яулауға ирешә.
Үтәгән мәктәбе тарихының бер битен хөрмәтле директорҙар алып тора. Иҫке бинала 1954-1959 йылдарҙа Мөхәмәтҡолов Мәхмүт Баҡый улы директор булған. 1959-1965 йылдарҙа - Бикҡужина Сания Мөхәмәтрәхим ҡыҙы. 1965-1998 йылдарҙа - Искәндәров Рим Сәйетбаттал улы. 1998-2003 йылдарҙа - Йосопов Хәлит Дәүләтбай улы. 2003-2012 йылдарҙа - Вәлиева Сәйҙә Сәйетзада ҡыҙы. 2013-2020 йылдарҙа - Язғарова Гүзәл Фәрит ҡыҙы. 2020 йылдан башлап әлеге көнгә тиклем Үтәгән мәктәбе директоры вазифаһын Иҙрисова Зорина Наил ҡыҙы башҡара.
Лилиә Түрйән ҡыҙы ВӘХИТОВА:
- Үтәгән ауылында тыуып үҫтем, ошо ауыл мәктәбендә белем алдым. Салауат педагогия училищеһын тамамлағас, 1989 йылда тыуған мәктәбемдә хеҙмәт юлын башланым һәм бында 23 йыл уҡыттым. Ситтән тороп институт тамамларға ла өлгөрөҙөм. Бөгөнгө байрамда үҙемдең уҡыусыларымды күреп, хатта, ҡабаттан йәш саҡтарыма ҡайтҡандай булдым. Шөкөр, уҡыусыларымдың һәр береһе үҙ урындарын табып, бөгөнгө көндә яратҡан эштәрендә эшләп йөрөй. Миңә тормош иптәшем эшләгән Ульяновск өлкәһенә күсеп китергә тура килде. Унда ла башланғыс кластар
уҡытыусыһы булып эшләйем. Ауылымды гелән һағынып ҡайтам. Туғандарыбыҙҙың ҡәберҙәренә зыярат ҡылабыҙ. Ҡасандыр үҙемде уҡытҡан уҡытыусылар менән бер коллективта эшләүем менән бәхетлемен. Байрам ныҡ оҡшаны.