Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Июль , 12:15

Ғаилә усаҡтары һүнмәһен, мөхәббәт һүрелмәһен!

Район Мәҙәниәт һарайында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған йәмле сара уҙҙы. Байрамға килеүселәр өсөн фойела төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр әҙерләнгәйне.

Ғаилә усаҡтары һүнмәһен, мөхәббәт һүрелмәһен!
Ғаилә усаҡтары һүнмәһен, мөхәббәт һүрелмәһен!

Ғаилә усаҡтары һүнмәһен, мөхәббәт һүрелмәһен!

Район Мәҙәниәт һарайында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған йәмле сара уҙҙы. Байрамға килеүселәр өсөн фойела төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр әҙерләнгәйне.

Тантаналы сараны район ха­кимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева асты.

- Ғаилә – йәмғиәттең мөһим ҡиммәте. Ул – яратҡан йорто­боҙ, яратҡан йәрҙәребеҙ, бала­ларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, яҡлаусыларыбыҙ һәм һаҡлаусыларыбыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең иң ҡиммәтле хазинабыҙ, - тип башланы ул һүҙен һәм ғаилә ҡим­мәттәренә баҫым яһаны. Уның билдәләүенсә, Ҡырмыҫҡалы рай­онында йыл башынан алып 92 пар ғаилә ҡорған, 195 сабый донъяға ауаз һалған. Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы үҙенең сығышында оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе ғаилә парҙары­на, күп балалы һәм уллыҡҡа бала алған ғаиләләргә оло рәхмәтен белдерҙе.

- Бөгөн беҙ хәрбиҙәргә терәк- таяныс һәм сыҙам булғандары өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ. Улар – беҙҙең геройҙар, йәш бы­уын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып торалар, - тигән һүҙҙәренә ҡушып байрам уңайынан райо­ныбыҙҙың барлыҡ ғаиләләренә изге теләктәрен юллағас, бүләкләү тантанаһын башланы.

Иң тәүгеләрҙән булып сәхнә түренә Яңы Ҡыйышҡынан Әлиә һәм Фәнил Рәхимовтар саҡы­рылып, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Рәхимовтар ғаиләһе ярты бы­уат бәхетле ғаилә тормошо ки­серәләр. Өс балаға лайыҡлы тәр­биә биреп үҫтергәндәр. Бөгөнгө көндә уларҙы биш ейән-ейәнсәре үҙҙәренең уңыштары менән ҡыу­андыра. Әлиә Зәйнетдин ҡыҙы 35 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаһа, Фәнил Ғөбәйҙулла улы ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте тармағында тир түккән. Шулай уҡ Рәхимовтар ғаиләһе бергә йәшәүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы район хаки­миәтенең Рәхмәт хатына һәм ҡиммәтле бүләгенә эйә булдылар.

Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Назаровтың имзаһы менән мөхәбәт һәм тоғролоҡ өсөн Рәх­мәт хаты өс бала тәрбиәләп үҫтер­гән Ҡабаҡ ауылынан Фатима һәм Әсхәт Йыһаншиндарға тапшы­рылды.

Артабан бергә ғүмер итеүҙәренең алтын юбилейын билдәләүсе ғаилә парҙары – Бельскийҙан Ғәнифә менән Мозафар Абдрафиҡовтар, Түбәнге Төкөн­дән Эльмира менән Вәлир Әл­мөхәмәтовтар, Атйетәрҙән Зилә менән Рәйес Вәхитовтар, Ҡыр­мыҫҡалынан Зилә менән Зәки Гәрәевтар, Сахайҙан Әлфирә менән Наил Хәлимовтар һәм башҡалар тәбрикләнде.

Шулай уҡ был танатанала “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй кон­курсында ҡатнашыусылар, күп балалы ғаиләләр, махсус хәр­би операцияға ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр бүләктәр менән бил­дәләнде.

Әлбиттә, бөгөнгө сараның ҡу­нағы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең ҡатыны Юлиә Бикмәтова ла ситтә ҡал­маны. Уға ла район хакимиәтенең Рәхмәт хаты, матур гөлләмә һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Байрам кисәһе ғаилә берҙәмлегенә арналған йәмле концерт программаһы менән тамам­ланды.

 

Әлиә һәм Фәнил РӘХИМОВТАР, Яңы Ҡыйышҡы ауылы:

- Ошондай күркәм сара ойоштороусыларға ҙур рәх­мәтлебеҙ. Районыбыҙҙа донъя көтөүсе ғаиләләргә иғтибар бүлеүҙәре, ҙурлап ҡотлауҙары күңелдәребеҙҙә оҙаҡ һаҡла­насаҡ. Ғүмер итеү – ялан үтеү түгел бит ул. 50 йыл – бик ҙур ғүмер, әлбиттә, төрлө саҡтар булғандыр. Ә оҙаҡ һәм татыу йәшәү се­ренә килгәндә инде, ғаиләлә иң беренсе бер-береңә ҡара­та һөйөү хистәре, балаларҙы яратыу, туғандарҙы хөрмәт итеү булырға тейеш. Ошо­ларҙың барыһы ла аралашы­уға йылылыҡ бирә, күңелдәрҙе күтәрә, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Ниндәй хәлгә лә ҡарамайынса бер-береңде аңлау һәм тыңлау, кәңәшләшеү, яраҡлашыу, сабырлыҡ, түҙемлек бергә-бергә татыу йәшәүгә ярҙам итәлер. Тағы ла ғаиләне уртаҡ маҡсаттар берләштерә. Балаларға матур тәрбиә биреү, уҡытыу, уларға ярҙам итеү кеүек мшәҡәттәр менән ғүмерҙең үткә­не һиҙелмәй ҙә. Хатта, 50 йыл йәшәгән кеүек тә түгел.

 

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: