Алыҫ араларҙы яҡын итеп, таҡтағоштар ҡайтты ғәзиз еренә...
Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Яңы Бишауыл (Таҡтағош) ауылы төрлө ерҙәрҙә йәшәгән яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы. Көн һалҡынса, ямғырлыраҡ булыуға ҡарамаҫтан халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә уның өсөн ғәзиз ауылҡайы иң яҡыны булып ҡала. Шуға көйһөҙләнеп торған һауа торошо ла байрам кәйефен боҙоп, тәьҫир итә алманы. Ошо ерҙә ҡалып, ауылды һүндермәй йәшәгән халыҡ башҡа тарафтарҙа йәшәгән, тыуған ерен һағынып ҡайтҡан яҡташтарын ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Улар ата-бабалары төйәгенә, тәпәй баҫҡан ерҙәренә ҙурлап та, тулҡынланып та, ашҡынып та алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайттылар. Был сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашып, әле ялда булған Әлхәт Ғөбәйҙуллиндың булыуы икеләтә шатлыҡ ине.
Осрашыу-күрешеү шатлығынан күңелдәре тулышҡан, бер-береһен һағынған ауылдаштарҙы, туғандарҙы, бергә уҡыған класташтарҙы күреү тулҡынландырғыс булды.
Был көндө ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре, һуғыш яландарынан табып алып ҡайтҡан экспонаттар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең кәрәк-яраҡтары, Иҫке Бәпес ауыл биләмәһенән сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең китаптарынан торған күргәҙмәләр менән танышырға була ине. Билдәле яҡташтары тураһында стендтар ҙа әҙерләнгәйне. Әйткәндәй, бында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһына ярашлы төҙөлгән балалар майҙансы ла йәм биреп ултыра. Ул балаларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә яратҡан урынына әйләнгән.
Яңы Бишауыл - күп быуаттар элек башҡорт халҡының Мең ырыуы ерҙәрен һатып алып, Табын ырыуы вәкилдәре төйәкләгән, тамырланған изге ер ул. Ауылға яҡынса 1900-сы йылдарҙа нигеҙ һалына. Күрше Үтәймулланан (Ауырғазы районы) күсенеп килгән ғаиләләр таҡтанан ҡыуыш ҡороп, донъя көтөп йәшәп киткән. Тәүҙә ауыл дүрт өйҙән генә торған. Был ваҡыттан һуң күпме һыуҙар аҡҡан, ил күргәнде улар ҙа кисереп, сәйәси үҙгәрештәргә шаһит булып, замана елдәренә бирешмәйенсә, йәшәйешен әлеге көнгә тиклем дауам итә.
Яңыбишаулдарҙың осрашыу шатлыҡтарын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар - муниципаль район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов, журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың Маҡтаулы гражданы, “Табын” ырыуҙары йәмәғәт ойошмаһы советы идараһы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы, Ҡырмыҫҡалы районының табын ырыуы Ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев, Иҫке Бәпес ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин килде. Уларҙың барыһы ла байрамдарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, сараға әҙерләнеүселәргә, ҡатнашыусыларға рәхмәттәрен белдерҙе.
Сараның иң тулҡынландырғыс мәле бүләктәр тапшырыу булғандыр. Муниципаль район советының Маҡтау ҡағыҙы менән йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән һәм ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешендә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Әлхәт Ғөбәйҙуллин, Иҫке Бәпес мәктәбе уҡытыусыһы, ауыл биләмәһе депутаты, ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешендә, йәмәғәт тормошонда әүҙем булған Эльвира Хәмиҙуллина бүләкләнде. Ауылдың иң оло кешеләре Кәшфулла Хөснетдинов, Мәрүәр Ишморатова, Зөләйха Ғөбәйҙуллина, Рима Абдуллиналар иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Бергә оҙаҡ ғүмер кисергән ғаилә парҙары -Рәсилә һәм Ғабделхай Абдуллиндар, Гөлнур һәм Өлфәт Сәйфуллиндар, алтын юбилейын үткәреүсе Рәмил Хәмиҙуллин да иғтибарҙан ситтә ҡалманылар.
Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция башланыу менән ир-егеттәр Тыуған ил һағына баҫҡас, Иҫке Бәпес ауылы биләмәһенән дә ҡырҡлап кеше унда ҡатнаша. Әлеге көндә ҡыҫҡаса ялда булған Фуат Хәсәнов, Азамат Хәлитов та сарала тәбрикләнде.
Был байрамды әҙерләгәндә төҙөкләндереү эштәрендә, өмәләрҙә ҙур ярҙам күрһәткән Альберт Янбаевҡа, Илдар һәм Ғәйфулла Хөснетдиновтарға, Венер Абдуллинға, Ғәлимйән Ғәйнуллинға, Рауил Сәйфуллинға, Рәмзил Ғөбәйҙуллинға, Рәйсә Ғәлимоваға, Наил Сәйфуллинға, Ләйсән Ирмәковаға, Рәиф Хәлитовҡа, Рида Ғималоваға ҙур рәхмәт әйтелде һәм бүләктәр тапшырылды.
Осрашыу минуттары бүләк иткән тантана йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Сәхнә оҫталары моңло йырҙар, сағыу бейеү бүләк итте. Шулай уҡ байрамды моңло йырҙары менән биҙәргә килгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзифа Исҡужина халыҡҡа моңло йырҙарын бүләк итте.
Шулай уҡ майҙансыҡтарҙа уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, тоҡ кейеп йүгереү һәм башҡа уйындар ойошторолдо. Ә балаларҙы аниматор уйнатты.
Халыҡ ҡунаҡтарҙы мул табын, милли ризыҡтар менән ҡаршыланы. Артабан яңыбишауылдар осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да тәмле былау, самауырҙа ҡайнаған хуш еҫле сәй һәм милли ризыҡтар менән һыйланы.
Ауылдаштарҙы, дуҫтарҙы, туғандарҙы бергә туплап, күрештергән, осраштырған көн күңелдәрҙә ғүмерлеккә матур хәтирәләр менән уйылыр.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотолары.
Таҡтағош
Һағынғанда тыуған төйәгемде,
Баҫып алһа мине моң-һағыш,
Дауа алыр өсөн һиңә ҡайтам,
Тыуған ауылҡайым, Таҡтағош.
Туйып булмай һулап саф һауаны,
Шәрбәт кеүек шишмә һыуҙары.
Йүкәләргә аҡ бөркәнсек ябып,
Яҙҙы туйлай урман буйҙары.
Йырлы бында туғай, һәр сауҡалыҡ,
Быуаһына төшкән пар аҡҡош -
Тәбиғәттең бөтә хозурлығы
Йыйылғандыр һиндә, Таҡтағош!
Йәмле яҡтарымдың үҙе төҫлө
Йәшәй һиндә матур кешеләр -
Ағинәйҙәр, олпат олатайҙар,
Ауылдаштар, дуҫтар, күршеләр.
Төпкөл тимәй улар ауылымды,
Ожмах түре күреп хөрмәтләй,
Йәшәүҙең дә бөтә йәмен, тәмен
Тоя белеп тырыш хеҙмәттә.
Йөҙ йыл тора Ерҙә ауылҡайым -
Көтһөн уны алда мул тормош.
- Киләсәгең яҡты булһын, тиеп,
Беҙ теләйбеҙ һиңә, Таҡтағош!
Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ.
Эльвира ХӘМИҘУЛЛИНА, ауыл старостаһы:
- Осрашыуға халыҡ бик теләп әҙерләнде. Һәр кем байрамды ҡаршылап, үҙ донъяһын матурланы. Кешеләр йорт-ҡураһын, ихатаһын, кәртәләрен төҙөкләндерҙе, яңыртты, буятты. Һәр ғаилә осрашыуға етди әҙерләнеп, дәрт менән эште атҡарып сыҡты. Әйткәндәй, быйыл хатта тәбиғәтебеҙҙе йәмләп, быуабыҙҙа аҡҡоштар ҙа төйәкләне.
Сараны ойошторған, үткәреүҙә ярҙам иткән муниципаль район, ауыл биләмәһе хакимиәттәренә һәм халыҡҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм. Артабан да берҙәм һәм бергә булайыҡ.
Рәмилә Сәйфуллина:
- Тыуған ауылымды һағынып Илеш районынан ҡайттым. Бала саҡ хәтирәләре, атай-әсәйем хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡланған ерем бик тә ҡәҙерле. Бында байтаҡтан күрмәгән туғандарымды, ауылдаштарымды осраттым. Ошондай матур байрамды ойошторған яҡташтарыма ҙур рәхмәт. Йәшәгән еремә рухи көс алып ҡайтасаҡмын.
Ғабделхай Абдуллин:
- Бик матур ауылдаштар осрашыуы булды. Күңелгә рәхәт булып китте. Күп йылдар күрмәгән ауылдаштарым да килгәйне. Ҡайта алмағандар араһында хәҙер үкенес белдереп шылтыратыусылар ҙа бар. Быға, әлбиттә, һауа торошо сәбәпсе булды. Ямғыр яуғылап торһа ла, байрам шул тиклем шәп үтте.