Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Июль , 23:11

Тынғыһыҙ һәм яуаплы һөнәрҙе һайлай

Машина йөрөтөүселәрҙең, пассажирҙарҙың һәм йәйәүлеләрҙең ғүмере һәм һаулығы ЮХХДИ хеҙмәтенә бәйле. Теләһә ниндәй һауа шарттарында ла улар юлдарҙа тәртип һаҡлайҙар.

Тынғыһыҙ һәм яуаплы һөнәрҙе һайлай
Тынғыһыҙ һәм яуаплы һөнәрҙе һайлай

Ҡырмыҫҡалы ауылы егете Ирек Ҡолғониндың ЮХХДИ инспекторы булып эшләүенә күптән түгел. Был көндө ул быйыл һөнәри байрам булараҡ икенсе тапҡыр билдәләй. Уҡыусы сағында хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү теләге булһа ла, яҙмыш уны тәүҙә икенсе юлдан алып китә. Ул тәүҙә Стәрлетамаҡ совхоз техникумында ветеринар һөнәрен алып, райондың ветеринария станцияһында һөнәре буйынса эшләй башлай. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт ауыл хужалығы университетының ветеринария факультетына уҡырға инә. Бер йылдан һуң армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, эшен дауам итә. Байтаҡ йылдар эшләгәс, 2014 йылда яҙмыш ҡушыуы буйынса бөтөнләй башҡа һөнәрҙе – яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа хеҙмәтте һайларға тура килә. Шулай ҙа ул был юлды һайлауына һис үкенмәй.
- Эске эштәр органдарында эшләү өсөн тәҡдим булғас, ризалаштым. Тәүҙә ведомствонан тыш һаҡта хеҙмәт итһәм, бер аҙҙан Росгвардияға күсерелдем. Шунан кинологтар мәктәбенә саҡырҙылар, һәм унда матди-техник һәм әйберҙәр менән тәьмин итеү бүлексәһендә начальник вазифаһын башҡарҙым. Бына ике инде ЮХХДИ-ла хеҙмәт итәм. Был яуаплы, еңел булмаған эшкә күңелем ятты. Юл хәрәкәте именлеген һаҡлау – беҙҙең төп маҡсат. Закондар үҙгәреп тора. Шуға камиллашып торорға кәрәк. Ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар кәмемәй. Хәүеф тыуҙырған транспорт сараһына иҫерек килеш идара итеүселәрҙе, ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларҙы асыҡлайбыҙ. Көн һайын уларҙы тоторға, ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Юлда ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итергә лә тура килә. Юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеү маҡсатында мәғариф учреждениеларына, хеҙмәт коллективтарына барып, әңгәмәләр үткәрәбеҙ, шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса рейдтарҙа ҡатнашабыҙ. Кемдәрҙер уйлағанса, беҙҙең бурыс штраф һалыу ғына түгел, ә иң тәүге сиратта, юлдағыларға ярҙам итеү, кәңәш биреү, аңлатыу. Автоинспектор әҙәпле булырға тейеш, төрлө хәлдәрҙә үҙеңде тота белеү кәрәк. Төрлө кешеләр осрай, ҡайһы ваҡыт ҡатыраҡ торорға ла тура килә, - тип һөйләне өлкән автоинспектор.
Өлкән лейтенант Ирек Тәлғәт улына принципиаллелек, йөкләнгән бурысты теүәл итеп башҡарыу хас, ул һәр саҡ килеп тыуған хәлдәрҙе тиҙ арала баһалап, уны сисеү юлдарын дөрөҫ итеп таба белә. Хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн бүлексәнең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнеп тора. Ә яңыраҡ ул ғүмере өсөн хәүефле булған хәл-ваҡиғала ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланды.
Ирек Ҡолғонин ғаиләһенән дә уңа. Ҡатыны Елена Александровна менән матур ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләйҙәр. Илназ 10-сы класҡа барһа, Аделина 6-сыға, Иллария 4-сегә күскән. Уның ауыр хеҙмәтен аңлаусы, өҙөлөп көтөүсе ғаиләһе булыуы үҙе ҙур бәхет.
Ғаилә башлығы яуаплы эшенән арынып, буш ваҡыттарында гитарала уйнап йырларға ярата. Эске эштәр органдары ойошторған бәйгеләрҙә ҡатнашып, урындар ҙа яулай. Шулай уҡ умартасылыҡ – уның яратҡан шөғөлө.
Барса юлдарҙа тәртип һаҡлаусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек һәм именлек теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: