Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Июнь , 12:26

Ураҙа тоторға ниәтләнегеҙме?

Бөгөн - Ғәрәфә көнө. Уны нисек үткәрергә?

Ураҙа тоторға ниәтләнегеҙме?
Ураҙа тоторға ниәтләнегеҙме?

Зөлхизә айының тәүге ун көнөн дин ғалимдары йылдың иң хәйерле осоро тип билдәләй. Ошо турала Пәйғәмбәребеҙҙең шундай һүҙҙәре бар: «Был мәлдәге изге эштәр Аллаһ Тәғәләгә шул тиклем яҡын һәм һөйөклө, хатта уларҙан да өҫтөнөрәк булған көндәр юҡ!» Ошо хәҙискә таянып, мосолмандар һәр Зөлхизә айын ихлас тәүбәләр, зикерҙәр һәм башҡа файҙалы ғәмәлдәр менән башлап ебәрергә тырыша.

Иң сауаплы, яҡшы эштәрҙең береһе булғанға күрә, Зөлхизә айының башындағы туғыҙ көндә, бигерәк тә Ғәрәфәлә (туғыҙынсы көндә), ураҙа тотоу хуплана. Тимәк, әгәр алдағы көндәрҙә тотмаған булһағыҙ, исмаһам, иртәгә ураҙаға инергә тырышығыҙ, ҡәрҙәштәр. Әбү Ҡатәдә риүәйәт иткән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ шулай тигән бит: «Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала йөрөгән кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йылда һәм быйыл ҡылынған гонаһтарҙы юйыр, тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнө тотолған ураҙа өсөн Ул үткән йылғы гонаһтарҙы кисерер, тип өмөтләнәм» (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).

Шулай уҡ күберәк доға ҡылығыҙ, Ҡөрьән уҡығыҙ, Аллаһты иҫкә алығыҙ, нәфел намаҙҙар ҡылығыҙ, изге ғәмәлдәр башҡарығыҙ. Ғәйшәнән (Аллаһ унан риза булһын) тапшырылған бер хәҙискә ярашлы, Пәйғәмбәребеҙ былай тигән: «Аллаһ Тәғәлә тарафынан Уттан азат ителгән (йәғни гонаһтары кисерелгән) ҡолдар һаны буйынса Ғәрәфә көнө менән тиңләшерлек бер көн дә юҡ» (Мөслим йыйынтығынан).

Ғәрәфәлә таҙарынып, пакланып, Ҡорбан ғәйетен күңел, тән сафлығында ҡаршы алайыҡ, иншәәАллаһ.

Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: