14 июнь – Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Сәйәхәттән илһам алып ҡайттыҡ
14 июндә Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Артабан эшләү өсөн көс-дәрт, дарман һәм илһам алып ҡайтыр өсөн һөнәри байрамыбыҙ алдынан коллективыбыҙ менән бәләкәй генә сәйәхәткә юлландыҡ.
Бының өсөн Ишембай районында, Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел Туғарсалған күле буйында урынлашҡан, Башҡортостан тәбиғәтенең уникаль ҡомартҡыларының береһе, әүлиәләр һәм хандар төйәге булған Торатау шиханын һайланыҡ. Бына, ниһайәт, беҙгә лә бейеклеге 406 метр, оҙонлоғо 1 километр ҙа 200 метр, киңлеге 800 метр тәшкил иткән мәшһүр тауҙың үрен яулау, тыуған яғыбыҙҙың хозур тәбиғәтенә юғарынан һоҡланыу форсаты тейҙе.
Ял итә-итә, бер-беребеҙҙе көтә-көтә баҫҡыстар буйлап үрләй торғас, шөкөр, Торатауҙың түбәһенә лә менеп еттек. Бында шундай һоҡланғыс күренеш асыла, сихри хозурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша, гүйә, бар тирә-йүн беҙҙең алда йәйелеп ята, ә баш осонда ғына зәңгәр болоттар йөҙә. Ана, бер яҡта Йөрәктау, Ҡуштау шихандары күренә. Берәй ваҡыт уларҙың да түбәһенә артылырға насип булыр, тип ышанабыҙ. Ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла, һәр кем ошондай бейек түбәгә күтәрелеп, унан һуғарылған ыңғай энергияны тойоп, мөғжизәле күренешкә һоҡланырға тейештер, күрәһең.
Әлбиттә, тауға үрмәләү һәр кемгә еңел генә бирелмәй, әммә беҙҙекеләр алдына ҡуйған маҡсатты һәр саҡ үтәргә күнеккән – ни аралалыр бер-бер артлы менеп тә баҫтылар. Ә унда менеп баҫҡас, күңелеңде шул тиклем рәхәтлек тойғоһо биләй, тәнеңә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт өҫтәлгәндәй, ә йәнең ял итә. Ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, түҙемле булырға ла өйрәткән кеүек Торатау. Бына шул мәлдәрҙә тауҙарҙың көс бирә тигәндең дөрөҫлөгөнә лә инанырға өлгөрәһең.
Тауҙан төшкән саҡта ла аңлатып та бирә алмаҫлыҡ үҙенә күрә ниндәйҙер тойғолар тулҡынында йөҙәһең, Торатау итәгендә ГУЛАГ ҡорбандары өсөн төҙөлгән лагерҙың ҡалдыҡтарын ҡарап, үткәнебеҙгә, тарихи ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтҡандай булаһың.
Бер ҡыҙыҡты ла яҙып үтәйем. Ижади кешеләр, йәғни беҙ, үҙҙәренең баштарында ҡайнаған меңәрләгән уйҙар менән үҙ донъяһында йәшәүгә әүәҫ. Шуның менән бәйле беҙҙең коллективта ла мәҙәк хәл булды – бер хеҙмәттәшебеҙ өйҙән яңылыш эрзинкә калушын кейеп сығып киткән. Арыу уҡ ҡына юл үткәнгә тиклем, автобуста эргәһендә ултырған хеҙмәттәшенең уның аяғына ныҡ ҡына текәлеп ҡарағанса, ул был турала үҙе лә белмәй ине әле, әлбиттә. Нимәгә ҡарай икән тип, үҙе лә аяҡтарына ҡарап, хәлде аңлап алғас, аптырап китте, тик һуң инде, кире боролоп тороу юҡ. Бына шулай итеп, ошоға тиклем йорт тирәһенән башҡа бер ҡайҙа ла тиерлек сығып йөрөмәгән йомшаҡ калуштарға ла хатта Торатау һынлы Торатауҙы күреп ҡайтыу бәхете тәтене!
Ижади кешеләр тигәндәй, беҙҙең кеүек матбуғат хеҙмәткәрҙәренә һәр ваҡыт илһам сығанағы талап ителә. Ул булмаһа, эшең дә алға бармай. Ә беҙҙең эшкә килгәндә инде, ҡайһы саҡ төрлө сараларҙа тегеләй-былай сабып йөрөп, телеңде арҡыры тешләп ҡайтып инәһең. Ҡайһы бер көндәрең район буйлап киләһе мәҡәләңдең геройҙары менән осрашыуҙарҙа үтә, ә бәғзе ваҡытта көнө буйы баш ҡалҡытмай компьютер төймәләренә баҫа-баҫа нимәлер ижад итәһең. Күҙҙәрең талғансы яҙылғандарҙы ҡат-ҡат уҡып, тикшерергә лә тура килә. Шулай итеп, беҙҙең хеҙмәт ижади һәләт кенә түгел, оло яуаплылыҡ һәм сабырлыҡ та талап итә тигән булайым.
Матур итеп ҡаршы алып, көс-дәрт өҫтәгәне, илһам шишмәбеҙҙе тулыландырғаны өсөн мөғжизәле Торатауға һәм ошо сәйәхәтте ойоштороусыларҙың барыһына ла мең-мең рәхмәтлебеҙ. Байрамыбыҙ менән, хеҙмәттәштәр! Ижади ҡомарыбыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен!
Розалия НАЗАРОВА.