Ҡорбанға ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙар
Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ, ҡорбан салыуҙың тәртибен яҙып үтегеҙ әле. Ҡорбан ғәйете булмаған көндө салырға буламы?
Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ! Ғөмүмән, ҡорбанды йыл әйләнәһенә салырға була. Был ирекле (нәфел) ҡорбан тип аталасаҡ. Сауаплы эш. Әммә Ҡорбан байрамы көндәрендә салынған вәджиб ҡорбан менән бүтән көндәрҙә салынған нәфел ҡорбандың дәрәжәләре төрлө. Берәү, мәҫәлән, йыл дауамында төрлө ваҡыттарҙа нәфел ҡорбан салып, шунан Ҡорбан байрамы көндәрендә: “Мин былай ҙа күп ҡорбан салам, шуға Ҡорбан байрамында ҡорбан салып тормаһам да булалыр, аҙаҡ салырмын, һарыҡ ҙурайһын да бер аҙ”, – тиһә, ә икенсе кеше йыл дауамында бер ҡорбан да салмай йөрөп, Ҡорбан байрамында ғына: “Минең бит ҡорбанлыҡ аҡсам бар, тимәк, мосолман булғас, мин дә бөгөн ҡорбан салырға тейешмен”, – тип, һарыҡ һатып алып салһа, шул икенсе кеше бер һарыҡ менән генә лә беренсе кешене әжер яғынан уҙып китәсәк. Сөнки ул Аллаһ ололаған көндө ололап, Пәйғәмбәрҙең сөннәтен үтәп, тап Ҡорбан байрамы көндәрендә ҡорбан салды, ә үҙе теләгән бүтән ваҡыттарҙа түгел.
Шуға күрә эштәрҙең дәрәжәләренә һәм сауаплы ваҡыттарына иғтибар итеп өйрәнегеҙ. Бөгөндән башлап һеҙ, мәҫәлән, өс көн рәттән ураҙа тота алаһығыҙ. Эйе, был яҡшы эш, әлхәмдүлиЛләһ. Әммә был өс көндә ураҙа тотмайынса, ләкин Ғәрәфәт көнөндә бер көн ураҙа тотҡан кеше һеҙҙе әжер яғынан барыбер уҙған буласаҡ. Сөнки ул Аллаһтың кешеләргә яҡынайған көнөндә, доғаларҙың ҡабул ителгән һәм ике йыллыҡ гонаһтар ғәфү ителгән көндә ураҙа тотто. Ошо бер бөйөк көндө бүтән ваҡыттарҙағы өс көн ураҙа менән алмаштырып булмай. Ҡорбан байрамы менән дә шуға оҡшаш хәл.
Әммә, үрҙә әйткәнебеҙсә, бүтән көндәрҙә лә ҡорбан салырға ярай. Тәртибе ябай: мал зәғиф һәм кәмселекле (ҡорсаңғы, сирле, ябыҡ, сатан, һуҡыр, ҡолаҡһыҙ, ҡойроҡһоҙ, мөгөҙһөҙ, тешһеҙ) булырға тейеш түгел. Ҡорбанға беҙҙең яҡтарҙа һарыҡ-кәзә һәм һыйыр малы ғына бара. Һарыҡ-кәзә бер йәштән уҙған булырға тейеш, һыйыр малы – ике йәштән. Ите йә тулыһынса, йә өлөшләтә мохтаждарға, туғандарға һәм күршеләргә таратып бирелә (йә уларҙы ҡунаҡ итеп һыйлайҙар). Ә тәүфиҡ – бер Аллаһтан.
Һорау: Ҡорбан көнө өс көн буламы?
Яуап: Күпселек ғалимдарҙың (хәнәфиҙәрҙең, хәнбәлиҙәрҙең һәм мәликиҙәрҙең) фекеренә ярашлы, ҡорбан сала торған көндәр – өс көн: 10-11-12 зөлхизә (быйыл был 16-17-18 июнь көндәренә тура килә). Шәфиғи мәҙһәбе буйынса, ҡорбан сала торған көндәр дүртәү: 10-11- 12-13 зөлхизә (йәғни, 16-17- 18-19 июнь көндәре). Бөгөнгө Сәғүд Ғәрәпстаны ғалимдары ла күпселектә ошо фекерҙә. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. Әммә Ҡорбан байрамы (байрам итә торған һәм ураҙа тоторға һис ярамаған көндәр) дүрт көн, бында фекер төрлөлөгө юҡ. Йәғни, 10-11-12-13 Зөлхизә көндәре.
Һорау: Ҡорбанға тигән тәкәнең күҙенә аҡ төшкән, уны ҡорбанға һуйырға яраймы? Һәм тағы ла: бер имсәгенең һөтө кипкән, ә ҡалған имсәктәрендә һөтө булған малды ҡорбанға һуйырға яраймы?
Яуап: Күҙенә төшкән аҡ күҙ ҡараһының өстән бер өлөшөнән күберәген ҡаплап алған булһа, был һуҡырлыҡ һанала, һәм ундай мал ҡорбанлыҡҡа бармай. Әгәр малдың имсәге кипкән (ҡороған) икән, ул мал ҡорбанға эшкинмәй. Шулай уҡ, һарыҡ йә кәзә малының бер имсәге генә лә кипһә, ул ҡорбанлыҡҡа бармай, ә һыйыр кеүек ҙур малдың ике имсәге кипһә генә – бармай, тигән фекер ҙә бар.
Һорау: Ҡорбан итен шешлек (шашлыҡ) итеп ашатырға яраймы?
Яуап: Эйе, ярай, әлбиттә, ин шәә Аллаһ.
Һорау: Хәйерле кис. Курдюк һарығын ҡорбанға салырға яраймы?
Яуап: Курдюк (көрҙөк) һарығын башҡортса «ҡуй һарығы» тиҙәр һәм артындағы майын «ҡуй майы» тиҙәр. Ҡуй һарығын ҡорбанға салырға ярай һәм ҡуй майын ашарға ярай (хәләл).
Һорау: Бер йәше тулмаған һарыҡ тәкәһе ҡорбанға яраймы?
Яуап: Асылда, ҡорбанлыҡ һарыҡ бер йәшенән уҙған булырға тейеш (һижри календарь буйынса). Әммә йәше тулмаған, ләкин алты айҙан өлкәнерәк булған һарыҡ та – әгәр кәүҙәһе ҙур (һимеҙ) икән һәм ситтән ҡарағанда бер йәшлектәрҙән һис тә айырылып тормай икән – ҡорбанға салырға эшкинә. Был сығарма (исключение) һарыҡ өсөн генә бар. Бүтән мал өсөн бындай сығармалар эшләнмәй. Һарыҡтың тәкә йә орғасы булыуында айырма юҡ. Әгәр кәүҙәгә бәләкәй икәне күренеп торһа, бер йәше тулмаған һарыҡ ҡорбанға бармай.
Һорау: Һарыҡты аҡиҡа ниәте менән бергә ниәтләп Ҡорбан көнөндә салырға буламы?
Яуап: Әгәр мосолмандың ҡорбан салырға хәленән килеп, бер генә һарығы бар икән, ул Ҡорбан байрамында вәджиб ҡорбанды салырға тейеш, ә аҡиҡаны икенсе берәй көндәргә ҡалдырһын (ҡасан мөмкинселеге килеп сыҡҡансы), сөнки аҡиҡа ҡорбаны – мүстәхәб (хуплаулы), ә Ҡорбан байрамында ҡорбан салыу – вәджиб (мотлаҡ).
Әгәр вәджиб ҡорбанды ла, аҡиҡаны ла салырға хәленән килә икән, Ҡорбан байрамында һәм тәшриҡ көндәрендә аҡиҡа ҡорбанын да салып ҡуя ала, ин шәә Аллаһ.
Ҡайһы бер ғалимдар был ике ҡорбан ниәтен бер һарыҡта берләштерергә рөхсәт иткән (бигерәк тә – бай булмағандарға). Йәғни, бер һарыҡты салғанда Ҡорбан байрамының вәджиб ҡорбанын да, аҡиҡа ҡорбанын да бергә ниәт итәһең.
Һорау: Ҡорбан бер кеше исеменән генә салынамы ул? Ошоно аңлатһағыҙ ине.
Яуап: Ҡорбанды ғаилә башлығы салһа, шул бөтә ғаилә өсөн ҡорбан һанала. Һәр ғаилә ағзаһы өсөн айырым-айырым ҡорбан салырға кәрәкмәй. Ғаилә башлығы уны үҙ исеменән генә лә, бөтә ғаиләһе исеменән дә сала ала. Әгәр ҡатын кеше айырым (дөйөм ғаилә милкенә/ бюджетына ҡушылмаған) байлыҡҡа эйә икән, ул үҙ исеменән айырым ҡорбан килтерергә тейеш (әгәр ҙә байлығы Ҡорбан байрамы иртәһендә тәғәйен нисапҡа тулған булһа). Ҡорбан байрамы көндәрендә һарыҡ йә кәзә фәҡәт бер кеше (бер ғаилә) исеменән генә салына. Һыйыр – ете кеше (ете ғаилә) исеменән. Аҙыраҡ кеше ҡатнашһа – ярай, әммә етәүҙән күберәк булырға тейеш түгел.
Һорау: Ҡорбанға һарыҡты урыҫтарҙан алырға яраймы?
Яуап: Эйе. Икенсе дин әһелдәре менән сауҙа, алыш-биреш эштәре шәриғәттә тыйылмаған. Шул иҫәптән, ҡорбанлыҡ һарыҡты ла икенсе дин әһеленән һатып алырға ярай, ин шәә Аллаһ.
Һорау: Икенсе кешегә ҡорбан салғанда нисегерәк ниәт итергә?
Яуап: «Был ҡорбан – фәлән кеше (фәлән ғаилә) исеменән. БисмиЛләһ, Аллаһү әкбәр!» – тип салаһығыҙ.
Һорау: Ҡорбан салғанда сөннәт булырға тейешме, әллә булмаһа ла яраймы?
Яуап: Юҡ, ҡорбан салыусының сөннәтле булыуы мотлаҡ түгел. Мосолман булһын, иң мөһиме шул. Намаҙ, ураҙа, хаж кеүек бүтән ғибәҙәттәр өсөн дә мотлаҡ сөннәтле булыу шарты юҡ.
Һорау: Ҡара тәкә һатып алған инеләр. Аҡсаһы түләнеп, алдан һөйләшеп ҡуйылған ине. Алырға барғанда, тейәгән ваҡытта, мөгөҙө һынған да ҡуйған. Ҡорбанға салырға буламы икән?
Яуап: Хәнәфи мәҙһәбенә ярашлы, әгәр хайуандың мөгөҙө төбөнән һынып сыҡҡан булһа, ул мал ҡорбанға эшкинмәй. Әгәр был кеше бай (хәлле) икән, ҡорбанға яңы, икенсе һарыҡ һатып алырға тейеш. Әгәр ярлы икән, шул һарыҡты сала, ҡурҡынысы юҡ, ин шәә Аллаһ (һатып алған саҡта мал сәләмәт булған бит, шуға ғәфү ителә). Әгәр мөгөҙө төбөнән һынып сыҡмаған, ә осо йә яртыһы ғына һынған икән, был мал ҡорбанға эшкинә.
“Башҡорттарға – дин!” төркөмөнән.