Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Июнь , 15:09

Дини байрамды ҡаршылайбыҙ

16 июндә илдә изге байрам – Ҡорбан байрамы билдәләнә. Был көндө үткәреүгә әҙерлек буйынса Хөкүмәт кәңәшмәһендә һөйләшеү булды.

Дини байрамды ҡаршылайбыҙ

16 июндә илдә изге байрам – Ҡорбан байрамы билдәләнә. Был көндө үткәреүгә әҙерлек буйынса Хөкүмәт кәңәшмәһендә һөйләшеү булды. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин әйтеүенсә, республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә район хакимиәттәре, дини ойошмалар һәм дәүләт ветеринария хеҙмәте менән берлектә 60-тан ашыу махсус мал һуйыу майҙансығы әҙерләнә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика буйынса 8 мең баштан ашыу ҡорбан малы һуйыласаҡ.

 

 – Хайуандарҙы һуйыу ветери­нария хеҙмәте контроле аҫтында үткәрелә, бөтә ветеринария-сани­тария талаптарын иҫәпкә алабыҙ. Малдар ветеринар-оҙатыу доку­менттары нигеҙендә ҡабул ителеп, клиник тикшереүҙән һуң һуғымға оҙатыла, ә һуғым продукттары ве­теринар-санитар экспертиза үткән­дән һуң бирелә. Ҡалдыҡтар артабан утилләштереү өсөн махсус контей­нерҙарға йыйыла. Махсус булды­рылған һуғым майҙансыҡтарында ветеринария-санитария эксперти­заһын үткәреү өсөн техника менән тәьмин ителгән ветеринар бел­гестәрҙең дежурлығы ойошторола, – тине Башҡортостандың баш ве­теринары.

Ҡырмыҫҡалы районы имам-мөхтәсибе Ирек хәҙрәт Әбүталипо­втан районда Ҡорбан ғәйетен нисек байрам итеүҙәре хаҡында белештек.

- Быйылғы Ҡорбан байрамы һәр йылдағыса үтәсәк. Иң тәүҙә Ғәйет намаҙы уҡыласаҡ, шунан иң изге байрамдарыбыҙҙың береһенә арналған табынға йыйылып, тәм­ле былау менән һыйланасаҡбыҙ. Хәҙер ҡорбан салыу махсус урын­дарҙа ғына башҡарылырға тейеш. Шуға күрә, кемдәр ҡорбан салырға теләй, улар был турала онотмаһын ине. Ҡолошта ҡорбан салыу өсөн бар талаптарға тура килгән урын бар. Шулай уҡ үҙ ихатағыҙҙа был эште башҡара алаһығыҙ. Һәр йома һәм байрам намаҙҙарында бөгөн­гө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың именлеге, һуғыш туҡталһын өсөн доға ҡылабыҙ. Әлбиттә, Ҡорбан байрамында ла уларҙы онотмая­саҡбыҙ һәм яугирҙәрҙең иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтыуҙары өсөн аяттар бағышлаясаҡбыҙ.

Ошо изге байрам көнөн­дә яҡташтарыма ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрендә уңыштар теләй­ем! Хоҙай бәрәкәтле тормош, ғаилә татыулығы, йорт-ил тыныслығы, бәхет, муллыҡ насип итһен! Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын! - тине ул.

Автор:
Читайте нас: