Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Июнь , 11:59

Өлкәндәрҙең төп таянысы

Ҡартлыҡ килеү менән сәләмәтлек һәм яңғыҙлыҡҡа бәйле проблемалар ҙа сыға. Бына ошондай саҡта өлкәндәргә ярҙам кәрәк. Уларҙың ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да үҙ йөрәктәре аша үткәреп ҡабул итеүсе, ярҙам ҡулын һуҙыусы кешеләр – терәк тә, йыуаныс та, серҙәш һәм кәңәшсе лә булған социаль хеҙмәткәрҙәр булыуы һәйбәт. Ошондай изге һөнәр эйәләренең береһе – Иҫке Бәпес ауылынан Альбина Хәсәнова.

Өлкәндәрҙең төп таянысы
Өлкәндәрҙең төп таянысы

Альбина Рәфил ҡыҙы “Изге йөрәк” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең йортҡа барып хеҙмәт күрһәтеү бүлегендә алты йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Уның тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә ишетергә була, бөтә эште лә ваҡытында башҡара, яуаплы һәм изгелекле, ти етәкселәре.
- Электән кешеләрҙе йәлләйем. Ярҙам һораусыларҙың үтенестәрен кире ҡаҡмай инем. Ошо сифаттарым был эшкә килтерҙе лә. Әлеге көндә тәрбиәмдә - 24 кеше. Егерме бере ауылдаштарым булһа, өсәүһе – Яңы Бәпестән. Араларында ғаилә парҙары ла бар. Һәр йортҡа аҙнаһына ике тапҡыр киләм. Магазиндан аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерәм, коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларын түләйем, телефондарына аҡса һалам. Кәрәк икән, поликлиникаға, диспансеризацияға алып барам. Өлкән йәштәге кешеләр өсөн ауыр булған эштәрҙе лә башҡарырға тура килә: өй йыуыу, бәрәңге сәсеү, баҡса утау, ҡар көрәү кеүек эштәрҙә лә ярҙам итәм. Бер бабайға аш бешерәм, керҙәрен йыуам. Өлкәндәр, инвалидтар өсөн ойошторолған байрам сараларына алып барам. Йорт эштәрен башҡарыуҙан тыш, аралашып, һөйләшеп тә ултырабыҙ. Кәрәк саҡта сабыр ғына тыңлайым, кәңәштәремде лә бирәм. Йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр, борсолған саҡтарында тынысландырыр өсөн йылы һүҙҙәремде йәлләмәҫкә тырышам. Эшемде яратам. Өлкәндәрҙән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәндән һуң арыуҙарым юҡҡа сыҡҡандай була, - ти ул.
Был хеҙмәттә, әлбиттә, яҡшы психолог булыу кәрәк. Кешене аңлай белергә, яҡшы әңгәмәсе булыу мотлаҡ. “Һәр әбей-бабайым минең өсөн яҡын кешеләргә әйләнде. Ял, отпускы ваҡыттарында уларҙы күрмәй торһам, һағынам. Ялдарҙа телефондан саҡырһалар, әлбиттә, барам. Кешенең хәленә инә белмәһәң, беҙҙең эштә эшләп булмай”, - ти изге һөнәр эйәһе. Эйе, изге күңелле, оло йөрәкле кешеләр генә социаль хеҙмәткәр булып эшләй алыуына ныҡлап инандым.
Киң күңелле, тырыш ҡатын – күп балалы әсә лә. Тормош иптәше Илдар Тимербәк улы менән дүрт балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Гөлнур Стәрлетамаҡ ҡалаһында полиция хеҙмәткәренә уҡып йөрөй, ғаиләле. Нурсилә 9-сы класты, Тимур 5-се класты тамамлаһа, Айзиләгә - биш йәш. Ҡатын-ҡыҙҙың эшен тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, тиҙәр, ә ишле ғаиләлә бигерәк тә. Иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе аяҡ өҫтөндә ул. Альбина Рәфил ҡыҙы ошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр араһында ҡул эштәре менән булышырға өлгөрә, китаптар уҡырға бик ярата. Йыл һайын үҙ теләге менән “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант”та ҡатнашыуҙы бурысы тип иҫәп­ләй.
Ауыл биләмәһендә волонтер ҙа булып тора. Ғөмүмән, мохтаждарға ярҙам итеү – уның булмышы.

Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: