Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
26 Апрель 2024, 08:07

Иңендә – яуаплылыҡ һәм уяулыҡ

Янғын һүндереүселәр хеҙмәте һәр заманда ла иң хәүефлеләрҙең һәм иң кәрәклеләрҙең береһе булып һанала. Ҡатмарлы шарттарҙа эш итеү, кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын һәм хәүефһеҙлеген һаҡлауға бәйле ҡарарҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеү улар иңенә төшә.

Иңендә – яуаплылыҡ һәм уяулыҡИңендә – яуаплылыҡ һәм уяулыҡ
Иңендә – яуаплылыҡ һәм уяулыҡ

Иңендә – яуаплылыҡ һәм уяулыҡ

Янғын һүндереүселәр хеҙмәте һәр заманда ла иң хәүефлеләрҙең һәм иң кәрәклеләрҙең береһе булып һанала. Ҡатмарлы шарттарҙа эш итеү, кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын һәм хәүефһеҙлеген һаҡлауға бәйле ҡарарҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеү улар иңенә төшә.

Башҡортостандың янғынға ҡаршы хеҙмәтенә ҡараған Ҡырмыҫҡалы янғын часы штатында 25 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Бында хеҙмәт итеүсе дүрт диспетчер, туғыҙ водитель, ҡарауыл начальникта­ры һәм отделение командирҙары тәүлек әйләнәһенә халыҡ именлеге һағында тора. Янғын часы мәғлүмәттәре буй­ынса быйыл 35 янғын осрағы теркәлһә, былтыр ошо уҡ ваҡыт арауығында 55 тапҡыр ут сыҡҡан.

Янғын часы хеҙмәткәрҙәре оло ярҙамдары өсөн районыбыҙҙың 16 ауыл биләмәһендә эшләүсе ирекле янғын командаһына оло рәхмәттәрен бел­дерә.

Янғын һүндереүсе булып эшкә ки­леп, аҙаҡ водитель эшенә күскән Илгиз Сафин 21 йыл ғүмерен Ҡырмыҫҡалы янғын һағына арнаған. Ул Татарстанда тыуып үҫкән. Әрме хеҙмәтен тултырғас, артабан контракт буйынса тағы дүрт йыл хеҙмәт итә. 1996 йылда Башҡорто­станға, Ҡарлыман ауылына күсеп ҡай­тыу тарихын Илгиз Хәмзә улы былай аңлата:

- Армиялағы командирымдың Ҡарлыманда йәшәгән апаһына ҡайтып йөрөй торғайныҡ. Мине үҙ туғандары кеүек ҡабул иткән Рәмзиә һәм Зәки, Фәриҙә (мәрхүм) һәм Нур Ғәҙелшин­дарға әле булһа ла рәхмәтлемен. Шул ваҡытта буласаҡ ҡатыным Гөлсинә менән таныштыҡ. Өйләнешкәс, ошо ауылда төпләнергә һәм йорт һалырға ҡарар иттек.

Ҡарлыман фельдшер-акушер пунктында эшләүсе Гөлсинә Әхмәт ҡыҙы менән улар ике ул үҫтергәндәр. Юғары белемле Илназ әлеге көндә Ҡырмыҫҡа­лының газ хеҙмәтендә эшләй, ә Айгиз Өфө фән һәм технологиялар универси­тетының Бөрө филиалында програм­мист һөнәрен үҙләштерә.

- Беҙҙең эш ҙур оҫталыҡ һәм ҡый­ыулыҡ талап итә. Хәүефле шарт­тарҙа бер команда булып, берҙәм эш итергә тура килә. Шөкөр, был яҡтан хеҙмәттәштәремдән уңдым. Һәр саҡ бер-беребеҙгә терәк булып торабыҙ. Эшемде яратам. Бер өйрәнгәс һәм оло тәжрибә туплағас, әллә ни ауыр­лығын да һиҙмәйем. Әлбиттә, беҙ во­дитель эше менән генә сикләнмәйбеҙ, шулай уҡ янғын һүндереү хеҙмәтен дә башҡарабыҙ. Көн-төн тип тормай, бай­рам-ял көндәрендә лә эшкә сығырға мәжбүрбеҙ. Ошо тынғыһыҙ хеҙмәтемде аңлап ҡабул итеүсе ғаиләмә рәхмәтле­мен. Форсатты файҙаланып, хеҙмәт­тәштәремде һәм янғын һағы ветеран­дарын һөнәри байрамыбыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым һәм ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер, еңел булмаған эшебеҙҙә уңыштар теләйем, - тигән изге һүҙҙәрен еткерә Илгиз Сафин.

Беҙ ҙә ошо теләктәргә ихлас ҡушы­лабыҙ. Заманса һаҡланыу сараларына, техникаға, яңы эш ысулдарына ҡара­май, янғын хеҙмәтендә эшләүселәрҙең маҡсаты һәм бурысы үҙгәрешһеҙ ҡала – кешеләрҙе уттан ҡотҡарырға, янғын­ды тиҙ арала йүгәнләргә һәм һүнде­рергә. Уларҙың тәжрибә һәм һөнәри оҫталығы киләсәктә лә ғәҙәттән тыш хәлдәргә ышаныслы кәртә буласағына һис шикләнмәйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас