Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Апрель , 15:50

Дуҫ та, дошман да булыуы мөмкин

Барыбыҙ ҙа уға бәйлебеҙ, хатта, унһыҙ йәшәй ҙә алмайбыҙ шикелле.

Дуҫ та, дошман да булыуы мөмкин
Дуҫ та, дошман да булыуы мөмкин

Бөгөн – Халыҡ-ара интернет көнө

Дуҫ та, дошман да булыуы мөмкин

Интернет көнө – ул интернет-технологиялар өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙең байрамы ғына түгел, ә шулай уҡ беҙҙең кеүек – эш, ял, ҡыҙыҡлы һәм әүҙем тормоштоң бер өлөшө булып өлгөргән бик күп ҡулланыусыларҙыҡы ла.

Хәҙерге көндә интернет киңлектәрендә гиҙмәгән бер кем дә юҡтыр. Барыбыҙ ҙа уға бәйлебеҙ, хатта, унһыҙ йәшәй ҙә алмайбыҙ шикелле. Һәр нәмәнең кеүек, ин­тернеттың да яҡшы һәм шулай уҡ насар яҡтары бар, әл­биттә. Бер яҡтан, унда үҙеңә кәрәкле барлыҡ мәғлүмәтте таба алһаң, икенсе яҡтан, мутлашыусылар тоҙағына ла эләгеүең бар. Әле һөйләшә лә, атлай ҙа белмәгән сабый­ҙың да телефондан үҙенә кәрәкле мультфильмды табып ҡуя белеүенә лә күптән инде аптырамай башланыҡ.

Эйе, бөгөнгө йәшәйешебеҙ интернет селтәре менән тығыҙ бәйләнгән. Бик күптәр өйҙә ултырып ҡына, ин­тернет аша аҡса эшләй, ә балалар уның ярҙамында белем ала, аң һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Бәғзе берәүҙәр тап ошо интернет аша үҙ парҙарын, мәңгелек йәрҙәрен осра­тып ҡауышалар. Кемдәрелер уңып, ҡайһылары туңып та ҡуя, ҡыҙғанысҡа.

Таныш-белештәр араһында ла ундайҙар осрап ҡуя. Сит ил кешеһе менән бәхетле пар булып йәшәүселәр ҙә етерлек.

- Хәҙерге ваҡытта интернет селтәре аша танышыу йы­шайҙы. Ҡайҙа ғына ҡарама “Танышыу” төркөмдәре күп. Нисек инде интернет аша үҙ мөхәббәтеңде табырға һәм нисек быны мөхәббәт тип әйтергә була? Шуныһын ғына аңламайым. Мәҫәлән, йөрөгән ҡыҙың менән күрешергә өлгөрмәгән саҡта интернет аша яҙышып алырға мөм­кин. Донъяла шул хәтлем мәкерле әҙәмдәр ҙә бар икәнен онотмаһындар ине. Интернет аша яҙышыусы ысын ке­шеме әллә заманса әйтмешләй “фейк”мы икәнен белеп тә булмай бит, - тип аптырауға ҡала бер танышым.

- Ә мин бына тормош иптәшем менән социаль селтәр аша таныштым. Аллаға шөкөр, бына ун йыл инде матур итеп донъя көтәбеҙ. Улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ бар. Интер­нетҡа рәхмәт уҡып ҡына торабыҙ, - тип ҡыуана икенсе танышым.

Нимә генә тимә, барыбер был глобаль ау ҙур көскә эйә. Унһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә ал­майбыҙ. Эштә лә, өйҙә лә, юлда ла кәрәк ул беҙгә. Ин­тернетһыҙ беҙ тере ҡулһыҙ ҡалабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Интер­нет-магазиндарҙың һәм башҡа интернет-сервистарҙың хеҙмәттәре менән хәҙер ауыл халҡы ла рәхәтләнеп ҡул­лана.

Ғөмүмән, мәғлүмәт һәм белемдәр хазинаһының беҙгә дуҫ йә дошман булыуы бары тик үҙебеҙҙән генә тора. Был турала бер нисә яҡташыбыҙ ҙа һөйләй.

Сәлиха СОЛТАНГИЛДИНА, Биша­уыл-Уңғар ауылы, 71 йәш:

- Интернеттың яҡшы яҡтарын һанап та бөтөрлөк түгел, әлбиттә. Әллә ҡасандан күрешмәгән, һөйләшмәгән класташтарҙы, таныштарҙы табып, улар менән аралашырға мөмкин. Көн һайын тиерлек дуҫтар-туған­дар менән бәйләнештәбеҙ. Шулай уҡ уның минустары ла бар. Элек балалар күмәкләшеп йыйылышып, көндәр буйы саф һауала уйнай торғайнылар. Урам гөрләп тора ине. Хәҙер кү­беһенсә йә телефон тотоп, йә компьютер ар­тында ултыралар. Дәрестәрен дә интернет­тан ҡарап ҡына эшләп ҡуя ҡайһы берәүҙәр. Бына шуныһы борсоуға һала. Ә мутлашыусы­лар кеше алдап, аҡса таларға ла оялмайҙар. Шундай интернет заманында йәшәйбеҙ бит, нишләйһең инде. Бына һеҙҙең менән дә интер­нет аша аралашабыҙ бит. Ул булмаһа, һеҙ мине, мин һеҙҙе белмәҫ тә инем, бәлки. Ураҙа айында һеҙҙән рәхмәт һүҙе алып ҡыуанып ул­тырам. Был да шул интернеттың көсө.

Альбина ХӘКИМОВА, Ҡырмыҫҡалы ауылы, Өфө дәүләт нефть техник университетының 1-се курс студенты:

- Студенттар, бигерәк тә, беҙҙең кеүек архи­тектура-төҙөлөш факультетында белем алыу­сылар өсөн интернеттың файҙаһы сикһеҙ. Уҡыу процесында кәрәкле барлыҡ стандарттар, ГОСТ- ар тураһында мәғлүмәтте интернеттан ғына табырға була. Шулай уҡ таныштар, класташтар, дуҫтар, туғандар менән аралашыу өсөн дә ныҡ ҡу­лайлы ул. “WhatsApp”, “ВКонтакте” һәм башҡа социаль селтәрҙәрһеҙ нимә эшләр инек икән? Уҡыу барышындағы барлыҡ яңылыҡтарҙы ошо чаттар аша белеп торабыҙ. Ял иткәндә йә юлда барған саҡта интернет аша йәнең теләгән йырҙы та­бып тыңларға мөмкин. Йәштәр өсөн быныһы ла бик мөһим. Шулай уҡ студенттың аҡсаһы бөтөп китһә, ата-әсәһе тиҙ генә интернет аша кар­таһына кәрәкле сумманы күсереп тә ҡуя. Ғөмүмән әйткәндә, бөгөнгө көндә интернет – беҙҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсыбыҙ, хатта, кәңәшсебеҙ тип әйтергә була.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: