Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Март , 12:41

Рәхәткә сыҡтыҡ йәки “килен”дән уңдыҡ

Календарҙы ҡараһаң, рәсми байрамдарҙан тыш әллә күпме эреле-ваҡлы иҫтәлекле көндәр бил­дәләнә. Ҡәһүә көнө, ҡо­саҡлашыу көнө, бәхет көнө, йоҡо көнө... Ғәҙәти булмаған байрамдарҙың ниндәйе генә юҡ! Ә бына 28 мартта беҙҙең яратҡан кер йыуыу машинаһы үҙенең тыуған көнөн бай­рам итә. Күптәребеҙ был алмаштырғыһыҙ ярҙам­сыһын яратып ҡына “ки­ленем” тип йөрөтә. Яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең "килен"дәре хаҡында һөйләне.

Рәхәткә сыҡтыҡ йәки “килен”дән уңдыҡ
Рәхәткә сыҡтыҡ йәки “килен”дән уңдыҡ

Рәхәткә сыҡтыҡ йәки “килен”дән уңдыҡ

Календарҙы ҡараһаң, рәсми байрамдарҙан тыш әллә күпме эреле-ваҡлы иҫтәлекле көндәр бил­дәләнә. Ҡәһүә көнө, ҡо­саҡлашыу көнө, бәхет көнө, йоҡо көнө... Ғәҙәти булмаған байрамдарҙың ниндәйе генә юҡ! Ә бына 28 мартта беҙҙең яратҡан кер йыуыу машинаһы үҙенең тыуған көнөн бай­рам итә. Күптәребеҙ был алмаштырғыһыҙ ярҙам­сыһын яратып ҡына “ки­ленем” тип йөрөтә.

1797 йылдың был көнөндә кер йыуа торған буй-буй һыҙатлы таҡтаға патент алына. Технологи­ялар үҫешкән һайын, кер йыуыу машинаһы ла ҙур үҙгәрештәр кисерә, әммә уның хужабикәгә ярҙам итеү тәғәйенләнеше генә үҙгәрешһеҙ ҡала. Автомат кер йыуыу машинаһы­ның бер-ике төймәһенә баҫһаң, бер нисә минут­тан таҙа итеп йыуылған, яҡшы итеп сайылған, ярым кипкән кереңде алып элергә генә ҡала. Һыу ташып, бил бөгөп, көнө буйы кер йыуған, уны йылғаға алып барып сайған ваҡыттар күптән инде тарихта ҡалды. Хәҙер ауыл кешеләренең дә байтағы йорттарына һыу үткәреп, “киленле” булып бөттөләр.

Әхәт НУРЫШЕВ, Ҡырмыҫҡалы ауылы, 55 йәш:

- “Килен” – минең яҡшы дуҫ. Уның менән һөйләшәм, кәңәшләшәм, эш ҡушам, тыңла инде, тип үтенеп һо­райым. Ул миңә кейемдәремде йыуып, сайҡатып, һығып бирә. Үҙемә элергә генә ҡала. Ҡайһы саҡ керҙе артығы­раҡ һалһам: “Йүгер, эргәмә кил, әтеү бейей-бейей китә башланым, әҙерәк мине ҡосаҡлап тотоп тор!” – тип ҡысҡыра. Әҙерәк тотоп торорға тура килә. “Килен” алғаныма ун йылдан ашып китте инде. Ул булмағанда миңә бигерәк ҡыйын ине. Һыуға, порошокка ҡул быжып бөтә, иҫ китмәле күп ваҡытты ала. Аллаға шөкөр, “ки­лен”гә ҙур рәхмәт.

 Гөлнәзирә ХӘМИТОВА, Үтәгән ауылы, 58 йәш:

- “Индезит” тигән кер йыуыу машинам бар. Дүрт йыл ҡулланам инде. Ныҡ яҡшы, таҙа йыуа, яртылаш киптереп тә бирә. Бындай кер йыуыу машинаһын уйлап сығарған кешегә мең рәхмәт яуһын! Ҡыуанып бөтә ал­майым. Элек ауылда һыу ташып, йылытып, ҡул менән кер йыуҙыҡ. Аҙаҡ ябай кер йыуыу машинаһы алдыҡ. Уға ла һыуҙы эҫетеп һалдыҡ. Аҙаҡ үҙебеҙ сайып, һығып элә инек. Ә хәҙер рәхәткә сыҡтыҡ, бысраҡ кейемдәрҙе тығып ҡына ебәрәһең дә, бер төймәгә баҫаһың. Һыуын да кәрәкле температураға үҙе эҫетә. Беҙгә таҙа керҙе алып элергә генә ҡала.

 Айһылыу КӘРИМОВА, Ҡырмыҫҡалы ауылы, 62 йәш:

- Йәш саҡтарҙа, балалар үҫтергәндә өймәләм керҙе ҡул менән йыуып ҡуя инек. Бер көн генә ялың шул эш менән үтеп тә китә. Көнө буйы ти­ерлек эйелеп тороп, бил ҡалмай. Рәхәт замана килде. Хәҙер һыу ҙа, бәҙрәф тә өйҙә, кер йыуыу өсөн автомат машина бар. “Килен” алғаныма 10 йыллап барҙыр. Хәҙер уны йомшап ҡына рәхәт йәшәйем. Тормошобоҙҙо еңеләйтеү өсөн бөгөн­гө көндә бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Аллаға шөкөр тип, ҡыуанып ҡына йәшәп ятҡан көн. Күптәрҙең һауыт-һаба йыуа торған машинаһы ла бар. Уныһын да алып ҡыуанырға яҙһын.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: