Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Март , 12:05

Уның һөнәре – тормошҡа йәм өҫтәү

Йыл һайын марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә йәшәйешебеҙ өсөн үтә мөһим һәм шул уҡ ваҡытта күп мәшәҡәтле, ҡатмарлы һөнәр эйәләре – Торлаҡ-комму­наль хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре байрамы билдәләнә. Көндәлек тормошобоҙ, йәшәү шарттары һәм сифаты, кәйефе­беҙ ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә, уларҙың үҙ бурыстарын нисек үтәүенә туранан-тура бәйле.

Уның һөнәре – тормошҡа йәм өҫтәү
Уның һөнәре – тормошҡа йәм өҫтәү

Уның һөнәре – тормошҡа йәм өҫтәү

Йыл һайын марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә йәшәйешебеҙ өсөн үтә мөһим һәм шул уҡ ваҡытта күп мәшәҡәтле, ҡатмарлы һөнәр эйәләре – Торлаҡ-комму­наль хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре байрамы билдәләнә. Көндәлек тормошобоҙ, йәшәү шарттары һәм сифаты, кәйефе­беҙ ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә, уларҙың үҙ бурыстарын нисек үтәүенә туранан-тура бәйле.

 Мәҡәләбеҙ геройы – Ма­рина Звоненко 2001 йылдан алып “Йосопов” коммуналь хужалығында дөйөм һорауҙар буйынса етәксе урынбаҫары булып эшләй. Ҡырмыҫҡалы­ның 2-се һанлы мәктәбен­дә белем алғас, бала саҡтан үҙ иткән бухгалтер һөнәрен үҙләштерә ул. Артабан “Са­лауат” исемендәге колхозда, Ҡырмыҫҡалы ауыл советында һәм “Водолей” йәмғиәтендә тәжрибә туплай.

Әйткәндәй, Марина Зво­ненконың ата-әсәһе лә ғүмер буйы район үҙәгендәге тор­лаҡ-коммуналь хужалығында эшләгән.

- Атайым Александр Фе­дорович Звоненко коммуналь хужалыҡтың тәүге етәксеһе булды һәм был вазифаны 20 йылдан артыҡ башҡарҙы, ә әсәйем Антонида Николаевна оҙаҡ йылдар шунда уҡ штука­тур-маляр, төҙөлөш бригадаһы бригадиры булып эшләне. Бала саҡтан атай-әсәйемдең эшен күреп үҫкәс, был өл­кәләге хеҙмәт миңә яҡшы та­ныш, - ти Марина Алексан­дровна был турала.

Коммуналь хеҙмәткәрҙәр район үҙәге урамдары йәмле һәм төҙөк булһын өсөн көн- төн тип тормай тырыша. Юл­дарҙы ҡарҙан таҙартыу эше лә тулыһынса улар иңендә. Ма­рина Звоненко ошо эштәрҙең барыһы ла ваҡытында һәм тиҙ арала башҡарылыуы өсөн яуаплы.

- Барлыҡ мәғлүмәтте бер урынға туплайым. Һәр ялы­уға ваҡытында яуап биреү, мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү, техникаларҙы тейешле урынға йүнәлтеү ҙә минең өҫтә. Ҡар яуған ваҡыттарҙа тәүлек әй­ләнәһенә эшләргә тура килә. Эшең үҙеңә оҡшаһа, уның бер ауырлығы ла һиҙелмәй.

Татыу коллективыбыҙҙа ҡырҡтан ашыу кеше хеҙмәт итә. Утыҙға яҡын техника­быҙ бар. Әлбиттә, тынғыһыҙ хеҙмәтебеҙҙең бөтә ауырлығы үҙ эшен яҡшы белгән, шул уҡ ваҡытта изге күңелле һәм ал­саҡ булып ҡала белгән етәксе­беҙ Дамир Йосопов иңдәренә төшә.

Байрамыбыҙ уңайынан хеҙмәттәштәремдең барыһы­на ла ныҡлы сәләмәтлек, ты­ныс күк йөҙө теләйем, - ти әң­гәмәсем.

Үҙен уңған, тырыш хеҙмәт­кәр итеп танытҡан ике ул әсәһе эшендә лә, йәмәғәт эштәрендә лә, өйөндә лә өлгөрә. Буш ваҡыттарында баҡса үҫтерергә, ҡул эштәре менән булышырға ярата. Уның лайыҡлы хеҙмәте бай­таҡ Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

Тормошобоҙға йәм өҫтәүсе һөнәр эйәләренең үҙҙәре­нең дә тормош юлдары йәмле булһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: