Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Март , 16:02

Ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙхиә

"Торатау" конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Беҙҙең райондан был күркәм сарала улдары махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡалған, күп балалы әсәйҙәр, район тормошонда әүҙемлек күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты.

Ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙхиә
Ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙхиә

Гүзәл заттар хөрмәтенә моңло йырҙар яңғыраны, матур бейеүҙәр күрһәтелде, изге теләктәр әйтелде. Шулай уҡ бер төркөм аҫыл, ҡыйыу, эшһөйәр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн илебеҙҙең еңел булмаған осор кисереүен һәм халҡыбыҙҙың заман һынауҙарын лайыҡлы үткәрә барыуы хаҡында билдәләне. Яугирҙәребеҙ хәрби бурысын ҡаһармандарса үтәй, көн һайын батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Һигеҙ яҡташыбыҙ "Рәсәй Геройы" Йондоҙона лайыҡ булды. Тантанала ошо батырҙарҙы тәрбиәләп үҫтергән оло йөрәкле әсәләр ҙә ҡатнашты, тамашасылар уларға алҡыштар аша хөрмәтен һәм ихтирамын белдерҙе.
Ил именлеге һағына баҫҡан яугирҙәргә берҙәм көс булып тупланған тыл ифрат ҙур ярҙам күрһәтә һәм күп осраҡта был изге эштәрҙе гүзәл зат вәкилдәре ойоштора. Бөгөн меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ яугирҙәр өсөн бәйләй, тегә, шәмдәр эшләй, һаҡланыу селтәрҙәре үрә. Был йүнәлештә ҙур эш алып барған бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар араһында “Патриот” ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Бикбаеваның да лайыҡ булыуы һөйөнөслө булды.
- Байрам концерты беҙгә бик оҡшаны. Яҙ байрамы алдынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын ошолай ҙурлап тәбрикләүҙәре, иғтибар күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты гүзәл заттарыбыҙ.
Ынйы Сәлихова.

Автор:
Читайте нас: