Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Март , 08:36

Бәхетле ҡатын-ҡыҙ ниндәй була? Үҙегеҙҙе ундайҙар рәтенә индерәһегеҙме?

Ләйсән НӘЗИРОВА, Олокүл мәҙә­ниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы:

- Үҙенең бәхетен ваҡытында аңлаған һәм уны ҡәҙерләй белгән ҡа­тын-ҡыҙ – бәхетле ҡатын-ҡыҙ һана­ла, тип уйлайым. Ундайҙар үҙенең, ба­лаларының һәм барлыҡ туғандарының һәр бер уңышы өсөн ҡыуана белә. Ә ми­нең өсөн ҡатын-ҡыҙ бәхете – ул ғаилә бәхете! Эргәңдә яратҡан ирең һәм ба­лаларың, ейәнең, әсәйең булыу – үҙе оло бәхет бит ул! Әгәр ғаиләлә мөхәббәт һәм бер-береңә ҡарата хөр­мәт хөкөм һөрһә, балаларың бәхетле булһа, ҡатын-ҡыҙ өсөн шунан да ҙурырыраҡ бәхет юҡ.

Мин үҙемде ысын мәғәнәһендә бәхетлемен тип һанай алам, сөнки мин тормош иптәшемдең һөйөклө ҡатынымын, балаларыма яратҡан әсәймен, ейәнемә иң ҡәҙерле һәм иң яҡшы өләсәймен. Бар­лыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла ошондай бәхет татыуҙарын теләйем!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: