Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март , 11:09

Ҡатын-ҡыҙ бәхете әсә булыуҙа

Матурлыҡ һәм нәзәкәтлек өлгөһө, ер йөҙөндәге бөтә матурлыҡты тыуҙырыуға һәләтле, донъя тотҡаһы һәм ғаилә ҡо­тон һаҡлаусы – ул ҡатын-ҡыҙ. Балаларының ғәзиз әсәһе лә, тормош иптәшенең һөйөклө йәре лә ул. Шул уҡ ваҡытта был гүзәл заттар бар ергә лә өлгөрә. Табип, уҡытыусы йәки мәҙәниәт хеҙмәткәре булһынмы, төп хеҙмәте менән бер рәттән улар йәмәғәт эшен дә уңышлы алып бара, ғаиләһенә лә тейешле ваҡытын бүлә.  

Ҡатын-ҡыҙ бәхете әсә булыуҙа
Ҡатын-ҡыҙ бәхете әсә булыуҙа

Ҡатын-ҡыҙ бәхете әсә булыуҙа

Матурлыҡ һәм нәзәкәтлек өлгөһө, ер йөҙөндәге бөтә матурлыҡты тыуҙырыуға һәләтле, донъя тотҡаһы һәм ғаилә ҡо­тон һаҡлаусы – ул ҡатын-ҡыҙ. Балаларының ғәзиз әсәһе лә, тормош иптәшенең һөйөклө йәре лә ул. Шул уҡ ваҡытта был гүзәл заттар бар ергә лә өлгөрә. Табип, уҡытыусы йәки мәҙәниәт хеҙмәткәре булһынмы, төп хеҙмәте менән бер рәттән улар йәмәғәт эшен дә уңышлы алып бара, ғаиләһенә лә тейешле ваҡытын бүлә.

 

 Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә булған, ғүмеренең күп өлөшөн киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ар­наған замандаштарыбыҙҙың береһе менән таныштырып үтмәксебеҙ.

Лена Юламанова йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, үҙенең тыуып үҫкән Ибраһим ауылында башланғыс белем алғас, уҡыуын күрше Һәүәләй ауылында дауам итә. Бала саҡтан уҡы­тыусы булырға хыялланған йәш ҡыҙ, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алыу менән тура Башҡорт дәүләт универси­тетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға юллана.

Юғары уҡыу йортон уңышлы та­мамлаған дипломлы белгес тыуған яҡтарына ҡайтып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе Лена Вил ҡыҙының пе­дагогик стажы хәҙер инде 27 йыл. 2015 йылдан алып ул мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урын­баҫары вазифаһын башҡара. Шулай уҡ биш йыл буйы 9-сы класс уҡыу­сыларының төп дәүләт имтихан алыу пункты етәксеһе булып тора. Фиҙакәр хеҙмәте хөкүмәт тарафынан юғары баһаланған: “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.

Роза Тәлғәт ҡыҙы һәм Вил Ғәлимйән улы Юламановтар үҙҙәре ябай кол­хозсылар булһалар ҙа, ике ҡыҙының да юғары белемле уҡытыусы булыуҙары өсөн ҙур көс һалғандар.

- Беренсе класҡа төшкәндә, атай­ым миңә: “Ҡыҙым, һин уҡытыусы булырһың”, -тигәйне. “Ярай”, -тип яуап бирҙем мин уға һәм мәктәптә уҡыған йылдарҙа башҡа һөнәр һайлау тураһында уйламаным да, атайыма биргән вәғәҙәмде тотоп, уҡытыусы бу­ласаҡмын тип күңелемә шул саҡта уҡ һеңдереп ҡуйған инем.

Беҙгә матур тәрбиә биргәндәре, юғары белем алырға ярҙам иткәндәре, ғөмүмән тормош юлында дөрөҫ юл һайларға өйрәткәндәре өсөн ата-әсәй­емә рәхмәтлемен. Уҡытыусы һөнәрен һайлағаныма үкенмәйем. Эшемде яратам. Балалар менән эшләү күңелемә яҡын. Ҡыҙым Лиана ла уҡытыусы һөнәрен һайланы, Башҡорт дәүләт уни­верситетының биология факультетын тамамланы. Динислам улыбыҙ иһә киләсәктә юрист булырға хыяллана, - ти тәжрибәле уҡытыусы.

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Лена Вил ҡыҙына: “Ҡатын-ҡыҙ була­раҡ бәхетлеһегеҙме?” тигән һорауҙы ла бирҙем.

-Шөкөр, бәхетлемен, ҡатын-ҡыҙ бәхете өсөн барыһы ла – яратҡан эшем, ғаиләм, ҡыҙым һәм улым, кейәүем бар, һөйөклө әсәйем иҫән. Һеңлем һәм уның ғаиләһе, туғандарым менән бергә-бергә татыу ғүмер итеүем менән дә сикһеҙ бәхетлемен, -тип яуап бирҙе бәхетле әсә.

Эйе, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бар бәхете – әсә булыуҙа. Әсә булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул. Ба­рыбыҙҙың да иң йылы хистәре, яҡты, онотолмаҫ хәтирәләре әсәй тигән исем менән йәнәшә килә. Күптән инде үҙе­беҙ олпат йәштә булһаҡ та, беҙ һәр саҡ әсәйҙәребеҙ йөҙөндә таяныс таба­быҙ, шатлыҡта ла, хәсрәттә лә ҡәҙер­ле кешебеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Уның наҙы, һиҙгер йөрәге һәм ҡулдарының йылыһы барыбыҙға ла үтә ҡәҙерле.

- Әсәйебеҙ беҙҙе бәләкәйҙән ғәҙел, намыҫлы, эшһөйәр булырға өйрәтте. Тыныс холоҡло, төплө ҡарашлы, әҙәпле, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле бу­лыуы менән беҙгә һәр саҡ өлгө булып тора, - тиҙәр әсәйҙәре хаҡында Лиана менән Динислам да.

- Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлайым һәм ғаилә именле­ге, әле әсәй булмағандарға әсәй булыу бәхетен татырға, әсәйҙәргә – балалар бәхетен теләйем! – тип оҙатып ҡалды әңгәмәсем.

Был изге теләктәргә беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: