Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Ғинуар , 09:19

Халыҡтың прокуратураға ышанысы кәмемәй

Бөгөн - РФ Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Петр I тарафынан раҫланған төп күҙәтеү ведом­ствоһы – дәүләттең ышаныслы ҡалҡаны булып торған прокуратура хеҙмәте ойошторолоуға быйыл 302 йыл тула. Өс быуаттан ашыу тарихы булған был хеҙмәт ҡанун һәм хоҡуҡ тәртибе һағында тороуын дауам итә.

Халыҡтың прокуратураға ышанысы кәмемәй
Халыҡтың прокуратураға ышанысы кәмемәй

Бөгөн - РФ Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө.

Халыҡтың прокуратураға ышанысы кәмемәй.

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Петр I тарафынан раҫланған төп күҙәтеү ведом­ствоһы – дәүләттең ышаныслы ҡалҡаны булып торған прокуратура хеҙмәте ойошторолоуға быйыл 302 йыл тула. Өс быуаттан ашыу тарихы булған был хеҙмәт ҡанун һәм хоҡуҡ тәртибе һағында тороуын дауам итә.

 

 Һөнәри байрамдары уңайынан район прокуроры ярҙамсыһы, юсти­ция советнигы Марсель Йәһүҙинға үҙебеҙҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек һәм уҙған йыл мәғлүмәттәренә таянып, ниндәйҙер кимәлдә башҡарылған эштәргә байҡау яһаныҡ.

- Марсель Рафиҡ улы, районда закон­лылыҡты тәьмин итеү йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла?

- Мин үҙем Ҡырмыҫҡалы районын­да был вазифала 2023 йылдың апре­ленән эшләйем. Быға тиклем Мәләүез районы прокуратураһында һәм Өфөлә республика прокуратураһының үҙәк аппаратында тәжрибә тупланым.

Һәр ваҡыттағыса, үткән йылда ла район биләмәһендәге дәүләт һәм йәмғиәт өсөн актуаль булған өҫтөн­лөклө йүнәлештәр буйынса айырыуса киҫкен проблемалар хәл ителде. Закон­дар үтәлешен күҙәтеүҙе тәьмин иткән­дә, кешенең һәм граждандың хоҡуғын һәм азатлығын яҡлағанда, район про­куратураһы тарафынан уҙғарылған тикшереүҙәрҙең күпселеге закон боҙо­усыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу, шул иҫәптән РФ Енәйәти-процессуаль Кодекс талаптарына ярашлы енәйәти эҙәрлекләү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән күп эштәр башҡарыл­ды. Прокуратураның эше, тәү сират­та – граждандарҙың, йәмғиәттең һәм дәүләттең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлауҙы тәьмин итеү. Шу­лай уҡ райондағы көндәлек ваҡиғалар күҙәтеп барыла һәм һәр саҡ монито­рингта тотола.

- 2023 йылда закон боҙоу осраҡтары күп булдымы?

- Үткән йылда закон боҙоу осраҡта­рының иҫәбе 2022 йылдағы һандарҙан айырылмай. Бер кимәлдә бара, тип әй­тергә була.

- Хаҡлыҡ эҙләп, прокуратураға ки­леүселәр күпме?

- 2023 йылда барлығы 606 ялыу ҡа­бул иттек. Һәр бер алтынсы ялыу, йәғ­ни 114-е ҡәнәғәтләндерелде һәм раҫлау тапты. Шәхси ҡабул итеүгә 69 граждан килде. Шәхсән мөрәжәғәт итеүсе граж­дандарға, әлбиттә, ҙур өҫтөнлөк би­релә, сөнки урында уҡ барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте тупларға, хәлде асыҡларға мөмкин.

- Күбеһенсә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр?

- Күберәге суд приставтарына ҡа­рата ялыуҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Шулай уҡ пенсия күләменә риза бул­маусылар һаны ла байтаҡ. Полиция хеҙмәткәрҙәренең һәм участковыйҙар эшмәкәрлегенә ҡаршы ялыуҙар ҙа даи­ми рәүештә килеп тора. Торлаҡ-комму­наль хужалығына һәм ер участкалары­на бәйле һорауҙар менән дә килеүселәр бихисап. Ҡайҙалыр ялыу яҙғандар, әммә яуап ала алмағандар ҙа беҙгә мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.

- Аноним ялыуҙарҙы ла ҡарайһығыҙ­мы?

- Аноним ялыуҙарҙы тикшерәбеҙ, әлбиттә, әммә күп осраҡта бындай ялыуҙар дөрөҫлөккә тап килмәй һәм раҫланмай.

- Һеҙ социаль селтәрҙәрҙе лә әүҙем күҙәтеп бараһығыҙмы? Һеҙҙең ҡулығыҙға эләкмәҫ өсөн районыбыҙ халҡына нимә тип өндәшер инегеҙ?

- Эйе, социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеп барырға тура килә. Әлеге көндә махсус хәрби операция менән бәйле һорауҙар төп урында тора. Яуаплылыҡҡа тарт­тырылмаҫ өсөн ярамаған пропаганда алып бармаҫҡа, ҡайҙалыр үҙ фекереңде яҙыр алдынан төплө уйларға кәрәклеге хаҡында онотмаһындар ине. Шуны ла әйтергә кәрәк – интернет селтәрендә аноним яҙған кешене асыҡлау беҙгә бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Быны ла хәтерҙә тоторға кәңәш итәм. Иң мөһиме – һәр саҡ уяу булырға кәрәк, сөнки ҡылынған енәйәт барыбер ҡа­сан да булһа асыҡланасаҡ. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге ҡайһы бер ялған мәғлүмәттәргә ышанмаҫҡа һәм һаҡ бу­лырға тырышыу зарур.

- Районда экстремизм, терроризм буйынса ста­тистика нисегерәк?

- Статистика буйынса экстремизм осраҡта­ры районда булманы. Социаль селтәрҙә генә бер осраҡ теркәлде. Уны асыҡланыҡ һәм беҙҙең район социаль селтәренә сит өлкә кешеләренең яҙыуы билдәле булды. Экстремизм һәм терро­ризмға бәйле мәсьәләләр буйынса беҙ ҙә, поли­ция хеҙмәткәрҙәре һәм Росгвардия ла тейешле саралар күрә. Шулай ҙа, бер кем дә страховкалан­маған тигәндәй, төрлө хәлдәр булып тора. Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә бер малайҙың икенсеһенә бысаҡ менән ынтылған осрағы тер­кәлде. Был инде мәктәптәрҙә металлодетекторҙы эшләтмәүҙәре тураһында һөйләй. Күп осраҡта уны һүндереп ҡуялар.

- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан коллективығыҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ.

- Әлеге көндә татыу коллективыбыҙҙа район прокуроры, юстицияның өлкән советнигы Айҙар Исламов етәкселегендә мин, прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы Ильгиз Сөләймәнов, әйҙәүсе бел­гес Луиза Батталова, водителебеҙ Ирек Кадаев, йыйыштырыусыбыҙ Йәүһәриә Ҡолғонина менән бергә хеҙмәт итәбеҙ. Хеҙмәттәштәремдең ба­рыһын да һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, иң изге теләктәремде еткерәм. Шулай уҡ район про­куратураһында күп йылдар хеҙмәт иткән, күптән түгел ауыр сирҙән мәрхүм булған водителебеҙ Альберт Әминевты тик йылы һүҙҙәр менән хә­тергә алабыҙ. Район прокуратураһында күп йыл­дар һәм намыҫлы хеҙмәт итеүсе хеҙмәткәрҙәребеҙ Виктория Мөхәмәтова, Рәмзиә Йәғәфәрова һәм Роза Нәзироваға оло рәхмәтлебеҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Марсель Рафиҡ улы!

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: