Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Декабрь 2023, 11:41

Эштәренә яуаплы ҡарайҙар

Энергетика – иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһе. Йорттарҙағы именлек һәм тыныслыҡ, район пред­приятиеларының һәм учреждениела­рының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге энерге­тиктарҙың тотороҡло эшләүенә бәйле. Улар район халҡын, предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы иң кәрәкле уңай­лыҡтар – электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итә.

Эштәренә яуаплы ҡарайҙар
Эштәренә яуаплы ҡарайҙар

Эштәренә яуаплы ҡарайҙар

Энергетика – иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһе. Йорттарҙағы именлек һәм тыныслыҡ, район пред­приятиеларының һәм учреждениела­рының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге энерге­тиктарҙың тотороҡло эшләүенә бәйле. Улар район халҡын, предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы иң кәрәкле уңай­лыҡтар – электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итә.

Энергетика өлкәһе хеҙмәт­кәрҙәренең эше юғары оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ талап итә. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы – Айрат Әбсәлә­мов та был сифаттарҙың барыһына ла эйә.

“Кармаскалинсксельхозэнерго” йәмғиәтенең барлыҡҡа килгән осо­ронан алып эшләп, был тармаҡты үҫ­тереүгә ҙур өлөш индергән ул. Әлеге көндә тәжрибәһен йәш коллегалары менән бүлешә.

Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫеп, ошонда уҡ 1-се һанлы мәктәпте тамамлағас, Айрат Зыя улы Өфө ин­дустриаль техникумына уҡырға инә. Әрме хеҙмәтенән һуң ул әле генә формалаша башлаған “Кармаска­линсксельхозэнерго” ойошмаһына водитель булып эшкә урынлаша.

- Ул саҡта колхоздарҙы, ферма­ларҙы иген келәттәрен хеҙмәтлән­дерҙек. Һуңыраҡ электр тапшы­рыу линиялары төҙөй башланыҡ. Мин дә электромонтер һөнәрен үҙләштерҙем, - тип хәтерләй ул йыл­дарҙы.

41 йыл буйына бер тармаҡта ғына эшләү дәүерендә Айрат Әбсәләмов башҡармаған эштәрҙең береһе лә ҡалмағандыр. 2018 йылдан алып бө­гөнгө көнгәсә ул Ҡабаҡ участкаһы начальнигы вазифаһында.

“Кармаскалинсксельхозэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бө­гөнгө көндә алға киткән ойошмалар иҫәбендә һәм Ҡырмыҫҡалы, Благо­вар райондарында 11 500-ҙән ашыу ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндерә, 900 саҡрым электр селтәрҙәре менән эш итә. Йылдан-йыл хеҙмәтлән­дереү даирәбеҙ киңәйә бара. Районда яңынан-яңы йорт­тар хасил була, халыҡ һаны арта бара. Ҡабаҡ участкаһын­да Иҫке Ҡыйышҡы, Уфим­ский Крым, Сихонкиндың яңы микрорайоны, Вязовка кеүек ауылдарҙа үҙебеҙҙең төп бурысты - барлыҡ торлаҡ йорттарҙы ла электр энерги­яһы менән тәьмин итеү эшен башҡарабыҙ. Эшебеҙ тотҡар­лыҡһыҙ бара, кәрәк-яраҡ ҡо­рамалдарҙы алдан хәстәрләп ҡуябыҙ. Техникабыҙ ҙа етер­лек. Һәр бер участкала үҙҙәре­нең техникаһы, бригадаһы эшләй. Беҙҙең эштә бер юлы бер нисә һөнәр эйәһе булы­рға ла тура килә. Бер үк кеше электрик һәм водитель, икен­сеһе электрик һәм контролер эштәрен башҡара. Төҙөлөш менән шөғөлләнгән брига­дабыҙ ҙа кәрәк саҡта һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Һуңғы йылдарҙа коллектив баҡса­ларҙы хеҙмәтләндерә башла­ныҡ, - тип һөйләй Айрат Әб­сәләмов.

Ҡасандыр “Кармаскалин­сксельхозэнерго”ның үҙенең биләмәһе лә, бинаһы ла бул­маған. Ҡуртымға гараждар, бер нисә бүлмә, келәт алып, эште йәйелдереп ебәрә улар. Аҙаҡ үҙҙәренә ер алып, кон­тора, гараждар һәм келәт­тәр төҙөйҙәр. Быларҙың ба­рыһы ла Фәнис Ғилмедин улы Мөхәмәтйәновтың оҫта етәкселеге аҫтында уңышлы башҡарыла.

- Хеҙмәтем күп кенә ауыр­лыҡтар менән бәйле булһа ла, эшемде яратам. Кеше менән эшләүе еңелдән түгел, сөн­ки уларҙың да төрлөһө була. Кемдер маҡтай, кемдер әр­ләй, кемеһелер ялыу яҙа ти­гәндәй. Ғөмүмән, һәр эштең дә үҙ ауырлыҡтары булалыр, - тип өҫтәй әңгәмәсем үҙенең яратҡан һөнәре тураһында.

Районыбыҙҙың энергетика тармағында 41 йыл намыҫлы хеҙмәт иткән һәм ошо йылдар эсендә хеҙмәттәштәренең абруйын ҡаҙанған Айрат Зыя улы бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бил­дәләнгән.

- Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәт­тәштәремә лә иҫәнлек-һау­лыҡ, эшкә һәләтлелек, ғаилә бәхете теләйем. Беҙҙең эштә тәүлек әйләнәһенә ҡайта ал­маған саҡтар йыш була, шуға күрә ғаиләңдең быны аңлап ҡабул итеүе мөһим, - тигән изге теләктәрен еткерҙе ул әңгәмәбеҙ һуңында.

Беҙ ҙә был изге теләктәргә ихлас күңелдән ҡушылабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: