Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Ноябрь 2023, 08:46

Әсә булыу – оло бәхет

Күп балалы әсә булыу ауыр һәм мәшәҡәтле, финанс сығымдар ҙа бер нисә тапҡырға арта, тигән фекерҙә күптәр. Бер балаға ҡарағанда бер нисә бала үҫтереүе күпкә еңелерәк, ә ҙур һәм татыу ғаиләлә кисергән һөйөнөс бөтә ҡыйын­лыҡтарҙы юҡҡа сығара, тип иҫәпләй өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе әсәләр.  Халыҡ-ара Әсәләр көнө алдынан дүрт балаға ғүмер бүләк итеүсе райо­ныбыҙҙың иң гүзәл әсәләренең береһе, “Ғаилә” үҙәге белгесе Зилә Ҡоҙашева менән әңгәмәләштек.

Әсә булыу – оло бәхет
Әсә булыу – оло бәхет

Әсә булыу – оло бәхет

Күп балалы әсә булыу ауыр һәм мәшәҡәтле, финанс сығымдар ҙа бер нисә тапҡырға арта, тигән фекерҙә күптәр. Бер балаға ҡарағанда бер нисә бала үҫтереүе күпкә еңелерәк, ә ҙур һәм татыу ғаиләлә кисергән һөйөнөс бөтә ҡыйын­лыҡтарҙы юҡҡа сығара, тип иҫәпләй өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе әсәләр.

 Халыҡ-ара Әсәләр көнө алдынан дүрт балаға ғүмер бүләк итеүсе райо­ныбыҙҙың иң гүзәл әсәләренең береһе, “Ғаилә” үҙәге белгесе Зилә Ҡоҙашева менән әңгәмәләштек.

- Зилә Ишбулды ҡыҙы, байрам ал­дынан ҡорған әңгәмәне бала сағығыҙҙан һәм һеҙҙе тәрбиәләүсе әсәйҙән башлағы килә.

- Мин үҙем уҡытыусылар тоҡомо­нан. Ҡарт олатайым Ғабдулла Сәиди – билдәле дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе һәм яҙыусы. Ҡартатайым математика фәненән уҡытты, ә әсәйем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Мине уҡытыусы әсәй тәрбиәләне. Ул һеңлем менән икебеҙгә талапсан да, ғәҙел дә булды. Маҡтап һәм яратып алырға ла онотманы, кәрәк урында ныҡ ҡына әйтеп тә ҡуя ине.

- Үҙегеҙ һәм ҙур ғаиләгеҙ менән та­ныштырып китһәгеҙ.

- Бала саҡта уҡытыусы булып уй­нарға яраттым һәм киләсәк тормошом­до ошо һөнәр менән бәйләнем. Сибай педагогия колледжында башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм өҫтәмә рәүештә рус кластарында башҡорт телен уҡытыу буйынса һөнәр алғас, Өфөләге 69-сы мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ эш башланым. Тормош иптәшем Рафаэль Илшат улы менән Өфөлә танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Бер-бер артлы ике улыбыҙ донъяға килде. Иң оло улыбыҙ Иҙел әлеге көн­дә Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимнази­я-интернатының 11-се класында белем ала. Динияр улыбыҙ Ҡырмыҫҡалының 1-се мәктәбенең 9-сы класында, ә Са­ида ҡыҙыбыҙ 2-се мәктәптең 1-се кла­сында уҡый. Кинйәбеҙ Асҡар балалар баҡсаһына йөрөй. Тормош иптәшем әлеге көндә төҙөлөш эштәрендә эшләй.

- Һеҙ ниндәй әсәй?

- Уныһын балаларымдан һорарға кәрәк (көлә). Талап та итәм, әрләп тә алам. Кәрәк саҡта йыуата ла беләм.  Аллаға шөкөр, балаларым менән мөнәсәбәтебеҙ яҡшы. Дүртеһе дүрт холоҡло булһа ла, тәртиплеләр, үҙ-ара татыуҙар. Ата-әсәйгә, туғандарға хөрмәт менән ҡарайҙар, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышалар.

- Ниндәй тәрбиә алымдары ҡулланаһығыҙ?

- Балаларыбыҙға үҙебеҙ өлгө булырға тырышабыҙ. “Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә, балаң барыбер үҙеңә оҡшаясаҡ”, - тип әйтелә бит инглиз мәҡәлендә лә. Хеҙмәт тәрбиәһенә лә өҫтөнлөк бирә­беҙ, өйҙәге барлыҡ эштәрҙе бергәләшеп башҡарабыҙ. Шәхси йортта йәшәгәс, эш етерлек. Ике бәләкәсебеҙ өй эсендә булышһа, оло улдары­быҙ баҡсала эшләшә, мунсаға утын быса һәм яра, аталарына машина ремонталарға ярҙам­лаша. Был ҡыҙҙар эше, был малайҙарҙыҡы тип айырып тормайбыҙ. Балалар “икеле” билдәһе алһалар: “Ике – ул ноль тигәнде аңлата, “ике” алыу – һинең белемең юҡ тигәнде белдерә”, - тип асы­уланам. Гел “дүрт-биш” билдәләренә генә уҡығыҙ, тип тә әйткәнем юҡ. Үҙегеҙҙең белемегеҙҙе күрһәтә белегеҙ, тием гелән. “Тәүҙә һин исемгә эшләйһең, һуңынан исемең һиңә эшләй”, - тип тә әйтергә яратам, сөнки иң тәүҙә кеше араһында үҙеңде күрһәтергә тейешһең, тәү ҡараштан уҡ ке­шелә һинең турала фекер тыуа. Балаларыбыҙ күңеленә изгелек орлоҡтары һалырға тырыша­быҙ һәм ғаиләбеҙ менән йыл да “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы сиктәрен­дә ауыр хәлдәге ғаиләләр­гә мәктәп кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итәбеҙ. Был да үҙенә күрә ҙур тәрбиә ысулы, тип уйлайым. “Дәрт” ансам­бле менән махсус хәрби опе­рацияға ҙур ярҙам күрһәттек. Кешеләр бер-береһенә изге мөнәсәбәт һаҡларға, донъя­ла яҡшылыҡ күберәк булырға тейеш икәнен белеп үҫергә тейеш балалар.

- Атай тәрбиәһе мөһимме?

- Әлбиттә, атай тәрбиәһе бик мөһим. Атайһыҙ булмай­ҙыр ул, тип уйлайым. Әсәй кеше нисек кенә яратһа ла, нисек кенә тәрбиә бирергә тырышһа ла, барыбер атай тәрбиәһе бирә алмай тигән ҡа­раштамын. Бигерәк тә малай­ҙар атайҙарынан күп нәмәгә өйрәнә.

- Балаларҙы иркәләтеү кәрәкме?

- Өлкән ике малайыбыҙҙы ныҡ иркәләтмәнек, әммә беҙҙең яратыуҙы белеп үҫтеләр. Уларҙан күберәк талап итә инек. Тәүге балалар менән шу­лай максималист булаһыңдыр ул. Һигеҙ йылдан һуң ҡыҙыбыҙ тыуғас, әсәй булараҡ икен­се төрлө хистәр кисереүемде һиҙҙем. Өләсәйҙәр ейән-ейән­сәрҙәрен нығыраҡ ярата тиҙәр бит, шуның һымаҡ, ҡыҙым менән кинйә улым тыуғас, өләсәйҙәр ҙә ошондайыраҡ хис-тойғолар кисерәлер, тигән фекергә килдем. Өлкән аға­лары булғас, былары бигерәк бәләкәй тойолдо. Балаларҙы күберәк иркәләтергә кәрәк­тер, тип уйлайым хәҙер. Сөнки һинең балаң һинең үҙеңә генә кәрәк. Дуҫтары күп булһа ла, ихтирам һәм дан яулаһалар ҙа, уҡытыусылары гелән маҡтап торһа ла, нисек кенә бул­маһын – ата-әсәһенән башҡа бала бер кемгә лә кәрәкмәй, дөрөҫөн әйткәндә. Шуға күрә, һин иркәләтмәһәң, кем ир­кәләтһен уны. Балаға әсә һөй­өүен башҡа бер кем дә бирә ал­май. Йәшерәк саҡта, тормош мәшәҡәттәренә сумып, быны аңлап та етмәйһең, әлбиттә. Шуға ла ике бәләкәсте беҙ өл­кәндәренә ҡарағанда саҡ ҡына күберәк иркәләтәбеҙ.

- Артыҡ иркәләтеү һәм гел генә әпәүләп тороу баланың холҡон боҙмаймы?

- Һәр нәмә лә сама булы­рға тейеш, әлбиттә. Артыҡ иркәләтергә ярамай. “Биш йәшкә хәтлем балаға “юҡ” һәм “ярамай” һүҙҙәрен әйтер­гә ярамай”, - тип беҙгә аҡыл өйрәтеүселәр ҙә булды. Ми­неңсә, бала тыуғандан алып нимә ярай, нимә ярамай икә­нен белеп үҫергә тейеш. Әсәй­ҙең асыуланған сағын да бе­лергә тейеш, сөнки әсәй кеше һәр саҡ ҡояш кеүек йылмай­ып-көлөп кенә ултыра алмай.

- Белеүемсә, Ҡырмыҫҡалыға күсеп килеү тарихы ла әсәлек хистәре һәм хәстәренә бәйле?

- Эйе, тап шулай. Тор­мош иптәшем сығышы менән Бүздәк районынан, үҙем Сибай ҡалаһынанмын. Торлаҡ про­блемаһын хәл итер өсөн ике улыбыҙ менән Өфөнән Сибай ҡалаһына ҡайтып төпләнгәй­нек. Ҡапыл ғына күсеп китеү сәбәбе оло улыбыҙға бәйле килеп сыҡты. Иҙел Өфөлә­ге Рәми Ғарипов исемендә­ге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға инергә уйлағас, улыбыҙға яҡыныраҡ булыу өсөн Өфөгә яҡын ергә күсеү теләге тыуҙы. Өфө тирәһендәге ҡала-ауылдарҙы йөрөп сыҡтыҡ та, Ҡырмыҫҡалыны һайланыҡ. Мәктәбе, балалар баҡсаһы, дауаханаһы һәм тормош көтөү өсөн башҡа мөһим урында­ры булһын тигән принциптан сығып эш иттек. Был йәһәттән Ҡырмыҫҡалы бөтә талаптарға ла яуап бирҙе. Балалар булғас, шулай бөтөнөһөн дә уйларға тура килә. Ҡырмыҫҡалы беҙ­гә оҡшаны, өйрәндек. Күсеп килеүебеҙгә күп ваҡыт үтмәһә лә, үҙ кешеләргә әйләндек тип әйтә алам.

- Ғаиләгеҙҙә ниндәй матур традициялар йәшәй?

- Тыуған көндәрҙе һәр саҡ ғаилә менән бергәләп үткәрә­беҙ. Бигерәк тә Яңы йыл бай­рамын көтөп алабыҙ. Өләсәй менән ҡартатай Ҡыш бабай булып кейенеп, көтмәгән­дә генә сюрприз яһап килеп төшһәләр, балалар сикһеҙ ҡы­уаныс кисерә. Торт, бәлеш, сәк-сәк, манты, билмән кеүек ризыҡтарҙы бешергәндә, ба­лаларыбыҙҙың береһе лә сит­тә ҡалмай, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышалар. Атайҙары өйҙә булһа, ул да ярҙамға килә. Баҡса эштәрен һәр ваҡыт бер­гә башҡарабыҙ. Күмәкләп эшләһәң күңелле лә, эш тә ырамлы бара. Ғаиләбеҙ менән тормош иптәшемдең һәм ми­нең тыуған яҡтарға сәйәхәт ҡылырға яратабыҙ. Туғандарҙы оноторға ярамай, тип өйрәтәм балаларға.

- Күп балалы әсә булырға нисек йөрьәт иттегеҙ?

- Ғаиләлә беҙ һеңлем менән икәү генә үҫтек. Ун-ун ике йәштәр тирәһендәрәк теле­визорҙан кешеләрҙең балалар йортонан бала алғанын күреп: “Беҙгә лә ҡусты йә һеңле кәрәк”, - тип һорай торғайныҡ. Тағы берәй туғаным булһын ине, тип хыялландым гел. Тик 90-сы йылдарҙағы кризис, аҡса юҡлығынан ата-әсәйем был аҙымға барырға ҡыйманы. Үҙемдең ғаиләм булһа, кәмен­дә өс бала була, ти торғайным. Ике улыбыҙ бер-бер артлы ты­уҙы. Бер-береһенә дуҫ-иптәш, ярҙамсы булһын, тип йәш ара­ларын ҙур итмәнек. Өсөнсөгә ҡыҙ булырын алдан уҡ һиҙә инем. Ике малай ҙурайғандар ине, ә ҡыҙға иптәш юҡ тип, тағы бер бәпес алып ҡайты­рға ҡарар иттек. Шулай итеп, шөкөр, дүрт балаға әсәй-атай булыу ҡыуанысын кисерәбеҙ.

- Дүрт бала әсәһе булһағыҙ ҙа, йыр-моң менән бәйле яратҡан шөғөлөгөҙгә лә ваҡы­тығыҙ ҡала...

- “Ҡырмыҫҡалыға күсеп киттеләр ҙә, ғаиләләре менән артист булып киттеләр”, - тип көлә атайым был турала. Йы­рға һөйөү бала саҡтан килә, әммә ни өсөндөр үҙемдең та­уышымды яратмай торғай­ным, әле лә оҡшатмайым. Шуға гел кеше юҡта ғына, йәшенеп кенә йырланым. Сибайҙа йәшәгән саҡта, бер ҡунаҡта Дилара апайым төр­лө-төрлө ҡумыҙҙарын алып килгәйне. Тормош иптәшемә ҡумыҙҙа уйнау оҡшап ҡал­ды, малайҙар ҙа ҡыҙыҡһына башланы. Бер заман аталары ике улым менән ҡумыҙсылар булып киттеләр. Хатта, мәк­тәптәге сараларҙа өсәүләшеп сығыш яһай торғайнылар. Ҡырмыҫҡалыға килгәс тә ма­лайҙарҙы ҡурай түңәрәгенә яҙҙырҙыҡ. Күсеп килгән йәй­ҙә, Салауат Әйүповтың “Дәрт” ансамбленә саҡырған иғланын күреп ҡалдым һәм Рафаэльға шаяртып ҡына: “Барабыҙмы?” - тинем. Ул саҡта Саидаға ике йәш, Асҡар әле генә тыуған ине. Йорт та ла эш етерлек, ре­монт талап ителә. Шуға күрә ирем риза булмаҫ тип уйлаһам, ул: “Әйҙә барып ҡарайыҡ, оҡ­шамаһа ташларбыҙ”, - тине. Бер баланы коляскаға һалып, икенсеһен велосипедҡа ултыр­тып район Мәҙәниәт һарайына барҙыҡ. Репетиция ваҡытында береһенә берәй тәмлекәс тот­тороп ҡуябыҙ, бәләкәсе коля­скала йоҡлай ине. Асҡар уянып илай башлаһа, Салауат Фәтих улы уны ҡулына алып, бәүетә-бәүетә аҫтан өйрәтеп тора, беҙ сәхнәлә йырлайбыҙ. Шулай итеп ирем менән икәүләшеп йырлап алып киттек. Беҙгә бик оҡшай был шөғөлөбөҙ. Атай­ым да, әсәйем дә йырламай, ҡәртәсәйем гармунда уйнаған булған. Йыр-моңға һөйөү ата-бабаларҙан килгән һәләт­тер тием. Иптәшемдең дә шу­лай, уның да яҡын ғына йырсы туғандары юҡ. Йырлай-йыр­лай оҫтара барабыҙ. Балала­рыбыҙ ҙа музыканы үҙ итәләр. Иҙел бында мәктәптә уҡыған сағында йырлай торғайны. Өфөлә гимназияла ҡурайсы­лар ансамбленә йөрөнө, әммә йыр уны нығыраҡ йәлеп итте һәм әлеге көндә “Аманат” фольклор ансамблендә шөғөл­ләнә, ҡурай менән ҡумыҙҙа уйнай, өзләй һәм йырлай ҙа. Динияр ҡумыҙ менән ҡурайҙа уйнарға ярата. Ҡыҙыбыҙ бейеү түңәрәгенә йөрөй башланы.

- Эшегеҙ ғаиләләр менән бәйле. Төрлө әсәйҙәр менән осрашырға тура киләлер?

- Эйе, эшем буйынса төр­лө ғаиләләр, төрлө әсәйҙәр менән аралашырға тура килә. Ата-әсәләре эскелек менән мауыҡҡан, имен булмаған ғаиләләргә барып, балалары­ның ҡаралмағанын күреп, шул тиклем йән әсей. Балалар шул тиклем йәл. Улар бит үҙ ата-әсәләрен ниндәй генә булһа ла ныҡ ярата. Һуңынан ошо уҡ ғаиләләр дөрөҫ юлға баҫып, икенсе килеүебеҙгә йорттары балҡып торһа, бындай ваҡыт­тарҙа ҡыуанысымдың сиге юҡ. Эшем үҙемә ныҡ оҡшай. Әҙме-күпме булһа ла ғаиләләргә ярҙам итергә, балалар тормо­шона йәм өҫтәргә, йән өрөргә, ҡыуаныстар бүләк итергә ты­рышабыҙ. Шундай имен бул­маған ғаиләләрҙең яҡшы юлға баҫыуына беҙҙән дә нығыраҡ ҡыуанған кеше юҡтыр.

- Әсәләргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Үҙҙәрен һәм балаларын яратһындар. Күп балалы әсә булырға ҡурҡмаһындар. Бала­ларҙың бер ниндәй ҙә ҡыйын­лығы юҡ ул. Шулай ҙа алдан планлаштырырға, балаларҙың киләсәген уйларға ла оноторға ярамай. “Ғаилә” үҙәгендә “Уйлап бала тап!” тигән ак­ция үткәйне, шуның шикелле алдан уйлап, планлаштырып бала табырға кәрәк, әлбиттә. Үҙҙәрен яратһындар тигәндән, һәр бер әсә тик ғаиләгә генә инеп китергә тейеш түгелдер, ул сағында әсәй кеше юғалып ҡалалыр, тип уйлайым. Йорт хужабикәһе генә булып, көнө-төнө плита төбөндә торорға, өй эсендә һуҙылып бөткән кейем кейеп йөрөргә тейеш түгел әсәйҙәр. Ул балаһын да, үҙен дә ҡарап өлгөрөргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта һәр әсә­нең үҙенең яратҡан шөғөлө булыуы мотлаҡ. Үҙ өйөндәме, берәй ергә барып шөғөл­ләнәме, ул үҙенең энергияһын ҡайҙалыр сарыф итергә тейеш, минеңсә. Бына, мәҫәлән, мин йыр менән шөғөлләнәм, беше­ренергә һәм ҡул эштәре менән булышырға яратам. Шуға күрә, башҡа әсәйҙәр ҙә нимә менән­дер шөғөлләнергә, үҫешергә тейеш тигән фекерҙәмен. Ки­тап уҡыймы ул, башҡа нимә менән буламы, үҙенә генә ярты сәғәт булһа ла бүлә белһендәр. “Һеҙ нисек барыһына ла өл­гөрәһегеҙ ул?”- тип минән гел генә һорайҙар. Ысынлап та, нисек өлгәрәмдер ул? Бәлки, нәҡ шул күп балалы булы­уыбыҙ ярҙам итәлер, сөнки оло балаларым бәләкәстәрен ҡарашырға, йорт эштәрен башҡарырға ҙур ярҙам итә. Шулай уҡ ваҡытты дөрөҫ бүлә белгәнгәлер. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыты­быҙ етә. Тәүҙә ҡурҡыңҡырап торабыҙ, әммә бер тотоноп китһәң, барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сыға. Шиғыр һәм йыр ятларға, бейеү өйрәнергә лә ваҡытыбыҙ бар. Һуңынан һөҙөмтәһен күреп ғаиләбеҙ менән ҡыуанабыҙ. Грамота, Диплом алһаҡ, бигерәк тә ба­лалар шатлана. Еткерһәң, һәр нәмәгә ваҡыт етә.

- Балаларығыҙҙың киләсәген нисек күрәһегеҙ?

- Балаларым ниндәй һөнәр һайлаһалар ҙа ҡаршы торма­ясаҡмын. Иҙел киләсәген хи­мия фәне менән бәйләмәксе. Динияр бөгөнгө көндә ҙур һо­рау менән ҡуланылған берәй эшсе һөнәрен һайларға уй­лай. Саида менән Асҡар әле бәләкәйҙәр. Бер һөнәрҙең дә ояты юҡ. Кеше ҡайҙа эшләһә лә эшләргә тейеш.

- Ҡыҙыҡлы, күп әсәләргә фәһем булырлыҡ әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Розалия НАЗАРОВА

әңгәмәләште.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: