Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Ноябрь 2023, 09:09

Ғаилә усағын һаҡлаусылар

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һөйөклө әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр!

Ғаилә усағын һаҡлаусылар
Ғаилә усағын һаҡлаусылар

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һөйөклө әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр!

Һеҙҙе иң изге һәм йылы бай­рамдарҙың береһе - Әсәләр көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Йәмғиәтебеҙҙә ҡа­тын-ҡыҙҙарҙың роле баһалап бөт­көһөҙ. Илебеҙҙең, республикабыҙҙың, райондың һәм ғаиләнең киләсәге һеҙгә бәйле. Кешелекте дауам ит­тереү, балалар үҫтереү һәм ғаилә усағын һаҡлау кеүек тәбиғәттән бирелгән ҙур яуаплылыҡ хөрмәт һәм һоҡланыу хисе уята.

Республикабыҙҙа күп балалы һәм йәш ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, ғаиләнең, әсәләрҙең һәм балаларҙың социаль именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар ҡабул ителә.

Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйем.

Әлфир САБИРОВ,

муниципаль район хакимиәте башлығы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: