

Килгән ҡунаҡтарыбыҙ һәр сығыш яһаусыны дәррәү алҡыштарға күмде. Артабан кисәбеҙ мәктәп ашханаһында әҙерләнгән һыйлы өҫтәлдәр артында дауам итте. Бында тәмле-татлы ризыҡтар менән сәй эсеп кенә ҡалманыҡ, шулай уҡ ихлас аралаштыҡ, мәктәп тормошондағы төрлө ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән бүлештек.
Күңелдәре шатлыҡҡа тулышҡан ҡунаҡтарыбыҙ үҙҙәренең матур сығыштары менән ҡыуандырҙы. Бикҡужина Зилә Шаһивәли ҡыҙы һөйләгән эстәлекле шиғырҙы барыһы ла тын алырға ла онотоп тыңланы. Бикташева Гөлназ Фәһим ҡыҙының моңло йыры ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Хәтирәләргә, уйын-көлкөгә, йыр- моңға бай булған байрам кисәһе барлыҡ ҡунаҡтарыбыҙҙы ла бер аҙға ғына булһа ла йәшлек йылдарына алып ҡайтҡандыр, киләсәк тормоштарына көс-дәрт һәм йәм өҫтәгәндер, тип ышанабыҙ.
Мәктәбебеҙ директоры Эльвира Тәҡиулла ҡыҙы Үтәкова ҡунаҡтарға изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп оҙатып ҡалды.
Рәмилә НАМАҘҒОЛОВА.
Түбәнге Төкөн ауылы.