

Ете бала араһынан береһе лә урмансы булып эшләгән атайҙарының юлын һайламағанға күрә, Радикҡа атаһының теләген үтәргә тура килә. Шулай итеп, Ефремкин мәктәбенең 10-сы класын тамамлағандан һуң егет Өфө урман техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Уҡыу осоронда армия сафтарына барып ҡайтырға ла өлгөрә.
Техникумда уҡығанда үҙе кеүек урмансы һөнәрен һайлаған Саҡмағош районы ҡыҙы Рида менән таныша. Бер-береһен оҡшатҡан йәштәр бергә донъя ҡоралар. Икеһе лә дипломға эйә булған йәш ғаиләне юллама буйынса Пермь өлкәһенә эшкә ебәрәләр. Өс йыл бында эшләгәндән һуң улар Радиктың тыуған ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә.
Радик Ҡамышлы урмансылығына урмансы, Рида урмансы эше булмағанлыҡтан, шунда уҡ бухгалтер булып эшкә урынлаша. Шул дәүер эсендә уның ҡулы аша нисәмә гектар майҙанда ағас ултыртылған, нисәмә кубометрҙар ағас киҫелгән, күпме өмәләр үткәрелгән. Быларҙың иҫәбе-хисабы юҡтыр, моғайын. Радик Әсхәт улының был тармаҡта күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләп барылған.
Урман мастеры ул – бик мөһим һөнәр. Уның вазифаһына урманды контролдә тотоу, урман тәртиптәрен боҙоу осраҡтарын асыҡлау һәм бөтөрөү, янғындан һаҡлау буйынса эштәр алып барыу, ағастар ултыртыу һәм таҙартыу эштәре. Ҡыҫҡаһы, урманда эш бик күп.
- 40 йыл эшләү осронда бик күп үҙгәрештәр кисерергә тура килде. Элек 19 урмансы, 4 мастер, пилорама цехы, трактор паркы менән гөрләп торған Ҡамышлы урмансылығында хәҙер урман мастеры булып мин генә ҡалдым. Малай, Ҡамышлы, Ҡырмыҫҡалы, Төкөн биләмәләре ҡараған Ҡамышлы урмансылығына 20170 гектар биләмә инә.
Үҙемдең эшләгән участкала планды үтәргә тырышам. Ҡоротҡостарҙан, төрлө ауырыуҙарҙан, янғындарҙан һаҡлау менән бер рәттән, урманды законһыҙ ағас киҫеүселәрҙә дә һаҡларға тура килә.
Шулай уҡ яҙлы-көҙлө ағас ултыртыу буйынса өмәләр үткәрергә кеше йыйыу йылдан-йыл ауырлаша, урманды таҙартыу эшенә лә үҙемә кешеләр табып эшләтергә тура килә.
Әлегә тиклем урмандарҙы уттан һаҡлап ҡала алдыҡ. Иҫкәртеү сараларын ваҡытында үткәрәбеҙ, ут күсмәһен өсөн урман эргәләрен һөрөп сығабыҙ, - тип эше менән уртаҡлашты Радик Әсхәт улы.
Урмансы урманға, унда йәшәүсе йәнлек-ҡоштарға яҡын була. Шуға ла Радик Әсхәт улына ни өсөн һуңғы йылдарҙа айыуҙар ауылдарға яҡынлаша башланы, тигән һорау бирәбеҙ.
- Беҙҙең урмандарҙа ла айыуҙар элек-электән булды. Улар беҙҙең яҡҡа Ғафури районынан килә. Күптән түгел балаларын эйәрткән йәш айыуҙың Таҙлар менән Малай ауылдары янына килеп сығыуы, Ефремкин урамы буйылап йөрөүе, урмандағы солоҡтарҙы емереүе хаҡында ишетергә тура килде.
Быны мин айыуҙарға һунар тыйылыуы һәм уларҙың күпләп үрсеүе менән аңлатыр инем. Көслөрәк айыуҙар көҙгә табан көсһөҙҙәрен урмандан ҡыуа башлай, шуның менән дә бәйле булыуы ихтимал. Шуға күрә, урманға бәшмәк йыйырға барғанда, һағыраҡ булырға кәрәк, - тип һөйләне урман хужаһы.
Урман йәнле Рамазановтарҙың өй алдарын һәм ихаталағы баҡсаларын ҡайын, ҡарағай, емеш ағастары һәм сәскәләр биҙәй. Рида Фәнүр ҡыҙы өй эсендә лә бик матур гөлдәр үҫтерә. Уңған хужабикә бешеренергә лә бик оҫта, заказға торттар, бәлештәр ҙә бешерә, хатта. Балаларға килгәндә, улар бер ул һәм ҡыҙға матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. Улдары Ринат ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалыла йәшәй, өс ул үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Рима Ҡамышлыла йәшәй, тормош иптәше менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр. Бәхетле ҡартатай менән өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренең ҡунаҡҡа килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
Рамазановтарҙың һәм барлыҡ урмансыларҙың йәш быуынға ҡалдырыу өсөн ниәтләп ултыртҡан ағас үҫентеләре киләсәктә урман булып үҫеп китер тигән өмөттә ҡалабыҙ һәм байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.