Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
1 Август 2023, 07:05

Күңеле һаман диңгеҙгә тартыла

Йәмле йәйҙең бер мәлендә урамдарҙа хәрби-диңгеҙ флоты фуражкалары, тельняшкалар кейеп, “Беҙ диңгеҙҙә хеҙмәт иттек!” тигән ғорурлыҡ кисереүҙәре йөҙҙәренә үк сыҡҡан ир-егеттәрҙе күп осратырға була. Эйе, тап ошо ваҡытта, июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә, илебеҙҙә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә.

Күңеле һаман диңгеҙгә тартылаКүңеле һаман диңгеҙгә тартыла
Күңеле һаман диңгеҙгә тартыла

 Күңеле һаман диңгеҙгә тартыла

Йәмле йәйҙең бер мәлендә урамдарҙа хәрби-диңгеҙ флоты фуражкалары, тельняшкалар кейеп, “Беҙ диңгеҙҙә хеҙмәт иттек!” тигән ғорурлыҡ кисереүҙәре йөҙҙәренә үк сыҡҡан ир-егеттәрҙе күп осратырға була. Эйе, тап ошо ваҡытта, июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә, илебеҙҙә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә.

 Был иҫтәлекле датаны Хәрби-диң­геҙ флотында хеҙмәт иткән яҡташта­рыбыҙ ҙа көтөп ала. Ә улар беҙҙә би­хисап.

Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Шатморат Намаҙғолов та 1991-1997 йылдарҙа Рәсәй Хәрби-диңгеҙ фло­тында хеҙмәт итә. Бала саҡтан сит ҡитғалар хаҡында, десантсы йәиһә моряк булырға хыяллана ул. Хыялы тормошҡа аша. Ике йыл буйына Бал­тик диңгеҙе буйында Ватан алдын­дағы бурысын үтәгәндән һуң да диң­геҙҙе ташлап китергә ашыҡмай әле ул, контракт төҙөп, тағы биш йылға ҡала. Һыу аҫты кәмәһендә йөҙөргә тура килә уға. Шаулы диңгеҙ буйында үткән йылдарын тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә ала.

- Диңгеҙҙә хеҙмәт итеүселәрҙең ҡыҙыҡ бер йолаһы бар. Иң тәүге тапҡыр диңгеҙгә сыҡҡан саҡта мо­рякка бер литр тоҙло диңгеҙ һыуы эсерәләр. Етмәһә, һыуҙы бер тына­ла эсеп бөтөргә кәрәк. Был йоланы миңә лә үтәргә тура килде. Шулай итеп моряктар сафына ҡабул итәләр. Телевизорҙан һәм киноларҙа ғына күргән моряктар тормошон үҙ иңеңдә татыу ҙур ғорурлыҡ, әйтеп бөтөргөһөҙ хистәр уята. Төрлө хәлдәр күп бул­ды, шулай ҙа бирешмәнек, һалдаттар менән дуҫ булдыҡ. Диңгеҙ флотында тәртип уғата ныҡ ҡаты һәм был ҙур әһәмиәткә эйә, - ти ул хеҙмәт юлына байҡау яһап.

Әлбиттә, ауылда тыуып үҫкән егет­тәр һалдат тормошона еңел өйрәнә, ауырлыҡтарға бирешмәй, сыҙамлы була. Әрме сафында ир-егеттәр ҙур һынау үтә. Һалдат һурпаһын бергә эскәндәр ғүмерлеккә дуҫ булып ҡалалар.

- Хеҙмәтемде тамамлап ҡайтҡас та, диңгеҙ гел генә төштәремә инде. Ул йылдарҙы һаман һағынам, хатта, ҡайһы саҡта кире барғым килеп китә. Байрамдарҙа диңгеҙҙә хеҙмәт иткән яҡташтар менән осрашып, һалдат булған саҡтарҙы хәтерләп алабыҙ. Бик күп хеҙмәттәштәрем менән интернет аша бәйләнеш тотам, аралашып то­рабыҙ. Бер-беребеҙгә фотолар, виде­олар ебәрәбеҙ. Әрме хеҙмәтенең тәүге көндәре үткән Кронштадт ҡала-пор­тына барып ҡайтырға тигән ҙур хыял менән йәшәйем, - тигән уйҙары менән бүлеште әңгәмәләшеүсем.

Күңеле һаман диңгеҙгә тартылған Шатморат Намаҙғоловтың был хы­ялы ла яҡын киләсәктә тормошҡа ашыр, тип ышанайыҡ.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас