

Ғаилә байрамы матур үтте
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан район үҙәгенең Аҡкүл паркында йәмле байрам сараһы уҙҙы. Бында оҙаҡ йылдар матур тормош көтөүсе һәм шулай уҡ йәш, өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде, балалар өсөн уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар ойошторолдо.
- Был көндө беҙ күп балалы ғаиләләргә, ҡулға-ҡул тотоношоп оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән парҙарға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Районыбыҙҙағы һәр ғаиләгә именлек, сәләмәтлек, бер-береһен аңлап, татыу ғүмер итеүҙәрен теләйем, - тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм бүләкләү тантанаһын башланы.
Иң тәүгеләрҙән булып Абдулла ауылынан Сулпан Хәлитова Әлфир Фәрхәт улы ҡулынан “Әсәлек даны “ миҙалы алды. Сулпан һәм Артур Хәлитовтар үҙҙәренең татыу ғаиләһендә биш бала – бер ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләйҙәр.
“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырыу өсөн сәхнә түренә Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Мәрйәм һәм Венер Юлдашевтар саҡырылды. Уларҙың ғаилә ҡороп, бергәләшеп бәхетле ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл. Хаҡлы ялдағы уҡытыусылар ике балаға ғүмер биргәндәр. Әлеге көндә Юлдашевтарҙы биш ейән-ейәнсәре үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандыра.
Ғаилә булып йәшәүҙәренең юбилей даталарын билдәләүсе парҙар ҙа сәхнә түренән урын алды. Алтын туйҙарын билдәләүсе - Ҡырмыҫҡалынан Таңһылыу менән Фәнил Ғәҙелшиндар һәм Рәхилә менән Рәсүл Сәйфуллиндар, Шаймораттан Нәсихә менән Ҡасим Ҡадировтар, Мөҡсиндән Резеда менән Ғәлимйән Ҡотлогилдиндар, Һәүәләйҙән Мәҙинә менән Филарис Ҡотлоевтар, Мөкәйҙән Шәүрә менән Фәнис Мәхмүтовтар, Һәүәләйҙән Әнисә менән Мөхәрләм Садиҡовтар, Константиновканан Франгиза менән Николай Терехиндар, гәүһәр туйҙарын билдәләүсе - Ефремкиндан Александра менән Алексей Кургиндар, Константиновканан Фәниә менән Миңнулла Нурышевтар бүләкле булдылар.
Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының республика этабында ҡатнашып, район данын яҡлаусы Сихонкин ауылынан Елена һәм Дмитрий Андреевтар, Константиновканан Анастасия һәм Игорь Григорьевтар, Ҡырмыҫҡалынан Наталья һәм Сергей Ефимовтар, Екатерина һәм Лев Матвеевтар дипломдар менән бүләкләнде.
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023” республика конкурсында еңеп сыҡҡандары өсөн Нәркәс һәм Айнур Хәлитовтарға (Ҡырмыҫҡалы), Рушания һәм Азамат Хәйретдиновтарға (Бишауыл-Уңғар) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2-се дәрәжә Дипломы һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаты, ә Илдар Әхмәҙиев менән Зарема Вәлиеваға (Ҡырмыҫҡалы) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 3-сө дәрәжә Дипломы һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.
Шулай уҡ байрам кисәһендә райондың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, ғаилә йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023” республика конкурсында ҡатнашыусы Селина һәм Динар Батталовтар (Үтәгән) район хакимиәтенең Рәхмәт хатына эйә булды.
Намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәрилеге өсөн район Советының Маҡтау ҡағыҙына район ЗАГС-ының әйҙәүсе белгес-эксперты Әлиә Хәйҙәрова, Район хакимиәтенең Рәхмәт хатына район ЗАГС-ының әйҙәүсе белгес-эксперты Регина Кузнецова лайыҡ булды.
Байрам сараһы матур концерт программаһы менән тамамланды.
Әйткәндәй, үҙәренең законлы никахҡа инеү көндәрен матур дата - 07.07.2023 менән бәйләргә теләүселәр һаны ла был көндө күп булды: Хәбир һәм Диана, Данил һәм Юлиә, Тимур һәм Миләүшә, Азат һәм Әлиә үҙҙәренең никахтарын законлы рәүештә теркәне. Шулай уҡ өс пар иң яҡын туғандары менән бергә генә никах туйҙарын үткәрҙе. Махсус хәрби операцияға йыйынған Ринат та ошо көндө һөйгәне Ләйсән менән сәстәрен сәскә бәйләне. Айгөл һәм Радик Фәйзуллиндар ҙа тап ошо көндө никахҡа инде.
Мәскәүҙә эшләгән Галина һәм Марат законлы никахҡа инеү өсөн осраҡлы ғына Ҡырмыҫҡалы ЗАГС-ын һайлаған. Улар әлеге мәлдә республика буйлап сәйәхәт ҡыла. Йәштәргә Республика Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хаты тапшырылды.
Әле генә өйләнешкән йәштәргә лә, оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән ғаиләләргә лә именлек, тыныс тормош насип итһен!