

Хөрмәтле район йәштәре! Һеҙҙе һоҡланғыс байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Йәшлек – һәр кешенең тормошондағы иң матур осор, ҡыйыу пландар, өмөттәр һәм асыштар мәле. Йәмғиәтебеҙҙең социаль иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешен йәш быуындан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙҙең район өмөтлө егет-ҡыҙҙары: тырыш хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәре, талантлы ижад кешеләре, спортсылары, буласаҡ ғалимдары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.Башҡортостанда йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә. Йәштәрҙең үҫеше өсөн шарттар булдырыла, торлаҡ шарттарын яҡшыр тыуға йүнәлтелгән программалар эшләй. Йәш ғаиләләрҙең күпләп торлаҡлы булыуҙары ҡыуаныслы. Беҙ йәштәргә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, уларҙан йолаларыбыҙҙы дауам итеп, районды, республиканы, илде төҙөкләндереүҙәрен, ныҡлы ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтереүҙәрен көтәбеҙ. Һеҙгә хас булған энтузиазмығыҙ һәм белемегеҙ менән оло быуындар тапшырған тәжрибәгә һәм аҡылығыҙға таянып, Ватаныбыҙҙың сәскә атыуы хаҡына ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләрһегеҙ, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, барса эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.
Әлфир САБИРОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы.