Даирә
+21 °С
Болотло
Байрамдар
15 Июнь 2023, 11:48

Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!

Һабантуйҙың тантаналы өлөшө,йолаға ярашлы, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән асылды.

Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!
Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!

Һабантуйҙың тантаналы өлөшө,йолаға ярашлы, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән асылды. Яҙғыбаҫыу эштәрен тамамлау хөрмәтенә ҡырмыҫҡалыларҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Рушана Бабич һәм башҡалар килде. Уларҙы “Йондоҙ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре, “Толпар” ҡурайсылар һәм башҡорт фольклор ансамблдәре йыр-моң менән ҡаршы алғандан һуң милли кейемдәге ҡунаҡсыл һәм киң күңелле ҡыҙҙар ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән һыйланы.

Һабантуйҙа актриса, алып барыусы һәм блогер Юлия Краснова ла ҡатнашты. - Ниһайәт, минең бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Был тиклем киң күләмле, сағыу тамашаны бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Үҙемде ысын әкиәт донъяһына сумғандай хис иттем.Бында күргән милли кейемдәрҙәге кешеләр, һый-ниғмәттәрҙән һығылыпторған, боронғо көнкүреш әйберҙәременән биҙәлгән башҡорт тирмәләре,бай музыкаль һәм вокаль программа,ат ярыштары, халыҡ уйындары һәмярыштар барыһы ла таң ҡалдырҙы,тине Юлия Владимировна.Артабан мәртәбәле ҡунаҡтартирмәләр һәм интерактив майҙансыҡтар буйлап үтеп, район хакимиәтебашлығы Әлфир Сабиров менән төптрибунала урын алды. Сәхнәлә һәмуның алдында “Атайсал – изге ғәмәлдәр” йылына бағышланған бик тамашалы һәм киң күләмле хореографиккомпозиция йәйелдерелде. Уны хореограф Артур Юлыев һәм райондыңүҙешмәкәр артистарынан торған ҙурйыйылма ансамбль асты. Башҡарыусыларҙың моңло тауышы, матур милли кейемдәрҙә бер-береһен алмаштырған башҡорт, татар, сыуаш, рус бейеүҙәреһөҙөмтәлә ғәйәт ҙур бер тамашаға әүерелде һәм барыһына ла һәйбәт кәйеф,ыңғай тәьҫораттар бүләк итеп, ысынбайрам мөхите булдырҙы.Бына концертты алып барыусылар Һабантуй - 2023 флагын күтәреүөсөн хеҙмәт ҡаҙаныштары менән тыуған ерен данлаған райондың алдынғыхеҙмәтсәндәрен саҡырҙы. Был хоҡуҡяҙғы баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса механизаторҙар араһында районярышы еңеүселәре “Уңыш” йәмғиәтетракторсы-машинисы Венер Исрафиловҡа, “Артемида” йәмғиәтенеңтракторсы-машинистары АндриянГригорьев һәм Вячеслав Павловтарғабирелде.Һабантуй флагы күтәрелде. Сараныасып, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров йыйылыусыларҙы һабанбайрамы менән ихлас күңелдән ҡотланы.Быйыл байрам Рәсәйҙәге “Уҡытыусы һәм остаз йылы” һәм Башҡортостандағы “Атайсалға – изге эштәр”сиктәрендә үтә һәм һеҙ шулай уҡрайонда алтынсы тапҡыр уҙғарылған“Сыңла, салғы!” республика фольклорбайрамын да күрә аласаҡһығыҙ, - тине.Әлфир Фәрхәт улы ауыл хеҙмәтсәндәренә намыҫлы, еңел булмағанэштәре, һайлаған һөнәрҙәренә тоғробулыуҙары, тыуған ерҙәрен һөйөүҙәреөсөн рәхмәт белдерҙе. Уларға рухкүтәренкелеге, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм яҡшы кәйеф теләне.- Район аграрийҙары быйыл бикяҡшы, тырышып эшләне тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. Беҙҙең райондаярауай культуралар 48 мең гектар майҙанда сәселде. Ужым ашлығы һәм техник культуралар менән бергә 68 меңгектарҙан ашыу тәшкил итә. Әлбиттә,беҙ яҡшы уңышҡа өмөт итәбеҙ, - типбилдәләне.Артабан һүҙ ҡәҙерле ҡунаҡ ИрекСәғитовҡа бирелде. Ул республикаБашлығы Радий Хәбиров исеменән барыһын да яҙғы баҫыу эштәрен уңышлытамамлау менән ихлас күңелдән ҡотланы. Беҙҙең райондың ҡаҙаныштарынбилдәләне һәм алдынғы хеҙмәтсәндәрҙе Маҡтау грамоталары, Рәхмәтхаттары менән бүләкләп үтте.Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Артемида” (Е.Пожидаев) һәм “Уңыш”йәмғиәттәре (Илгиз Ханнанов) иңяҡшы агросәнәғәт комплексы предприятиелары тип танылды. Ә “Иңяҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы”исеменә крәҫтиән-фермер хужалығыбашлығы Ришат Мифтахов һәм Фәнис Ғәлиәхмәтовтар лайыҡ булды һәмДипломдар менән бүләкләнде.Район тормошонда актив ҡатнашҡан, социаль-иҡтисади һәм патриотик үҫешенә ҙур өлөш индергән“Э.Ҡормаева” крәҫтиән-фермер хужалығы управляющийы Рәмил Әминев,Һыуыҡ-Шишмә мәҙәниәт йорто мәҙәни ойоштороусыһы Николай Андреев,Иҫке Бәпес мәктәбе филиалы мөдиреРамазан Шаймарҙановҡа БР-ҙың Рәхмәт хаттары тапшырылды.  Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы республикабыҙҙа егерме йыл дауамында“Әсәлек даны” миҙалы тапшырыпхөрмәтләйҙәр. Әйткәндәй, былкөндө ошо бүләккә Николаевкаауылынан ете бала әсәһе Зәлиә Авгонова ла лайыҡ булды. Балалар сәнғәтмәктәбе директоры Хәниф Батталовҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтөсөн БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы Маҡтау грамотаһы тапшырылһа, “Далан” өлгөлө хореографикансамбле етәксеһе Артур Юлыевҡа“Башҡортостандың атҡаҙанғанмәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелде.Шулай уҡ Һабантуй сәхнәһендә Донецк Халыҡ Республикаһыармияһының кесе сержанты АртемКиселев “Батырлыҡ өсөн” миҙалыменән бүләкләнде. Быйыл райондың маҡтаулы гражданы исеменәрайон ҡулланыусылар йәмғиәтерәйесе Рәүис Хажиев лайыҡ булды.Был вазифала Рәүис Әбүзәр улы 20 йылдан ашыу эшләй. Был осор эсендә предприятие райондың иҡтисадиүҫешенә ҙур өлөш индерҙе һәм барлыҡ сараларҙа иғәнәселек ярҙамынкүрһәтеп килә.Үҙҙәренең ижады менәняҡташтары араһында танылыу яулаған үҙ ҡулдары менән скульптураяһаусы Ибраһим ауылынан РәмилҒәлиевҡа һәм 12 китап, егерменәнашыу йырҙар авторы Риф Йөҙлөкбаевҡа Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевисемендәге премия лауреаты исемебирелде. Шулай уҡ Ҡабаҡ ауылынанйорт музейы булдырыусы Рәмил Атнағоловҡа район тарихын һаҡлауғаиндергән өлөшө, “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашҡаны һәм кесеВатанына ҙур ярҙам күрһәткәне өсөнрайондың маҡтаулы гражданы Айрат Сөләмәйәновҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.Ҡырмыҫҡа кеүек уңғанғаиләләрҙең донья көтөүенә һоҡланмаған кеше юҡ! Эстән дә, тыштанда нур сәсеп торған күркәм йорттарһәр кемде үҙенә йәлеп итә, урамдауҡ башланған тәртип, бөхтәлек һәркемде хайран ҡалдыра. Быйыл “Иңкүркәм йорт” конкурсында 1-сеурынды Ефремкин ауылынан Наталья һәм Олег Васильевтар, 2-сеурынды Сихонкин ауылынан Елена һәм Дмитрий Андреевтар, 3-сөурынды Һарт-Шишмә ауылынанӘлфира Миңлеғәлиева алды.

Аттар бәйгеһе

Байрамдың күңел асыу өлөшө,элекке замандан ҡалған йолалар әлелә үҙгәрмәй. Мәҫәлән, ат сабыштары, көрәш, һырғауылға үрмәләү,бер яғы ергә беркетелгән сайҡалып торған бағананан үтеү мотлаҡ рәүештә һабантуй программаһына инә.Тантаналы өлөштән һуң кырандастар парады үтте. Төрлө тематикаға арналған, матур итеп биҙәлгәнкырандастарҙа районыбыҙҙың иңяҡшы хеҙмәткәрҙәре урын алғанине. Артабан һабантуйҙың йолағаингән тағы бер конкурсы - “Аттарығыҙҙы егегеҙ, егеттәр!” ярышыбер кемде лә битараф ҡалдырманы.Һәр кем ярышта ҡатнашыусыларҙыдәррәү алҡыштар менән ҡеүәтләпторҙо. Бирелгән ваҡыт эсендә һыбайлы атты йүгәнләп, майҙандыурап үтергә тейеш. Константиновкаауылынан Рәмил Ғәбитов иң етеҙебулып сыҡты.Бына һабантуйҙың күптәр көтөпалған иң ҡыҙыу өлөшө етте. Ҡайһы берәүҙәр нәҡ ат ярыштарын ҡарарға килә. Кемдер ярышсыларғаһоҡланһа, ҡыйыуҙар, ат сабышындатәжрибәле булғандар үҙҙәрен һынай.Быйыл 13 ат ярышта ҡатнашты. Елдәй елгән аттарҙа һыбайлыларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине!Һомғол аттар, ҡыйыу ир-егеттәр,еңеү өсөн көсөргәнешле көрәш – барыһы ла матур тамаша бүләк итте.Бәйге һөҙөмтәһендә МТС-тың“Нива” филиалы өсөн сығыш яһаусы Олокүл ауылынан Илмир Әминев“Неуловимый” ҡушаматлы атындатәүге урынды алды! Әйткәндәй, Илмир һәр йылда ла аттар бәйгеһендәдаими ҡатнаша. Ә Мөрсәк ауылынанИлгиз Нурышев “Осҡон” ҡушаматлы атында икенсе булып килһә, Варшавка ауылынан Айрат Ниғмәтуллин “Красавчик”та өсөнсө булды.

Көрәш - һабан туйбиҙәге

Һабантуйҙа тағы ла бер йолағаингән спорт ярыштарының береһе– көрәш. Ул һәр һабантуйҙың, һәрспорт сараһының йәме булып тора.Был тамаша һәр ваҡыт бик күп көйәрмәндәрҙе йыя. Бына түңәрәк уртаһында көрәш башланды. Ярыштакөстәрен һынап ҡарарға теләгән һәркем ҡатнаша алды. Әйткәндәй, былбәйгелә төрлө райондарҙан килгәнспортсылар ҙа ҡатнашты. Уҡыусыларҙа, ололар ҙа майҙан тотто, бил бирергә теләмәне. Улар төрлө ауырлыҡкатегорияларында көс һынашты.Бына көрәшселәр майҙан уртаһына сығып, бер-береһенең арҡаһына билбау һалып көрмәкләшәләр.Уларҙың һәр береһе алдынғы булырға тырыша. Уңыш һәр саҡ иң состар, иң көслөләр яғында. Шулайитеп, 65 килограмға тиклемге ауырлыҡта еңеүсе Радмир Ғәлиәкбәров(Ҡырмыҫҡалы ауылы), икенсе урында Динар Ғирфанов (Ҡырмыҫҡалы), өсөнсөлә Артур Хәйертдинов(Ҡырмыҫҡалы). 70 килограмғатиклемге ауырлыҡ категорияһында 1-се урынды Иоанн Дедушкин (Прибельский), 2-сене Рәфил Ғафаров (Иҫке Бәпес), 3-сөнө АйҙарКашапов (Прибельский) яуланы, 90килограмға тиклемгеләр араһында1-се урында Данил Калмык (ЯңыҠыйышҡы), 2-селә Динар Закиров(Өфө), 3-сөлә Азат Абдуллин (Прибельский). 90 һәм унан күберәк ауырлыҡта 1-се урынды Илдар Моратов(Стәрлебаш), 2-сене Азамат Бикташев (Түбәнге Төкөн), 3-сөнө ИлшатХәбибуллин (Ауырғазы) алды. Финал һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыкөрәшселәр - чемпиондарға төп призитеп һарыҡ тәкәһе бирелде, призерҙар иҫтәлекле бүләктәр алды.Ярыштың чемпиондары исеменәРадмир Ғәлиәкбәров менән ИлдарМоратов лайыҡ булды.- Ҡырмыҫҡалы ауылының гимназия мәктәбендә уҡыйым. 1-секластан көрәш менән шөғөлләнәбашланым. Һуңынан сәләмәтлегем арҡаһында спорт менән шөғөлләнеүҙе туҡтатып торҙом. 8-9-сыкластарҙа ныҡлап шөғөлләнәбашланым. Төрлө район, республика ярыштарында ла ҡатнашыпкилдем. Бөгөн бына һабан туйындакөрәшеп, һарыҡ отормон тип уйламағайным. Шундай ҙур приз алыуыма бик шатмын,- ти Радмир.

Милли уйындар һәм концерт

Һырғауылға үрмәләү - киң таралған мауыҡтырғыс ярыш төрө.Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренеңсослоғон, йылғырлығын һынап ҡараны. 18 метр оҙонлоҡтағы бер аҙһелкенеп тә торған бағана башынаһәр кем менеп етә алмай, әммә ҡырмыҫҡалылар бирешмәне. Шыма,бейек, һелкенеп торған бағанағакүтәрелеп, бүләк алыу өсөн көс,етеҙлек, ҡыйыулыҡ талап ителә.Инде бына етенсе тапҡыр ҡолғабашына менгән Шайморатов ауылыегете Рәлиф Хисмәтуллин 1 минут33 секундта рекордсмен исеменәлайыҡ булды. Иҫке Бәпес ауылынанРушат Мөхәмәтйәров унан әҙ генәҡалышып икенсе урынға сыҡты.Өсөнсө урынды Алайғыр ауылынанкилгән спортсы Алик Федоровалды. Малайҙар араһында ҡолғағаүрмәләүселәр араһында Боҙаяҙауылынан 15 йәшлек Кирилл Гайнатуллин иң яҡшы ваҡыт күрһәтте.Һабантуй - яҙғы баҫыу эштәренуңышлы тамамлау, мул уңышҡаышаныс байрамы ғына түгел, шулуҡ етеҙҙәр, ҡыйыуҙар, өлгөрҙәр байрамы ла. Унда теләгән һәр кем төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, бүләктәрала. Тауһеңер аҡланының башҡамайҙансыҡтарында ла уйындар гөрләне. Унда зирәктәр шашка, шахмат буйынса үҙҙәренең маһирлығынкүрһәтһә, ныҡыштар футбол, волейбол уйнаны, етеҙҙәр йүгереүҙәярышты. Ә иң көслөләр һәм сәмселдәр ҡул көрәшендә көс һынашты.Йыл һайын, армрестлинг - ҡулкөрәше уйынына иң көслө һәмҡомарлы егеттәрҙе генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы лайыя. Ҡатнашыусыларҙың көсөргәнешле йөҙҙәре был ярыштың ни тиклем етди булыуын һөйләй. Ҡулыңды бер секундҡа ғына бушатһаң да,һин еңелдең тигән һүҙ. Бер ҡарауғаирҙәр спорты кеүек күренһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ихластан көс һынашты. Тырышлыҡтары бушҡа китмәне,иң көслөләре үҙҙәрендә ғорурлыҡтойоп, бүләк алып ҡыуанды. Йөрәгендә - дәрт, беләгендә -көс, тигәндәй, штанга күтәрергә ләтеләүселәр күп булды. Ятҡан килешбер нисә тапҡыр штанга күтәреп,яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүселәр ҙәтабылды.Ауыш ҡолғаға менеү өсөн дә күптырышлыҡ, атап әйткәндә, тигеҙлекһаҡлау талап ителде. Бер һүҙ менәнәйткәндә, байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла нимәгә һәләтлебулыуҙарын күрһәтеп, ыңғай тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф алды. Иңетеҙҙәр бүләкләнде, башҡалар ҙамәхрүм ҡалманы, уларға ла приздартапшырылды.Һабантуйҙа тағы бер конкурсйолаға инеп бара. Ул да булһа техниканы яратҡан водителдәр һәммеханизаторҙар юл ҡағиҙәләре буйынса, транспорт сараһын фигуралыйөрөтөүҙә, төҙөк булмаған тракторҙың эшләмәү сәбәбен табыуҙаһынау тотто. Сарала ҡатнашыусылар элек алған теоретик һәм практик белемдәрен иҫкә төшөрҙө. Ялануртаһына ҡуйылған өҫтәл артындаулар үҙ белемдәрен тикшерҙе. Былмөмкинлектән тәжрибәле водителдәр ҙә һәм яңы руль артына ултырыусылар ҙа файҙалана алды. Көслөзаттар менән бер рәттә үҙҙәренеңкөстәрен ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һынапҡараны. Ҡатнашыусыларға тестформаһында 20 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. “Конкурста ҡатнашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкәтөшөрөргә мөмкинлек бирҙе”,- тиҠарлыман ауылынан Ғаяз Заманов. Был конкурста Әхмәт Хафизовбөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирепеңеүгә өлгәште. 2-се урынды Ғаяз Заманов алһа, 3-сө урында - Генрих Кашхчян.Транспорт сараһын фигуралыйөрөтөүҙә Айҙар Әхтәмовҡа етеүсебулманы. Ул шәп тиҙлектә юл ситенбилдәләгән конустарға теймәйенсәяҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп йөрөпсыҡты. Икенсе урынды Рөстәм Мостафин яуланы, өсөнсөнө Радмир Айбулатов алды.Сараның иң төп майҙансыҡтарының береһе сәхнә булды, ул Һабантуйға килеүселәргә район Мәҙәниәтйорто хеҙмәткәрҙәре һәм райондыңижади коллективтары башҡарыуында тамашалы һәм ихлас концерт номерҙарынан ләззәт алыу мөмкинлеге бүләк итте.Тамашасылар яратҡан артистарының сығыштарын түҙемһеҙләнепкөттө. Концертты атҡаҙанған халыҡижады коллективы, өлгөлө хореография ансамбле “Далан” (етәкселәре Альбина һәм Артур Юлыевтар) “Башҡорт сувениры” бейеүеменән асты. “Бөрлөгән” фольклорансамбленең “Бесәнсе таҡмаҡтары”берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.«Далан», “Йондоҙ”, «Smile danse»коллективтары дәртле бейеүҙәременән байрам ҡунаҡтарының күңелен күтәрҙе.Тамашасылар “Дәрт”, “Йәшлегем моңдары”, “Йәш күңелдәр”, “Райхан”, “Хорошие девчата”, “Рябиновый звон”, “Зорине”,“Юность”, “Вдохновение” вокальансамблдәренең сығыштарын айырыуса йылылыҡ менән ҡаршыланы.Әлфиә һәм Филүс Шәнгәрәевтар,Гөлшат Ильясова һәм Нәркәс Хәлитова, Гөлназ Ишбулатова, ФәритЯҡшығолов һәм башҡа йырсы ларҙың дәртле йырҙарына халыҡҡушылып йырланы, өҙҙөрөп бейептә алды.Райондың ижади коллективтарысығышы милләттәрҙең татыулығынһәм дуҫлығын күрһәтте. Тамашалыһәм бай концерт программаһы майҙан ҡунаҡтарына яҡшы кәйеф һәмыңғай тәьҫораттар бүләк итте.

Сыңлап торҙо салғылар!

“Сыңла, салғы!” Республикафольклор байрамы программаһыбер нисә төрлө бәйге һәм уйындарҙыүҙ эсенә алды. Бында Иглин, Көйөргәҙе, Кушнарен, Архангел райондарынан һәм Дәүләкән ҡалаһынанкилгән бәйгеселәр ҡатнашты.“Шифалы үләндәр” конкурсында ҡатнашыусылар байрам сараһынакеше сәләмәтлегенә шифа һәм дауабулып торорҙай, тыуған яҡтарыбыҙҙа үҫкән әллә күпме төрлө үләндәрҙән күргәҙмә ойошторҙо. Жюриағзалары бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң тәүге урынды Дәүләкәнрайонан килгән Рәйҙә Әхмәтрәхимоваға бирҙе. Икенсе урынды Прибельский ауыл Советынан РәсимәШведкова яулаһа, өсөнсө урынғаҠабаҡ ауылы Советынан Елена Мостафина лайыҡ булды.- Бик күп йылдар элек боланутүләне йыя башланым һәм уны ферментациялап сәйҙәр эшләнем. Былсәйҙең тарихына күҙ һалһаң, уны12-се быуатта уҡ етештерә башлайҙар. Был үлән сәйе бөтә йәштәгекешеләргә лә ярай, уның бер зыяныюҡ һәм башҡа дарыу үләндәренәнайырмалы рәүештә, уны көн дәэсергә була. Был сәй иммунитеттыкүтәрә, унда кофеин юҡ. Екатерина II сәйҙе күпләп сығара башлай.Заманында боланут сәйе, һинд сәйенән саҡ ҡына ҡалышып, илдә икенсе урында килгән. 1917 йылда сәйҙеетештереүҙе бөтөнләй туҡтаталар.Ферментация эшләһәң, үләндәрсәй кеүек буласаҡ. Былай ғына киптереп, дарыу булараҡ ҡулланырғамөмкин. Йорттан сыҡҡас та ҡулыманиндәй үлән эләгә шуны йыйып,сәй итеп эсәм. Ҡарағат япрағынансәй эшләйем, урман еләген киптерәм. Тубылғы, ерек ҡураһы йыям.Быйыл бәпембә япраҡтарынан,сәскәһенән сәй эшләнем, тамырҙарын да йыйҙым. Дарыу өсөн сөйәл үләне киптерҙем. Ул үләнде һаҡҡулланырға кәрәк. Мин үҙем магазиндан сәй алмайым тиерлек. Боланут сәйен һатыуға ла сығарам, әбашҡаларын үҙем өсөн әҙерләйем,– тигән кәңәштәре менән бүлеште Һарт-Шишмә ауылынан РәсимәШведкова.“Урман ашы” бәйгеһендә ҡатнашыусылар үткән быуаттың милли аш-һыуҙарын бешереү буйынсаоҫталыҡтарын күрһәтте. Уларҙыңһауыт-һабалары һәм башҡакәрәк-яраҡтары ла шул дәүерҙекеменән тап килергә тейеш ине. Былконкурста 1-2-се урындарҙы Иглин районы һәм Дәүләкән ҡалаһывәкилдәре яуланы, ә Ефремкинауыл Советынан Тамара Дмитриеваөсөнсө урынға сыҡты.“Таҡыя үреүселәр” конкурсанттары эргәһенән бер кем дә битарафҡына үтеп китә алманы. Һәр береһе бында туҡтап, оҙон-оҙаҡ ҡына ҡарап тороп, шунан ошо матурлыҡменән бергә фотоға төшөргә тырышты. Был бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе диплом менәнбүләкләнде.“Стог-Land-art-объект” конкурсы сиктәрендә бәйгеселәрбесәндән һәм һаламдан төрлө һындар яһарға бурыслы ине. Шундай зауыҡ, бай фантазия менән эшләнгән фигуралар әллә ҡайҙан үҙенәсаҡырып торҙо. Бында беренселекте Подлуб мәктәбенән Әлиә Федорова яуланы. Икенсе урынға ИҫкеБәпес мәктәбенән Рамазан Шаймарҙанов, өсөнсөгә Константиновка ауылының “Ҡояшҡай” балаларбаҡсаһынан Виктория Сәхиповасыҡты.Шулай ҙа, минеңсә, иң мауыҡтырғысы бесән сабыусыларярышы булғандыр. Бәйгене байрамҡунаҡтары асып ебәрҙе.- Егерме йыллап бесән сапҡанюҡ ине, - тип Ирек Сәғитов үҙенеңбесән сабыу буйынса маһирлығынкүрһәтте. Уның ҡулында салғыуйнап ҡына тора, оҫта ғына итепсалғыһын янып алырға ла өлгөрҙө.Башҡа ҡунаҡтар ҙа ҡулдарына салғыалып, бесән сабып ҡараны.Бесән сабыусылар бәйгеһендәҡатнашырға теләүселәр бигерәк күпбулды. Иң тәүҙә ир-егеттәр үҙҙәренең таҫыллығын күрһәтте, шунанҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарына салғыалды. Һәр бәйгесенең эше бесәнсабыу ваҡыты һәм сифаты буйынсабаһаланды. Еңеүселәр түбәндәгесәбилдәләнде:1-се урын – Риф Фәйзуллин (Ҡабаҡ ауыл Советы), Рәзифә Арыҫланова (Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы);2-се урын – Рәфил Ғафаров(Прибельский ауыл Советы), Ләйсән Абдуллина (Иҫке Бәпес ауылСоветы);3-сө урын – Рөстәм Фәтҡуллин(Николай ауыл Советы), АлевтинаМаксимова (Ефремкин ауыл Советы).- Ете-һигеҙ йәштәрҙә бесәнсаба башлағайным. Һуңғы ваҡыттабесәнде техника менән әҙерләгәс,ҡулға салғы тотоп бесән сапҡан даюҡ тиерлек. Шулай ҙа бөгөнгө бәйгегә ҙур теләк менән килдем, бер ҙәгенә ауыр булманы, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште ҺәүәләйҙәнРуслан Нафиҡов.- Бындай конкурста тәүгә ҡатнашам. Кесе йәштән бесән сабабашланым. Үҙем Әбйәлил районынан, Сахай ауылына килен булыптөштөм. Мәктәпте тамамлағанданбирле ҡулға салғы алып, бесән сапҡан юҡ ине әле. Хәҙер йорт янындағы үләнде лә триммер менән генәсабып ҡуябыҙ. Үҙемдең көсөмдөһынап ҡарар өсөн бәйгелә ҡатнашырға ниәтләнем, - ти Зилә Нафиҡова.Бөгөнгө көндә, ҡул менән бесәнсабыусылар һаны кәмей барғаносорҙа, ошондай йәмле сара ойоштороу ҙур әһәмиәткә эйә.

Гөлсәсәк АЛАСОВА,

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА,

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА,

Розалия НАЗАРОВА.

Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!
Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!
Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!
Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!
Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!
Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!
Һабантуй – һәр кемдең көтөп алған байрамы!
Автор:
Читайте нас