

- Юля Владимировна, тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙсы?
- Ниһайәт, минең бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Мин быйыл тәүге тапҡыр Һабантуйҙа ҡатнаштым. Өҫтәүенә, бер юлы ике байрамда – Ҡырмыҫҡалыла һәм Архангелдә.
Был тиклем киң кңләмле, сағыу тамашаны бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Үҙемде ысын әкиәт донъяһына сумғандай хис иттем. Бында күргән милли кейемдәрҙәге кешеләр, һый-ниғмәттәрҙән һығылып торған, боронғо көнкүреш әйберҙәре менән биҙәлгән башҡорт тирмәләре, бай музыкаль һәм вокаль программа, ат ярыштары, халыҡ уйындары һәм ярыштар барыһы ла таң ҡалдырҙы.
Айырыуса халыҡтың берҙәм һәм ихлас булыуы һоҡландырҙы. Бындай байрамдар көндәлек хәстәрлектәрҙән һәм мәшәҡәттәрҙән арынырға ярҙам итә.
Был көн минең күңелемдә халыҡтар берҙәмлеге, татыулығы һәм республикала йәшәүсе талантлы һәм көслө ихтыярлы кешеләр байрам булараҡ һаҡланып ҡаласаҡ.
- Ҙур рәхмәт, Юлия Владимировна. Һеҙҙе киләһе Һабантуй байрамдарында ла көтөп ҡалабыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.