Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Май 2023, 10:37

Утыҙ икенсе тапҡыр үтте

Йыл һайын 19 май көнөндә Тауһеңер яланында “Балалар һабантуйы” гөрләп үтә. Иң һәләтле, иң әүҙем, иң яҡшы уҡыусыларҙы ғына үҙенә туплаған был байрам быйыл 32-се тапҡыр ойошторолдо һәм ул «Уҡытыусы һәм остаз», «Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр» йылдарына, Пионерия көнөнә арналды.

Утыҙ икенсе тапҡыр үтте
Утыҙ икенсе тапҡыр үтте

Байрам ҡунаҡтары – Башҡортостандағы “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре” төбәк координация үҙәге проекты етәксеһе, Башҡортостан социаль технологиялар институты директоры, сәйәсәт фәндәре докторы Тәнзилә Ниғмәтуллина, “Башкиновидеопрокат” директоры Азамат Тимерғазин, “Башҡортостан пионерҙары” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Семен Никишин, Республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм пионер хәрәкәте ветераны Мәрйәм Абакачева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм башҡалар иң тәүҙә уҡыусылар әҙерләгән тирмәләр менән танышып үтте. Күҙҙең яуын алырлыҡ, ижади ҡараш һәм зауыҡ менән биҙәлгән һәр тирмә янында ҡунаҡтар халҡыбыҙ йолалары менән танышты, аш-һыуҙан ауыҙ итте. Ошо бик аҙ ғына ваҡыт эсендә Тәнзилә Әлтәф ҡыҙының балалар менән төрлө темаға әңгәмәләшеп, мәғәнәле һорауҙар биреп өлгөрөүе һоҡландырҙы.
Сараның рәсми өлөшөн тантаналы асып, Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров исеменән тәбрикләне һәм:
- Бөгөнгө пионерҙарыбыҙ ҙа совет пионерҙары өлгөләрен ҡабатлап, мохтаж булғандарға ярҙам итеүе ҡыуаныслы. Ошо ябай булмаған осорҙа ихлас күңелдән яҙған хаттарығыҙ һәм посылкаларығыҙ менән һалдаттарыбыҙҙың хәрби рухын күтәргәнегеҙ өсөн рәхмәт. «Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр» йылында тимурсылар эшен артабан да тағы ла әүҙемерәк дауам итергә, төрлө экологик өмәләр үткәрергә, коллектив ижади эштәр башҡарырға саҡырам. Һәр изге эштә, башланғыстарҙа, уҡыуҙа һәм спортта беренселәрҙән булығыҙ! Намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, алсаҡлыҡ кеүек пионерҙарҙың юғары идеяларын бар ғүмерегеҙ буйынса һаҡларға тырышығыҙ. Кешеләргә һәм илебеҙгә ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер булығыҙ, - тине.
Барлыҡ сығыш яһаусылар ҙа уҡыусыларға иң изге теләктәрен, рәхмәттәрен әйтте һәм иң юғары уңыштарға өлгәшкән, иң әүҙем уҡыусыларҙы һәм мәктәптәрҙе бүләкләне. Ф. Әсәнов исемендәге Боҙаяҙ мәктәбенең пионер дружинаһы иң яҡшылар иҫәбенә инде.
Олокүл мәктәбенең “Беҙ булмаһаҡ кем?” социаль практикаһының “Мин киләсәкте булдырам” халыҡ премияһы номинанты булыуы ла бар тамашасыны һөйөндөрҙө. Был социаль практиканың инициаторы –директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Зөмрәт Завьяловаға Азамат Тимерғазин Маҡтау ҡағыҙы һәм китаптар тапшырҙы.
Константиновка мәктәбе уҡыусыһы Мария Шулуткова, Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе уҡыусылары Вадим Баҙарғолов, Йәмилә Кучаева, Вадим Әсәҙуллин һәм директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Любовь Козлова Семен Никишин ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары алды.
Рәсми өлөш һуңында һабантуйҙа ҡатнашыусы уҡыусылар “Рәсәй өсөн” күмәк патриотик акцияһына ҡушылып, илһөйәрлек менән һуғарылған матур тамаша күрһәтте.
Сәхнәлә “Рәсәй ҡомартҡыларын һаҡлайбыҙ”фестивале һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған иң яҡшы ижади коллективтар әҙерләгән концерт программаһы гөрләгән саҡта балалар төрлө милли уйындарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашты.
Байрам һуңында тирмәләрҙең биҙәлеше буйынса еңеүселәр билдәләнде. Иң тәүге урын Прибельский мәктәбенә, икенсеһе – Һәүәләй, өсөнсө урын Подлуб мәктәптәренә бирелде. Милли көрәш буйынса еңеүсе - Прибельский мәктәбе уҡыусыһы Александр Дедушкин “Батыр – 2023” исемен яуланы.
Һабантуй “Фантик” тип аталған экологик операция менән тамамланды.
Районыбыҙҙа йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, уйындары һәм мәҙәниәте менән танышыуға ҡоролған, ике меңдән ашыу уҡыусыны бер урынға туплаған “Балалар һабантуйы” үҙенең иң тырыш уҡыусылары менән киләһе йылға тиклем хушлашты. Белеүегеҙсә, был байрам сараһына һәр бер уҡыусы бара алмай. Унда эләгеү өсөн йыл буйына тырышып уҡырға, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәк икәнен онотмағыҙ!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.

Күберәк фотолар альбомда: https://vk.com/album234260352_293309782 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: