Даирә
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Апрель 2023, 10:26

Тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт йәки бейеүгә ғашиҡ йәндәр

Бейеү сәнғәте кеше донъяһы барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тура килә тиҙәр. Ул – иң боронғо сәнғәт төрөнөң береһе. Бейеүсе - һөнәр түгел, ул тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Халҡыбыҙҙың талантлы бейеүселәренә ҡарап, был һүҙҙәрҙә ысынлап та хаҡлыҡ барҙыр тигән фекергә киләһең. Эйе, арабыҙҙа бейеүгә ғашиҡ йәндәр байтаҡ. Улар араһында профессиональ бейеүсе булып киткәндәре лә, икенсе һөнәр һайлап та, ғүмере буйы бейеү сәнғәтенән айырылмағандар ҙа бар. Бөгөн беҙ районыбыҙҙа йәшәгән, төрлө өлкәлә эшләп тә, бер ҡасан да бейеү сәнғәтенән айырылмаған талант эйәләренә һүҙ бирәбеҙ.

29 апрель – Бөтә донъя халыҡ-ара бейеү көнө.

Тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт йәки бейеүгә ғашиҡ йәндәр

Бейеү сәнғәте кеше донъяһы барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тура килә, тиҙәр. Ул – иң боронғо сәнғәт төрөнөң береһе. Бейеүсе - һөнәр түгел, ул тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Халҡыбыҙҙың талантлы бейеүселәренә ҡарап, был һүҙҙәрҙә ысынлап та хаҡлыҡ барҙыр, тигән фекергә киләһең. Эйе, арабыҙҙа бейеүгә ғашиҡ йәндәр байтаҡ. Улар араһында профессиональ бейеүсе булып киткәндәре лә, икенсе һөнәр һайлап та, ғүмере буйы бейеү сәнғәтенән айырылмағандар ҙа бар. Бөгөн беҙ районыбыҙҙа йәшәгән, төрлө өлкәлә эшләп тә, бер ҡасан да бейеү сәнғәтенән айырылмаған талант эйәләренә һүҙ бирәбеҙ.
 
Фаягөл СӘЛИМГӘРӘЕВА, Бишауыл-Уңғар ауылы, 45 йәш:
- Әсәйем бейеүгә һәләтле ине. Уның бейегәненә кесе йәштән гел генә һоҡланып туя алманым. Үҫә килә үҙем дә бейеүгә әүәҫләндем. Мәктәптә уҡыған саҡта бейеү түңәрәгенә йөрөп, был сәнғәт серҙәренә нығыраҡ төшөндөм. Күп кенә бейеүҙәрҙе әсәйемдән дә өйрәндем. Ошо йылдарҙа башҡорт, татар, мари, украин бейеүҙәре менән сәхнәлә сығыш яһай башланым. Дүрт бала әсәһе, ейән-ейәнсәрҙәремдең өләсәһе булыуға ҡарамаҫтан, әлеге көндә лә ауыл клубында үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашам, рәхәтләнеп бейейем, мандолина һәм ҡумыҙҙа уйнайым.
 

Эльвира ӘСФӘНДИЙӘРОВА, Олокүл ауылы, 36 йәш:
- Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡтан уҡ бейей торғайным. 8-9 йәштәрҙә тәүге тапҡыр сәхнәгә сығып, “Бишбармаҡ” бейеүен башҡарыуым әле лә хәтерҙә. Бала саҡтан сос, теремек булдым, сәхнәгә сыҡҡан саҡта бер ваҡытта ла оялманым. Миңә бейеү һәләте ҡайҙан бирелгәндер, атай-әсәйем яғынан бейеүселәр юҡ. Тыумышым менән Хәйбулла районынанмын. Унда минең бейегәнде барыһы ла белә һәм һәр саҡ яратып ҡабул итә. Әле һаман да, ҡайтҡан саҡта, сәхнәгә сығарып бейетәләр. “Байыҡ” республика телевизион конкурсында призлы урын яуланым. Бейергә яратҡанымды күреп, бала саҡта бөтәһе лә “бейеүсе бул” тинеләр, әммә минең бер ҙә генә сәнғәт юлынан киткем килмәне, юрист һөнәрен һайланым. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әле лә бейергә яратам. Бигерәк тә үҙебеҙҙең башҡорт бейеүҙәрен ихлас башҡарам. Бейегән һайын бейеге генә килеп тора. Халҡыбыҙҙың дәртле һәм һалмаҡ бейеүҙәре һәр саҡ күңелгә дәрт, йәшәүгә йәм өҫтәй.

Фәниә ЮНЫСОВА, Иҫке Муса ауылы, 59 йәш:
- Бейеүгә булған һөйөү атайым Фоат Мөхәмәтйәровтан бирелгән. Ул ауылда иң тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһында режиссура буйынса белем алып, оҙаҡ йылдар Иҫке Муса мәҙәниәт йортон етәкләне. Колхоз йәштәре менән ҙур бейеү коллективы ойошторҙо. Хәҙер ул бейеүселәрҙең барыһы ла хаҡлы ялда инде. Һәр саҡ атайыма эйәреп барып, бейегәндәренә һоҡланып ҡарап ултыра инем. Иң тәүге сығышым мәктәптә үткән Яңы йыл байрамында булды. Унда мин үҙем телевизорҙан ҡарап өйрәнгән сыуаш бейеүен башҡарҙым. Әсәйем матур ғына кейем дә тегеп бирҙе.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы тарих уҡытыусыһы булып эшләһәм дә, бейеүҙе ташлағаным юҡ. Мәктәп балаларын төрлө конкурстарға үҙем әҙерләнем, мәҙәниәт йортонда “Ынйы” тип аталған халыҡ бейеүҙәре түңәрәге алып барҙым. Иң бәләкәй солистарыма өс кенә йәш була торғайны. Гөлназ ҡыҙым менән бергә “Байыҡ” бәйгеһендә ҡатнаштыҡ. Ҡыҙым да бейергә ярата. Бәләкәй ейәнем Мораттың үҙе теләп бейеү түңәрәгенә йөрөүенә ҡыуанып бөтә алмайым.
Ауылда, районда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа һәр ваҡыт ҡатнашып киләм. Бигерәк тә үҙебеҙҙең наҙлы башҡорт бейеүҙәрен яратып башҡарам. Атайым менән бергә сәхнәгә сығып бейергә тигән хыялым бар ине, тормошҡа ашманы, ҡыҙғанысҡа. Өйҙә үҙем генә булғанда мин гел бейеп кенә йөрөйөм. Бейеү – ул минең булмышым, йәшәү рәүешем тип ауыҙ тултырып әйтә алам.
 
Гөлнур ШАЙМАРҘАНОВА, Иҫке Бәпес ауылы, 49 йәш:
- 5-6-сы кластарҙа уҡығанда уҡытыусыбыҙ Зәбирә Ғәҙелшина бейергә өйрәтте. Ул алып барған бейеү түңәрәгендә йөрөүселәр менән “Йәйғор” исемле ансамблдә бейенек. Бер сара ла беҙҙең бейеүҙәрһеҙ үтмәй торғайны. Әле лә мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Бөрлөгән” ансамбле менән бергә бейейбеҙ. Өфөлә интернатта уҡыған саҡта ла бейеүҙе ташламаным. Мәктәптәге ҡыҙҙар менән дә күбеһенсә үҙебеҙҙең күңелгә яҡын булған башҡорт бейеүҙәрен өйрәнәбеҙ. Камилла ҡыҙым, хәрби кеше булһа ла Нуриман улым да бейергә атлығып торалар. Киләсәктә лә уҡыусыларға бейеү түңәрәге алып барырға тигән план бар. Ауылыбыҙҙа хореографтар булмағас, үҙебеҙ белгәнсә өйрәтергә тырышабыҙ, бейеүһеҙ йәшәй алмайбыҙ.


Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: