Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Апрель 2023, 11:21

30 апрель – Рәсәй янғын һағы көнө. Иң хәүефле һөнәр эйәһе

Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәте - донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала. Башҡалар ҡасҡан урынға улар беренсе булып килә һәм үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше именлеге һағына баҫа.

30 апрель – Рәсәй янғын һағы көнө. Иң хәүефле һөнәр эйәһе
30 апрель – Рәсәй янғын һағы көнө. Иң хәүефле һөнәр эйәһе

30 апрель – Рәсәй янғын һағы көнө
Иң хәүефле һөнәр эйәһе

Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәте - донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала. Башҡалар ҡасҡан урынға улар беренсе булып килә һәм үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше именлеге һағына баҫа.
Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Зөфәр Йосопов та 30 йылға яҡын ғүмерен иң хәүефле һөнәргә арнаған. Ул 1994 йылда ябай янғын һүндереүсе булып эшкә урынлаша. Хеҙмәт баҫҡысы буйлап үрләй-үрләй, тәүҙә ҡарауыл начальнигы, шунан 81-се янғын һүндереү часының начальнигы урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Эшләү дәүерендә ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында техносфера хәүефһеҙлеге йүнәлеше буйынса юғары белем алыуға ла өлгәшә.
- Янғын хеҙмәтенә эшкә осраҡлы ғына килеп эләктем, әммә был һөнәр күңелемә ятты һәм унан айырыла алманым. Халыҡҡа ярҙам итеү, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу бик оҡшай. Беҙҙең төп бурыс - кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу, янғын һәм уның эҙемтәләрен юҡ итеү. Эшләү дәүерендә беҙ һүндергән янғындың, ҡотҡарған ғүмерҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ҡыҙғанысҡа, аяныслы хәлдәр ҙә булды.
Ә иң көслө тәьҫораттар ҡалдырған мәл һәм мәңгелеккә хәтерҙә уйылып ҡалғаны – тәүге тапҡыр янғын һүндереүгә сыҡҡан көн. Ул саҡта өс кенә кеше - мин, водитель һәм ҡарауыл начальнигы эшләй инек. Бер шәхси хужалыҡтың һарайы янып киткән тигән хәбәр ҡабул иттек һәм шунда уҡ юлға сыҡтыҡ. Бындай ваҡытта, әлбиттә, нимәнән, нисегерәк эште башлап ебәрергә тип аптырап торорға ваҡыт юҡ. Ул саҡта ҡарауыл начальнигы вазифаһын башҡарған, хәҙер инде мәрхүм Вәсим абый Мөфтәхетдинов мине күп нәмәгә өйрәтте. Уға оло рәхмәтлемен, - тип хәтергә ала тәүге эш көндәрен Зөфәр Фәнис улы.
Шәхси составты өйрәтеү, әҙерлек нормативтарын эшкәртеү, документациялар, составтың әҙерлек кимәлен, йыһазландырылыуын тикшереү һәм башҡа бик күп бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр башҡара Зөфәр Йосопов.
- Белгәндәребеҙҙе гел ҡабатлап торабыҙ, сөнки ут менән көрәшеүҙә һәр секунд мөһим. Янғын һүндереүсегә тиҙ, сифатлы һәм ышаныслы эшмәкәрлек итеү кәрәк. Ҡарауылда булғанда, бер тәүлек эшләйбеҙ ҙә, өс тәүлек ял итә инек. Ә хәҙер беҙгә начальник менән бергә көн дә тиерлек эштә булырға тура килә. Өйҙә саҡта ла һәр саҡ телефонда бәйләнештәбеҙ.
Зөфәр Фәнис улының тормош иптәше Юлиә Рафаел ҡыҙы Ҡырмыҫҡалының 1-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыта. Улдары Дамирға 14 йәш.
- Тынғыһыҙ эшемә ғаиләм күптән өйрәнеп бөттө инде. Һәр саҡ аңлап ҡабул итәләр. Барыһы өсөн дә уларға рәхмәтлемен. Улым, киләсәктә, бәлки, минең һөнәрҙе лә һайлап ҡуйыр әле, тип уйлайым.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәттәштәремә, беҙгә ярҙам итергә әҙер торған ирекмәндәргә, ветерандарыбыҙға именлек-һаулыҡ, барлыҡ изге эштәрендә уңыштар теләйем. Беҙҙә батыр йөрәкле, ысын ир-егеттәр генә хеҙмәт итә, - тип тамамланы һүҙен намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнеүсе мәҡәләбеҙ геройы.
Тәүлек әйләнәһенә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ла ҡарамай һәр саҡ халыҡ именлеге, хәүефһеҙлеге һағында тороусыларҙың, мәрхәмәтле һәм шул ваҡытта хәүефле һөнәрҙәренә тоғро ҡалыусыларҙың барыһына ла тик рәхмәт һүҙҙәре генә әйтке килә.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: