Мөкәй ауылы мәктәбендә уҡытыусылар Фәниә Ҡасим ҡыҙы Ишҡарина һәм Рәзилә Йомаҙил ҡыҙы Фәрхетдинова етәкселегендә яҙ байрамы алдынан “Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре » девизы аҫтында «Һомай һылыуы- 2023» бәйгеһе уҙғарылды.
Бәйгелә Һомай кеүек үҙе һылыу, үҙе уңған 7 ҡыҙ ҡатнашты.
Улар милли кейемдәрҙә сығыш яһап үҙҙәре тураһында һөйләнеләр, йыр-моңға һәләттәрен күрһәттеләр, бейенеләр, ҡулъяулыҡтар сиктеләр.
Ә бына жюриға еңеүсене билдәләүе еңелдән булманы. Сөнки береһенән-береһе сибәр, зирәк, аҡыллы, зифа буйлы ҡыҙҙар көс һынашты бит. Шуға ҡарамаҫтан, хөрмәтле жюри ағзалары үҙ-ара әңгәмәләшеп, «Һомай һылыуы – 2023» итеп Индира Хөснөтдинованы һайланы. Нәзифә Фәрхетдинова – I, Эвелина Таһирова II урын алһа, ә III урынды Нәркәс Мырҙаҡаева яуланы. Айзилә Тағанова - “Юғары оҫталыҡ”, Ләйсән Хөснөтдинова – “Иң һөйкөмлө һылыу”, Эльвина Муллакаева “Иң мөләйем һылыу ”номинацияларында билдәләнеп, махсус дипломдар һәм бүләктәргә лайыҡ булдылар.
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Һомай ҡыҙҙары, Урал улдары икәнебеҙҙе онотмайыҡ!
Ынйы Бикҡужина.
8 март байрамы алдынан мәктәбебеҙҙә « Һомай һылыуы - 2023 » бәйгеһе уҙғарылды. Был бәйгелә 7 ҡыҙ ҡатнашты. Беҙ башҡорт милли күлдәктәрендә, милли биҙәүестәр тағып, сәстәребеҙҙе матурлап икенән үреп сәхнә түренә үттек. Бәйге бер - нисә өлөштән торҙо. Бер бәйгелә лә һынатманыҡ. Башҡорт рухы менән һуғарылған таныштырыу, дәртле, моңло, сағыу концерт номерҙары барыһына ла оҡшаны. Ә инде ҡулъяулыҡтар сигеү, сәсәндәр бәйгеһе үҙе бер тамаша булды. Сәмле барған бәйге тамам, һүз жюри ағзаларына бирелде. Барыбыҙ ҙа тулҡынланып, иғтибар менән тыңлайбыҙ. Шатлығымдың сиге юҡ, миңә Гран-при! Ҡыҙҙарға шуны теләр инем: үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, тырышығыҙ, Һомай кеүек һылыу, нәзәкәтле, мөләйем, ихлас булығыҙ!
Индира Хөснөтдинова.